Үрге Баба (Көйөргәҙе районы)

(Үрге Баба битенән йүнәлтелде)

Үрге Баба (рус. Верхнее Бабаларово) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 149 кеше[1]..

Ауыл
Үрге Баба
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Көйөргәҙе районы

Координаталар

52°52′13″ с. ш. 55°25′13″ в. д.HGЯO

Этнохороним

Үрге Бабалар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 239 865 002

ОКТМО коды

80 639 465 111

ГКГН номеры

0524518

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Үрге Баба (Рәсәй)
Үрге Баба
Үрге Баба
Үрге Баба (Көйөргәҙе районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Үрге Баба

Почта индексы — 453355, ОКАТО коды — 80239865002.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 33 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яҡшымбәт): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ермолаево): 33 км

Ауыл тарихы

үҙгәртергә

Үрге Бабалар ауылы XVIII быуат уртаһында Ноғай юлының Ҡыпсаҡ олоҫо башҡорттары тарафынан нигеҙләнә. Аҙаҡ унан Оло Көйөргәҙе аръяғына Урта Бабалар ауылы бүленеп сыға. Бер аҙҙан Тамаҡ Бабалар ауылы айырылып сыға. Рус тарихсыһы Николай Рычков Башҡортостанға сәйәхәте ваҡытында, 1770 йылда, Үрге Бабалар һәм Түбәнге Бабалар ауылдарын күрһәтеп китә. Ә 1786 йылдағы картала Бабалар тигән бер генә ауыл күренә. Бишенсе ревизия ваҡытында ла шул уҡ хәл күҙәтелә. Ул саҡ Бабаларҙа 29 өй булған. Үрге Бабаларҙың икенсе исеме юҡ. унда 1900 йылда 342 кеше, 1920 йылда −356, 1939 йылда — 341, 1959 йылда −93, 2002 йылда 137 кеше йәшәгән. Үрге Бабаларҙа, башлыса, Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең Аҡ Ҡыпсаҡ, Һары Ҡыпсаҡ, Байгилде ырыуы башҡорттары йәшәй. Уларҙың зат-нәҫел аралары: алабай,ҡыуыҡ, ҡатай, ҡатығолаҡ, сыуаш, ҡалмаҡ.Зат-нәҫел тамғалары: ҡаҙ аяғы, сүкеш, көйәнтә.[2]

Мәктәп тарихы

үҙгәртергә

Матур Көйөргәҙе буйында ултырған Үрге Бабалар ауылы 50-се йылдарҙа төпкөл, ҡараңғы ауылдарҙың береһе ине: электр уты юҡ, халыҡ шәм яндырып, утын, тиҙәк, һалам яғып, йылғанан һыу ташып йәшәне. Шулай ҙа хәҙерге замандан айырмалы булараҡ, башланғыс мәктәп була. Ауылдың күпселек балаларын уҡытыусы Ноғман Әҙһәм улы Ильясов уҡыта. Аҙаҡ Үрге Бабалар ауылына мөғәллимә ҡыҙ — Зарифа Ғәлиулла ҡыҙы Мәҡсүтова килә. Шуҡ, шаян Рәлиф Әбләев, тыныс, баҫалҡы холоҡло Шамил Ильясов, үтә тырыш Миңйыһан Ташбулатова, аҙ һүҙле Әхтәм Кинйәғолов, әҙәпле, тыйнаҡ Жаналдыҡ Әхмәтова — барыһы ла уҡытыусыны ҙур ихтирам менән тыңлай. Ул заманда бер бүлмәлә ике класс балалары уҡыған була. (Д.Хәсәнова. Нурлы йөҙөн, йылы ҡарашын тоям."Юшатыр" гәзите, 2012 йыл, 17 ғинуар)

Ауылдан сыҡҡан билдәле шәхестәр

үҙгәртергә
  • Ишбулды Хәйепҡол улы Мөхәмәтйәнов — Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы, ВДНХ миҙалдары кавалеры, данлыҡлы сөгөлдөр үҫтереүсе.
  • Әхтәм Кинйәғолов — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре

Топонимия

үҙгәртергә

Ауылдың көнсығыш яғында бейек кенә Һөрмә тауы бар. Уны ни өсөн Һөрмә тауы тип атағандар һуң? Ул тауҙың ҡатламында ҡара һөрмә бар. Элекүэлектән ҡыҙҙар уны биҙәнеү өсөн ҡулланғандар. Улар ҡара һөрмәне ҡаштарына, керпектәренә күҙ ҡабаҡтарына һөрткәндәр. Өләсәйем һөйләгәндәренән: Беҙ ҡыҙҙар менән һөрмә алыр өсөн ошо тауға бик йыш бара торған инек. Һәрмә алыр өсөн күрше тирә-яҡ ауыл ҡыҙҙары ла ат менән килер булғандар. Һөрмә тауы ауылды йәмләп ултыра. Хәҙер ҡыҙҙар һәрмә өсөн унда бармай. Атайымдың иң яратҡан һүҙе: Көнсығышҡа ҡараһам, Һөрмә тауы, көнбайышта Аҡһар тауы, тәньяғта Убатау.[3]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. «Юшатыр» гәзите, 2008 йыл, 12 июнь
  3. Атайым Салауат Йосопов иҫтәлектәренән