Үрге Шепкә (рус. Ве́рхние Шипки́, татар. Югары Шепкә) — Татарстан Республикаһының Зәй районында Үрге Шепкә ауыл биләмәһендәге ауыл.

Үрге Шепкә
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Верхнешипкинское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Верхнешипкинское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423518
Карта

Атаманың этимологияһы үҙгәртергә

Топоним татар телендәге "юғары" (үрге) һүҙенән һәм "Шепкә" (Шипка) гидронимынан килеп сыҡҡан. "Шепкә" һүҙе иһә башҡорт һөйләшенән килеп сыҡҡан, ул алты көлтә бәйләп, береһе өҫтөнә икенсеһен баштүбән ҡаплап ҡуйылған һоҫлан [2], ҡаҙғанат [3][4][5].

Географияһы үҙгәртергә

Ауыл Шепкә йылғаһы буйында, Зәй ҡалаһынан 10 км көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Тарихы үҙгәртергә

Ауыл янында археологик ҡомартҡылар - Үрге Шепкә торамаһы табылған (Дөйөм Болғар осоро).

Ауыл XVII быуат аҙағында нигеҙләнгән. Революцияға тиклемге сығанаҡтарҙа Шәпкәбаш, Шепкәбаш тип тә телгә алына.

Урындағы риүәйәт буйынса Шепкәгә XVII быуат аҙағында юрматы башҡорт ҡәбиләһе ерендә нигеҙ һалынған. Тәүҙә ҡасаба Зәй йылғаһына Шепкә йылғаһының ҡойған урынында урынлашҡан булған. Татарҙар менән бергә бында урыҫтар ҙа йәшәгәндәр. Баҫыу аша боронғо сауҙа юлы - Бөрө-Мамадыш юлы үткән. Ауыл йыш ҡына юлбаҫарҙар һөжүменә дусар булған, был иһә кешеләрҙе (башлыса татарҙар) Шепкә йылғаһының үренә күсеп китергә мәжбүр иткән. Урыҫтар иһә иҫке урында йәшәүен дауам иткән. Шулай итеп Үрге һәм Түбәнге Шепкә ауылдары барлыҡҡа килгән. Ваҡыт уҙыу менән Түбәнге Шепкә ауылы халҡы ошо урындарҙы ҡалдырырға мәжбүр итәләр, улар Зәй йылғаһының уң ярына, боронғо Тәкмәк ауылының ҡаршыһына күсенәләр [6]

1860-сы йылдарға тиклем халыҡ дәүләт крәҫтиәндәре категорияһына ҡараған. Был осорҙа игенселек һәм малсылыҡ - төп кәсептәр, умартасылыҡ, мискә эшләү, сана бөгөү, туҡыусылыҡ, септә һуғыу һәм башҡа шөғөлдәр киң таралған[6].

1870 йылда ауылда мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне, ХХ быуат башында шулай уҡ мөгәзәй, 2 бакалея кибете булған. Был осорҙа ауыл общинаһының ер биләме 1749 дисәтинә тәшкил иткән[6]

1912-1913 йылдарҙағы ихата иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 336 йортта 68-е - ат, 262-һе - бер, ике ат, 6-һы өсәр һәм унан күберәк эш аты тотҡан; 2311 баш мөгөҙлө эре һәм башҡа мал, 703 бал ҡорто күсе теркәлгән; 252 хужалыҡ һөнәрселек кәсебе менән шөғөлләнгән[6]

1920 йылға тиклем ауыл Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙе Тәкмәк улусына ҡарай. 1920 йылдан алып Минзәлә, 1922 йылдан - ТАССР-ҙың Саллы кантондары составында. 1924 йылда ауылда дүрт синыфлы мәктәп асыла.

Ауылда коллективлаштырыу осоронда "Кзыл Татарстан" колхозы ойошторолған. 1930 йылдың 10 авгусынан - Шереметьев, 1935 йылдың 10 февраленән - Зәй, 1963 йылдың 1 февраленән - Саллы , 1972 йылдың 1 ноябренән Зәй районында. 1987-1993 йылдарҙа ауыл эргәһендә Зәй кирбес заводы сафҡа индерелгән

Халҡы үҙгәртергә

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
1859189719201926193819491958197019791989200220102017
609139617201169109611189701090908720844853770

Ауылдың милли составы: татарҙар — 90% (2017 йыл).

Иҡтисады үҙгәртергә

Ауыл халҡы крәҫтиән фермер хужалыҡтарында эшләй (баҫыусылыҡ, һөт малсылығы).

Мәғариф, медицина һәм мәҙәниәт объекттары үҙгәртергә

Ауылда балалар баҡсаһы эшләй (2013 йылда төҙөлгән), китапхана һәм мәҙәниәт йорттары(икеһе лә — 1971 йылғы), табип амбулаторияһы бар.

Дини объекттар үҙгәртергә

Мәсет (1991 йылдан).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Һоҫлан - теҙеп ултыртып, береһе өҫтән ҡаплап ҡуйылған көлтәләр - Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 594-се бит
  3. Ҡаҙғанат - ҡара-ҡаршы һөйәп, теҙеп ултыртылған көлтәләр Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 606-сы бит
  4. Хазиев Р. И. Историко-лингвистический анализ ойконимии Юго-Восточного Закамья Татарстана: автореф. дис. канд. филол. наук. — Казань, 2000. — 25 с. — С.14.
  5. Г.Ф. Саттаров. Татарстан АССР-ның антропотопонимнары. — Казань, 1973. — 164 с.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Заинский муниципальный район// Верхние Шипки https://zainsk.tatarstan.ru/verhneshipkinskoe/about.htm 2021 йыл 12 август архивланған..