Үҙҙән (феодаль ҡатлам)

Үҙҙән («ирекле / азат кеше»; нуғ. оьзден, ҡарас.-балҡ. ёзден, ҡум. оьзден; рус. Уздень) — Кавказдағы феодаль ҡатлам.

Үҙҙән

Һүҙ ике өлөштән тора: ёз (оьз) — үҙ, ден — ҙән); йәғни «үҙенән», «үҙе ҡарар ҡабул итеүсе», «ирекле», «үҙаллы», «дәрәжәле».

Ҡарасайҙа Һәм Балҡарҙа ҡулланыу

үҙгәртергә

Үҙҙән тип балҡарҙар һәм ҡарасайҙарҙа аҡһөйәк аристократик ҡатламдан ҡала икенсе урындағы ҡатлам аталған.

Әлеге ваҡытта, Узденовтар — ҡарасайҙар һәм балҡарҙар араһында киң таралған фамилияларҙың береһе.

Дағстанда ҡулланыу

үҙгәртергә

Дағстанда үҙҙәндәр — ирекле кешеләрҙең, үҙ аллы ауыл общиналары менән йәшәгән йәки подданныйлыҡ хоҡуғында төрлө хужалар ҡарамағында булған кешеләрҙең киң ҡатламы булған. Үҙҙәндәр үҙҙәренең бойондороҡһоҙлоғо менән ғорурлана һәм хандарҙан ғына ҡалыша"[1][2][3].

Ҡабарҙыла ҡулланыу

үҙгәртергә

Ҡабарҙыла «үҙҙән» һүҙе аҫтында боронғо адығ ырыу аҡһаҡалдарынан барлыҡҡа килгән юғары ҡатлам күҙаллана. Бындайҙар Ҡабарҙыла барлығы өс фамилия — Тәмбиевтар, Куденетовтар һәм Анзоровтар, рус телле документтарҙа улар беренсе дәрәжә үҙҙәндәр тип атала[4]. Статусы буйынса түбәнерәк торған дворяндарҙы рус документтарында икенсе йәки өсөнсө дәрәжә үҙҙәндәр тип билдәләгәндәр.

Осетияла ҡулланыу

үҙгәртергә

Осетияла үҙҙәндәр һүҙе аҫтында поместье һәм крәҫтиәндәр тотоп хеҙмәт иткән өсөн бирелгән юғары ҡатлам вәкилдәрен һанағандар. Ҡайһы берҙә хатта кенәздәргә тиңләштерелгәндәр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Дагестанские предания и суеверия». Вып. 4. Тифлис. 1884 г. Кумыкский мир. Сословия и брак у кумыков
  2. Магомедов Ильяс Алибекович Феодальное сословие Кайтага в XVIII начале XIX века // Известия Российского государственного педагогического университета им. А.И. Герцена. — 2009-01-01. — В. 119. — ISSN 1992-6464. Архивировано из первоисточника 21 апрель 2017.
  3. Магомедова Роза Мусаевна, Амирова Зайнаб Маллаевна, Гамзатова Патимат Ахмедовна Социальная структура и социальные отношения народов Западного Дагестана в XVIII - первой половине xix В. // Известия Дагестанского государственного педагогического университета. Общественные и гуманитарные науки. — 2013-01-01. — В. 3 (24). — ISSN 1995-0667. Архивировано из первоисточника 21 апрель 2017.
  4. Уздень // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Уздени // Ужи — Фидель. — М. : Советская энциклопедия, 1956. — С. 44. — (Большая советская энциклопедия : [в 51 т.]; vol. 1949—1958, вып. 44).
  • Идрисов Ю., Джамбулатов Р. Структура и правовой статус кумыкского узденства(недоступная ссылка)
  • Новый полный словарь иностранных слов, вошедших в русский язык. Составил Е. Ефремов. Под ред. проф. И. А. Бодуэн-де-Куртенэ, М. 1912, с. 502.
  • Павленков Ф. Ф. Энциклопедический словарь. Изд. 3-е. СПб. Типография Ю. Н. Эрлих. 1909, с. 2510.
  • Башарин П. В. Осетинское wæzdan или к вопросу о происхождении узденей // Древность: историческое знание и специфика источника. : сборник. — 2009. — № IV.