Үгеҙ тиреһе тиклем ер (риүәйәттәрҙә)

фольклор

Үгеҙ тиреһе тиклем ер (рус. Продажа земли с бычью шкуру) — башҡорт ерҙәрен һатып алыуға бәйле социаль-көнкүреш йөкмәткеле риүәйәттәр мотивы, художестволы деталь, символ, образлы фекерләү.

Үгеҙ тиреһе тиклем ер

Тасуирлама

үҙгәртергә

Социаль-көнкүреш йөкмәткеле риүәйәттәр нигеҙендә Башҡортостанды колонизациялауға бәйле хәл-ваҡиғалар ята. Башҡорт ерҙәрен һатып алыуға бәйле риүәйәттәрҙең төп мотивы — «үгеҙ тиреһе саҡлы ер һатыу». Башҡорт халыҡ ижадында алдашып ер һатыу, ер алыуға бәйле тиҫтәләгән риүәйәттәр бар. Уларҙың нигеҙендә фажиғәле башҡорт тарихы ята. Башҡортостан Рус дәүләтенә ҡушылғас та, айырыуса XVIII быуаттан башлап, башҡорт ерҙәрен уратып тиҫтәләгән хәрби ҡәлғәләр, заводтар төҙөлә башлай. Бының өсөн башҡорт ерҙәре талап алына. «Үгеҙ тиреһе тиклем ер» хаҡындағы риүәйәттәр — шул замандар шаңдауы, халыҡ яҙмышының сағылышы. Риүәйәттәрҙә ваҡиғалар төрлө урында, төрлө ваҡытта, төрлө кешеләр ҡатнашлығында, төрлө шарттарҙа бара. Әммә уларҙың күптәренең сюжеты бер уртаҡ мотивҡа —"үгеҙ тиреһе тиклем ер" мотивына нигеҙләнә[1][2].

Тикшеренеүселәрҙең билдәләүенсә, «үгеҙ тиреһе тиклем ер» башҡорт риүәйәттәренә «колонизацияның йыртҡыс характеры, рәхимһеҙ үҙенсәлеген биреүсе художестволы деталь булараҡ килеп ингән». Башҡорттарҙы хәйлә менән алдау, бөтөнләй юҡ хаҡҡа уларҙың ерҙәрен тартып алыу легенда һәм риүәйәттәрҙә цифрҙар теле менән түгел, ә сәнғәт алымы, образлы фекерләү аша еткерелгән. Шуныһы: һайланылған символ, образ шул тиклем тос һәм мәғәнәле — уның эргәһендә теләһә ниндәй һан күрһәткесе лә тоноғораҡ тойолған булыр ине.

Был мотив бөтә донъя фольклоры өсөн характерлы

Һыйыр йәки үгеҙ тиреһе тиклем ер һатып алыу мотивы — бик боронғо мотив, ул төрлө континенттарҙа йәшәгән, телдәре төрлө системаға ҡараған халыҡтарҙың ижадында урын алған. Хәйләкәрлеге менән үгеҙ тиреһе тиклем ер һатып алып, Карфагенға нигеҙ һалыусы Дидона хаҡындағы боронғо грек легендаһы, Азия, һинд, Һинд-Ҡытай, Төньяҡ Америка халыҡтарының риүәйәт-легендалары — боронғо уртаҡ мотивты конкрет милли ерлектә яҡтыртҡан ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары ул. Оҡшаш идеяның һәр халыҡта үҙенсәлекле яңғыраш алыуын төрки халыҡтарының риүәйәт һәм легендаларында ла күҙәтелә[2].

Риүәйәттәрҙә

үҙгәртергә

«Ер һатыу», «Баярҙың ер алыуы», «Байҙарҙың заводсыларға ер һатыуҙары», «Мырҙағол» «Абласкин» («Яуымбай») исемле риүәйәттәрҙә урыҫ баярҙары һәм сауҙагәрҙәренең халыҡты алдау, ҡурҡытыу һәм хәйлә юлы менән осһоҙ ғына хаҡҡа (аҙ-маҙ аҡса, сәй-шәкәр, буханка икмәк, даға, суйын һ. б.) әллә ни тиклем ер һәм урмандарҙы тартып алыуҙары тураһында һөйләнелә.

«Байымдың ер һатыуы»

Хәҙерге Белорет ҡалаһының дәүләт банкы ултырған ерҙә ҡасандыр Байым тигән кешенең тирмәһе торған, ә уның тирә-яғында көтөүлектәр йәйелеп ятҡан",— тип башланып китә риүәйәт. Бер ваҡыт Твердышев тигән сауҙагәр бер түтәрәм икмәк, бер ҡаҙан, бер балта хаҡына Байымдан үгеҙ тиреһе хәтле генә ер һораған. Байым, үгеҙ тиреһендәй генә ер булдымы тип уйлаған да, риза булған. Ә Твердышев үгеҙ тиреһен ҡылдай ғына итеп телгән дә, Байымдың әллә ни хәтле ерен уратып алған. Аҙаҡ ошо ергә завод һалдырып Байымды уның үҙ ерҙәренән ҡыуып ебәрә.

Был риүәйәттә бөтә башҡорт халҡының оло фажиғәһе ята. Бер яҡтан мәкерле сауҙагәр, колонизатор, икенсе яҡтан, бер ҡатлы башҡорт байы. Был осраҡта бер ҡатлылыҡ түгел, ә мәкерлек, хәйлә ота.

«Байҙарҙың заводсыларға ер һатыуҙары» тигән риүәйәттә халыҡ фекере менән иҫәпләшмәй, шәхси ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү менән мәшғүл булған башҡорт байҙарының «эшмәкәрлеге» шелтәләнә, уларға нәфрәт белдерелә: ер һатыуҙың тик улар өсөн генә файҙалы булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына.

Ер һатыуҙа бигерәк тә Ҡоҙашман байҙары Байсура, Ҡолсура, Ишхужаларҙың даны сыҡҡан була. Улар бөтәһе лә, элек сотник булып хеҙмәт иткәнлектән, рус телен яҡшы беләләр, завод управляющийы менән Һин дә мин һөйләшеп, аҡсаны йөгө-йөгө менән ҡайырып алып ҡайталар. Ә халыҡтың ере кәмегәндән-кәмей бара. Бының өҫтәүенә ҡоролоҡ булып, илдә йотлоҡ башлана. Шуны ғына көтөп торғандай, завод управляющийы килеп төшә лә бөтә башҡорттарға ла аҡса таратып бирә: ҡайһыһына — 5, ҡайһыһына — 10 һум, һәр кем аҡса алғанлығына ҡултамғаһын һалып бара. Ә завод хужаһы аҙаҡтан был ҡағыҙҙы ер һатҡанлыҡҡа: килешеү ҡағыҙы тип батшаға күрһәтә икән. Батшаға нимә? һатҡанмы — һатҡан, ер һинеке, ти. Шулан итеп, халыҡ әллә ни саҡлы еренән ҡолаҡ ҡағып ҡала. Аҙаҡ эштең ниҙә икәнеп һиҙеп ҡалһалар ҙа, инде эш үткән булып сыға. Шуға ла ҡарамаҫтан, Ишхужа староста ер межаһын тағы ун саҡрымдай беҙҙең ауылға табан күсертеп ҡуя. Бына шунан бирле инде беҙҙең ерҙәр Үҙән заводына тороп ҡала[1].

«Үтәгән» риүәйәте

«Үтәгән» риүәйәте Ҡазан губернаһының Мамадыш өйәҙенән килгән ике туған Ишекәй менән Ишбирҙенең шулай уҡ хәйлә менән башҡорт ерҙәрен «һатып алып», ерле халыҡты һемәйтеүҙәре, бөлгөнлөккә төшөрөүҙәре тураһында хикәйә итә.

«Айыу тиреһе дәүмәлендәге ер», «Батша генералы Коршин»

Үҙ еренә үҙенең хоҡуғын тойоу һәм уны тартып алырға тырышыуҙың бик анһат булмауын иҫкәртеү мотивы «Айыу тиреһе дәүмәлендәге ер», «Батша генералы Коршин» исемле риүәйәттәрҙә лә сағыла. Алдау юлы менән алынған ерҙең изгелеген күрә алмағанлыҡтан (башҡорттар генералға Йүрүҙәндән һыу алырға рөхсәт итмәйҙәр, ҡаҙыған ҡойоларҙан да һыу сыҡмай), Коршин кире әйләнеп ҡайтып китергә мәжбүр була.


Ер талаусыларға, батша түрәләренең яуызлыҡтарына ҡаршы башҡорттарҙың ризаһыҙлығы һәм стихиялы рәүештә көрәшкә күтәрелеүе хаҡында күп һанлы риүәйәт һәм легендалар ижад ителгән. Был көрәш рус баярҙарының утарҙарын яндырыу («Крепостной Йылайыр»), рус баярҙары һәм улар тарафынан килтерелгән атлы казактар менән бер төркөм башҡорттарҙың йәки айырым кешеләрҙең ҡораллы бәрелеше («Сая Ғәйнетдин», «Мырҙағол») шуның кеүек эпизодтар аша һүрәтләнә[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә