Үрге Мөллә (йылға)
Үрге Мөллә (үрге ағымында Үрге Мөллә) — Пермь һәм Пермь крайының Пермь районындағы бәләкәй йылға. Йылға тамағы Кама йылғаһының Воткинск һыуһаҡлағысының һул яҡ ярындағы тамағынан 672 км алыҫлыҡта ята. Йылғаның оҙонлоғо — 52 км, майҙаны — 467 км2.[1]
Үрге Мөллә | |
Ҡайҙа ҡоя | Кама |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Малиновка[d], Мось[d], Пыж[d], Рыж[d] һәм Светлая[d] |
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Бассейн майҙаны | 460,7 км² |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Пермь крайы |
Оҙонлоҡ | 52 km |
Үрге Мөллә Викимилектә |
Һыу режимы
үҙгәртергәҮрге Мөллә йылғаһында ташҡын апрелдә башлана һәм 20-25 көн дауам итә, апрель аҙағында һыу кимәле иң юғары нөктәһенә етә. Йылдың йылы ваҡыттарында, көслө ямғырҙар яуғанда, һыу ныҡ күтәрелеп, ташҡындар ҙа булып ала[2]. Ҡайһы бер урында йылғаның киңлеге 400 метрға барып етә[3].
Ҡушылдыҡтары
үҙгәртергәҮрге Мөллә йылғаһына 35 йылға ҡоя[2]. Уларҙың эреләре[1][4][5]:
Географияһы
үҙгәртергәйылғаһы
Үрге Мөллә йылғаһының шишмә башы Пермь районы территорияһында, Йондоҙ[2] ҡасабаһы янында урынлашҡан. Пермдең һул яҡ ярҙағы көнбайыш өлөшөнән (Индустриаль һәм Дзержинский райондары) аға. Пермь территорияһындағы иң боронғо ауылдарҙың береһе булған Үрге Мулла ауылы ошо исемдәге йылға буйында ята. 1958 йылдан был ауыл Пермдең Индустриаль районы составына инә . Индустриаль район биләмәһендә Үрге Мөллә йылғаһы аша һалынған күперҙәр:
- Леонов урамындағы күпер.
- Сәнәғәт урамындағы күпер.
- Космонавтар шоссеһындағы күпер.
Артабан Үрге Мөллә йылғаһы, Черняев урманы ситенән ағып, Индустриаль һәм Дзержинский райондары сиген киҫеп үтә. Дзержинский биҫтәһендә йылға Парк һәм Заостровка микрорайондары аша аға, унда ла йылғаның бер нисә күпере бар:
- 2-се Мөллә урамындағы йәйәүлеләр өсөн күпер.
-
Төҙөүселәр урамынан күпер күренеше
-
Үрге Мулла йылғаһы күренеше
-
Уң яҡ ярҙан күпергә үтеү
- Төҙөүселәр урамындағы күпер 2007 йылдың 13 июнендәасыла. Ул Парк биҫтәһен Красавинский күпере (кама аша) менән тоташтыра. Күперҙең оҙонлоғо — 248 м, киңлеге — 7,4 метр. Күпер 2005 йылда төҙөлә башлай һәм 796,26 млн. һумға төшә[7][8].
-
Күпер төҙөү (2006)
-
Уң яҡ ярҙан күпер күренеше
- Красин урамындағы күпер.
- 1-я Хеҙмәт урамындағы күпер — йылға тамағына яҡын ғына урынлашҡан һуңғы күпер.
Хужалыҡ ихтыяждарында ҡулланыу
үҙгәртергәҮрге Мөллә йылғаһы һыуҙары рекреация өсөн Һәм хужалыҡ-көнкүреш ихтыяждарында ҡулланыла[2]. Мулла йылғаһы Пермь өлкәһенең суднолар йөрөгән йылғалары системаһына инмәй. Был системаға Кама, Вишера, Сылва һәм Чусовой йылғалары ғына инә[9].
Тарихы
үҙгәртергәПермь крайының күпселек йылғалары топонимикаһы пермь-фин-уғыр телдәренә бәйле, ә бына Үрге Мөллә һәм Түбәнге Мөллә йылғаларының атамаһы фарсы телендәге «мулла» һүҙенән килеп сыҡҡан. Пермь крайының тарихын өйрәнеүселәр быны татар кенәзе Мәмәтҡол исеме менән бәйләй, ул Иван Грозный батшалыҡ иткәнгә тиклем һәм ул батша булған дәүерҙә лә ошо яҡтарҙа имам йәғни мулла була. Уның өлкән улы Ураҡ бей Мәмәтҡолов Үрге Мулла ауылында, ә кесе улы Ираҡ бей Һөйөндөк бей Мәмәтҡолов Түбәнге Мулла ауылында йәшәй. Ошо йылға буйында урынлашҡан ауылдар Үрге Мөллә һәм Түбәнге Мөллә ауылдары тип атала[10][11]. XVII быуаттың яҙма ҡомартҡыларында (1623 йылда ҡулдан яҙылған китап) был йылға Мулл йылғаһы тип атала[12]. Был йылғаның боронғо, төркиҙәргә тиклемге тарихы һаҡланмаған.
Мөллә (башҡ. мөл; мөлләү) топонимының килеп сығышын Башҡорт теленең академик һүҙлеге "МӨЛ, МӨЛЛӘҮ" һүҙенә бәйләй. Борондан ошо төбәктә төпләнеп йәшәгән башҡорттар был йылғаларҙа һалға бәйләмәйенсә лә ағас ағыҙыр булған[13]. Миҫал:
Мөл — рус.моль И: (timber) floating; Т.:yudurulecek tomruklar) и. Һалға бәйләмәй, таралған килеш ағыҙған ағас, ҡыуғын. рус. Моль, сплав./Сплавной, молевой, сгонный. Мөл ағыҙыу йәки Ағасты мөлләп ағыҙыу.[14]
1722 йылда Урал ҡаҙна заводтары идарасыһы Г. В. де Геннин һәм иретеүсе-оҫта В. М. Циммерман Егошихинск баҡыр иретеү заводы төҙөлөшөн башлауға әҙерлек барышында Үрге Мөллә йылғаһы ярҙарынан баҡыр мәғдәне өлгөләрен тикшереп ҡарау өсөн ала. Аҙаҡ тап шул тикшеренеүҙәр нигеҙендә Пермь ҡалаһы барлыҡҡа килә.
Экологик хәл
үҙгәртергәПермь ҡалаһы биләмәләренән һәм уға яҡын Пермь районы аша ағыу сәбәпле, Үрге Мөллә йылғаһының һыуҙары сәнәғәт һәм көнкүреш ҡалдыҡтары менән бысраныуға дусар ителә. Был йәһәттән малсылыҡ фермалары, урман комбинаты, лак-буяу заводы һәм башҡа предприятиеларын атап үтергә була.
Химик составы
үҙгәртергәТирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса идаралыҡтың 2004 йылдағы докладына ярашлы, Үрге Мөллә йылғаһы һыуы 2-3-сө сифат класына ҡарай, һыуҙағы нитриттар, тимер һәм кислород миҡдарын иҫәпкә алғанда, йылғаның үрге ағымында һыу 4-се сифат класына ҡарай, йәғни хатта алдан эшкәртелгән осраҡта ла эсергә һәм балыҡсылыҡ менән шөғөллөнеүгә яраҡлы түгел.
Ҡушылмаларҙың концентрацияһы:
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 «Үрге Мөллә (йылға)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Мулянка (верхняя), река, левобережный приток Воткинского водохранилища 2020 йыл 27 сентябрь архивланған. // Энциклопедия «Пермский край».
- ↑ Пермь. План города. // ФГУП «Уралаэрогеодезия», 2006 г.
- ↑ Топографический указатель «Реки Пермского края» — СНИБ «Эльбрус».
- ↑ Лист карты O-40-77 Юг. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1985 г.
- ↑ Светлый . — статья из научно-популярной энциклопедии «Вода России».
- ↑ В Перми состоялось торжественное открытие автодороги по улице Строителей. . Архивировано 11 октябрь 2007 года. 2007 йыл 11 октябрь архивланған. — Российское информационное агентство «Новый Регион».
- ↑ Строительство моста через реку Мулянку в Перми завершится в 2006 году. . Архивировано 8 октябрь 2007 года. 2007 йыл 8 октябрь архивланған. — Российское информационное агентство «Новый Регион».
- ↑ Транспортная инфраструктура современной Пермской области / Энциклопедия Пермской области. Дата обращения: 31 октябрь 2006. Архивировано 20 февраль 2008 года.
- ↑ Д. Б. Рамазанова. К истории формирования говора пермских татар.
- ↑ З. А. Мухаева. Топонимия территории пермского говора татарского языка (юга Пермской области).
- ↑ Полякова Е. Н. Старинные названия на карте Перми. ПГНИУ, 2013. — С. 3, 21.
- ↑ Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Китап. Өфө. 2014. 371-се бит
- ↑ Башҡорт теленең академик һүҙлеге. VI том. Китап. Өфө 2014. 371,373 бб.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт теленең академик һүҙлеге. VI том. Китап. Өфө 2014. Тиражы 10000. 943 бит.