Үрге Санарка
Үрге Санарка — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе, Пластовской районы Борисовский ауыл биләмәһе территорияһында Пласт ҡалаһынан 26 км көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан ауыл.
Ауыл | |
Верхняя Санарка | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Бейеклеге |
283 м |
Халҡы | |
Конфессиональ составы |
христиандар, мосолмандар |
Телефон коды |
+7 35142 |
Почта индексы |
457025 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
74, 174 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе составына ингән.
Географияһы
үҙгәртергәСанарка йылғаһы буйында Р360 Силәбе — Магнитогорск трассаһында урынлашҡан ауыл.
Топонимияһы
үҙгәртергәСиләбе топонимисы Шувалов:
Санарка йылғасыҡ, Уй йылғаһының һул ҡушылдығы, Тобол бассейнына ҡарай; Үрге Санарка, ауыл, Пласт ҡалаһы территорияһы; Түбәнге Санарка, ауыл; Каменная Санарка, ҡасаба, Троицкий районы.Хәҙерге башҡорт теле яғынан аңлатыу мөмкин булманы. Моғайын, атама башҡорт һәм урыҫ телдәрендә бер аҙ үҙгәртелеп, Сунар, Сакнар, Сак-Санар тигән боронғо фин-уғыр топонимдарына бәйлелер[2]}}
.
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[3] | 2010[1] |
862 | ↘830 |
Билдәле кешеләре
үҙгәртергәИҫтәлекле урындар
үҙгәртергә- Ауылдан көньяҡҡараҡ «Санар ҡарағай урманы» урынлашҡан, унда реликт ҡарағайҙар һәм лишайниктар (ташта, ағас ҡайырында үҫкән түбән төҙөлөшлө ябай үҫемлек) ғына түгел, ә һирәк осрай торған (уникальный) сәскәләр, үләндәр һәм ҡыуаҡлыҡтар ҙа үҫә. Уларҙың күбеһе Өлкәнең генә түгел, шулай уҡ Рәсәйҙең Ҡыҙыл Китабына индерелгән. Бында шулай уҡ алтын да, ярым аҫыл таштар ҙа бар, улар ысын минералогик раритет булып тора: ҡыҙыл яҡут (рубин), асыҡ йәшел төҫтәге минерал (малахит), зәңгәр яҡут (сапфир), циркон һәм алһыу һары яҡут (топаз).
- «Скоропослушница» Алла Анаһы иконаһы сиркәүе. 2002 йылдан алып 2005 йылға тиклемге осорҙа төҙөлгән. Ул өҫкө һәм аҫҡы биналарҙы үҙ эсенә ала, 300 кешегә иҫәпләнгән, ә тәренең бейеклеге 37 метрҙан ашыу тәшкил итә. Ләкин иң мөһиме — был махсус нығытмалар (крепление) ярҙамында бер ҡаҙаҡһыҙ (сөйһөҙ) төҙөлгән ағас ҡоролма. Ғибәҙәтхана төҙөүселәре махсус рәүештә Кижиға барған һәм, уларҙың тәжрибәһен заманса технологиялар менән тура килтереү өсөн, боронғо төҙөүселәрҙең сәнғәтен өйрәнгән. Ҡорам эстән өҫтәмә рәүештә уның каркасын тартҡан металл конструкциялар менән нығытылған, ә төҙөлөш бүрәнәләренә био һәм уттан һаҡлаусы махсус состав һеңдерелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Шувалов. Словарь топонимов. Санарка, Верхняя Санарка, Нижняя Санарка
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.