Үрге Ҡондоҙ

(Үрге Кандыз битенән йүнәлтелде)

Үрге Ҡондоҙ[1][2] (үрге ағымында — Ҡондоҙ[3][4]) — Рәсәйҙәге йылға, Ырымбур өлкәһенең Төньяҡ һәм Абдулла районы һәм Татарстандың Баулы районы биләмәләрендә аға. Һалҡын Шишмә быуаһынан[3] имән, йүкә урманы ситенән башлана[5]. Урыҫ Ҡондоҙо[3], Шабрино һәм Андреевка ауылдары аша көнсығыш йүнәлешендә аға, артабан көньяҡ-көнсығышҡа борола[2]. Аксенкино һәм Кабаевка аша ағып үтә[6]. Иҫке Шалты ауылынан төньяҡтараҡ төньяҡ-көнсығышҡа борола[6] һәм был йүнәлеште тамағына тиклем һаҡлай[2]. Йылға Ыҡ йылғаһының һул ярына тамағынан 454 км өҫтәрәк, Шалты ауылы эргәһендә[2], диңгеҙ кимәленән 124 метр бейеклектә[7] ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 61 км. Түбәнге ағымында йылға киңлеге — 20 метрға тиклем, тәрәнлеге — 2 метрға тиклем[2].

Үрге Ҡондоҙ
Характеристика
Оҙонлоғо 61 км
Бассейн 590 км²
Һыу ағымы
Тамағы Ыҡ
 · Урынлашыуы һул ярына тамағынан 454 км өҫтәрәк
 · Координаталар 54°02′37″ с. ш. 52°50′39″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Татарстан Республикаһы, Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы
РДҺР 10010101312111100027926

Этимологияһы

үҙгәртергә

Топоним «Ҡондоҙло йылға» («Бобровая (река)») (ҡондоҙ — «бобр») тип тәржемә ителә. «Үрге» билдәләмәһе Ыҡтың башҡа ҡушылдыҡтары — Ҡондоҙ йылғаһы менән сағыштырмала бирелә[8].

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ыҡ башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Кама ҡушылдыҡтары бассейны, Ағиҙел ҡушылғанға тиклем, йылға бассейны — Кама[9].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[9]:

- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010101312111100027926

- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102792

- Бассейн коды — 10.01.01.013

- ГӨ буйынса томы — 1 1 - ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ҡалып:ГКГН
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Лист карты N-39-71 Татарский Кандыз. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1988 год. Издание 1993 г.
  3. 3,0 3,1 3,2 Лист карты N-39-70 Северное. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1988 год. Издание 1992 г.
  4. Ҡалып:ГКГН
  5. Карта бите N-39-70-D-c.
  6. 6,0 6,1 Лист карты N-39-83 Покровка. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1988 год. Издание 1992 г.
  7. Карта бите N-39-71-D-b.
  8. С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. — Кувандык, 2002.
  9. 9,0 9,1 РФ һыу реестры: Үрге Кандыз.

Һылтанмалар

үҙгәртергә



  Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ