Художестволы образ
Художестволы образ —— әҫәрҙең йөкмәтке менән форма берлеген сағылдырыусы төп берәмек.
Образ төшөнсәһе дүрт мәғәнәлә йөрәй:
- Беренсенән, образ тип художестволы әҫәрҙә һүрәтләнгән кешене —— затты атайҙар. Персонаж, герой, характер тигән күренештәрҙең барыһы өсөн ул дөйөм исем вазифаһын үтәй.
- Икенсенән, әҫәр тарафынан һүрәтләнгән тормош картиналарының дөйөм һанын атау.
- Өсөнсөнән, образ тигәндән беҙ ысынбарлыҡтың дөйөм ҡанундарына хас булған иң типик үҙенсәлектәрҙе шиғриәтле итеп сағылдыра алған тормош күренештәре.
- Дүртенсенән, «образ» һүҙенә ҡайһы ваҡытта үтә тар йөкмәтке лә һалып йөрөтәләр, шиғри телмәргә конкретлыҡ һәм нәфислек биреүсе һәм күбеһенсә символик характерҙағы әйбер һәм хайуандарҙы шулай атайҙар.
Образ төшөнсәһенең дүрт мәғәнәһе лә йәшәүгә хаҡлы.
Уның дөйөм һәм абстракт төшөнсәләргә, идеяларға, йән өрә алыусы, уларҙы кешенең көндәлек тормошона яҡынайта алыусы конкретлыҡ сифатына иғтибарҙы айырыуса йүнәлтергә кәрәк.
Художестволы образдың тағы бер мөһим үҙенсәлеге —— ассоциативлыҡ.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ким Әхмәтйәнов. Әҙәбиәт теорияһы. Өфө-2004,390 бит