Үрге Ташбүкән (рус. Верхний Ташбукан) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 55 кеше[1]. Почта индексы — 453054, ОКАТО коды — 80221834001. ИФНС коды — 0268.

Ауыл
Үрге Ташбүкән
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ғафури районы

Координаталар

53°45′13″ с. ш. 56°35′47″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 221 834 002

ОКТМО коды

80 621 434 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Үрге Ташбүкән (Рәсәй)
Үрге Ташбүкән
Үрге Ташбүкән
Үрге Ташбүкән (Башҡортостан Республикаһы)
Үрге Ташбүкән

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 55 29 26 52,7 47,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Үрге Ташбүкән ауылы VII кантондың 10-сы йортона ҡарай. 1795 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында Илсек-Тимер түбәһенә ҡараған бер генә Ташбүкән ауылы теркәлә: 39 ихатала 251 кешенең йәшәүе билдәләнә[2]. 1834 йылғы рәүиздә ауыл Ҡармыш түбәһенә ҡараған була. Төрлө мәлдәрҙә төрлө йортҡа ҡарауҙарын ауылда, нигеҙҙә, Гәрәй-Ҡыпсаҡ улусынан башҡорт милләтенән булған керҙәштәр (припущенниктар) булыу ихтималлығы менән аңлатыла. Мәҫәлән, 1834 йылғы VIII рәүиздә Үрге Ташбүкән ауылында көн иткән 482 кешенең 448-е керҙәштәр була. Ни бары 34 кеше ер хужаһы тип таныла. 1859 йылда иһә 70 йортта 399 кеше йәшәй. Ә 27 йылдан һуң ауылда 452 кешенең йәшәүе билдәләнә.

XVIII быуатта ауыл русса Расламбеково, йәғни Арыҫланбәк атамаһы аҫтында теркәлә[2].

Ауылдың урамдары

үҙгәртергә
  • Ҡашҡат ( урамы ) рус. Кашкат (улица)
  • Үҙәк (урамы) рус. Центральная (улица).

Географик урыны

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә