Аҡ умырзая
Аҡ умырзая (лат. Anemone) — лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты[2].
Аҡ умырзая | |||||||||||||||||||||
Тажлы аҡ умырзая — аҡ умырзая ырыуының типик төрө | |||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||
Anemone L., 1753 | |||||||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||||||
Төр өлгөһө | |||||||||||||||||||||
|
Ҡыҫҡаса белешмәҮҙгәртергә
Ныҡлы вертикаль тамырһабаҡлы күп йыллыҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 15—40 см. Тамыр яны япраҡтары оҙон һапта, өс бүлемле сегменттарға бүленгән бармаҡ һымаҡ теленмә. Өс тапҡыр теленгән ҡыҫҡа һаплы өс өҫкө япрағы япма барлыҡҡа килтерә. Сәскәһе аҡ, эре, яңғыҙ. Май—июндә сәскә ата. Емеше ҡыҫҡа башлы, күп сәтләүекле, аҡ ойошҡан төк м‑н ҡапланған, июнь—июлдә өлгөрә.
Корневище мясистое, цилиндричексое или клубневидное.
Үҫеү урындарыҮҙгәртергә
Яҡынса 50 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда урман аҡ умырзаяһы үҫә. Һирәк урманда, сағыл һәм ҡоро болонда үҫә, төньяҡ-көнбайыш райондарҙан һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының бейек тауҙарынан башҡа, Башҡортостан биләмәһенең бар яғында латаралған. Ареалы һәм һаны болондарҙа мал көтөү һәм күпләп йыйыу арҡаһында кәмей.
ФайҙаланышыҮҙгәртергә
Халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив үҫемлек.
СығанаҡтарҮҙгәртергә
- Башҡорт энциклопедияһы. Аҡ умырзая(недоступная ссылка)
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Сведения о роде Anemone в базе данных Index Nominum Genericorum Международной ассоциации по таксономии растений (IAPT). (инг.)
- ↑ The Plant List: Anemone
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Wang Wencai (王文采), Michael J. Warnock. 24.Anemone // Флора Китая = Flora of China. — 2001. — Т. 6. — С. 307. (инг.)
- Анемоне // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Арктическая флора СССР. Вып. VI / Сост. Т. В. Егорова, В. В. Петровский, А. И. Толмачёв, В. А. Юрцев; Под ред. А. И. Толмачёв. — Л.: Наука, 1971. — С. 163-175.
- Юзепчук С.В. Род 526. Ветреница — Anemone // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор акад. В. Л. Комаров; Редактор тома Б. К. Шишкин. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1937. — Т. VII. — С. 236—282. — 792 + XXVI с. — 5200 экз.
- Ҡалып:ТраврастСССР