Ҡәйеп (ауыл)

Ырымбур өлкәһенең бөткән ауылы

Ҡәйеп (рус. Каипово) — Рәсәй Федерацияһы, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы юҡҡа сыҡҡан ауыл.

Ҡәйеп
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Ырымбур өлкәһе
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы

Географияһы

үҙгәртергә

Ҡәйеп ауылы Ҡыуандыҡ ҡала округындағы Бохарсы йылғаһы буйында, ошо уҡ йылға буйындағы Яңы Һамар ауылынан 10 км үрҙәрәк урынлашҡан. Ә ул күршеһе, үҙ сиратында, округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан яҡынса 5 километр алыҫлыҡта төньяҡ-көнбайыштараҡ ултыра.

Ҡәйеп ауылы 1871 йылда Ырымбур губернаһының «Список населенных мест» тигән белешмәһендә Һаҡмар буйындағы Ҡәйеп тигән башҡорт ауылы тип телгә алына. Шул уҡ ваҡытта уның йәнә ике атамаһы ла булған — Бохарсы (йылға исеменән) һәм Апанды, тип яҙа Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында.

1901 йылдағы китапта — Каипова, при р. Бухарче тип билдәләнә. Урындағы кешеләр һөйләүенсә, ауыл туғыҙ тапҡыр ултырған урынын алмаштыра. Бер мәл әлеге Яңы Һамар ауылының төньяҡ осо булған ерҙә ултырған.

Хәҙерге урынына 1927 йылдың июнендә күсеп ултырған булған.

1992 йылдың 1 ғинуарына ауылда даими йәшәгән кеше булмаған, документтарҙа дачалар ҡасабаһы тип теркәлгән[1].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ауылдың башҡортса атамаһы — Ҡәйеп (Каюп) тигән андронимдан, тип яҙған С. М. Стрельников. Т. Кусимова, С. Бикҡолова төҙөгән «Башҡорт исемдәре» һүҙлегендә Ҡәйеп исеме -ғәйеп, билдәһеҙ, йәшерен мәғәнәһендә, тип аңлатыла. Шул уҡ ваҡытта ғәйептән тыуған балаға ла ҡушылған булыуы мөмкин[2] [3].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Муллаҡаев Мирғәли Байғол улы (Мирғәли Байғолов; 1790—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  2. Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 72-се бит
  3. По сведениям, полученным от местных жителей, деревня девять раз меняла местоположение. Одно время располагалась там, где теперь северный конец с. Новосамарск. На нынешнем месте основалась в июне 1927 г. Башкирское наименование селения — Каюп (от мужского личного имени Кайуп). К 1 января 1992 г. здесь уже постоянного населения не было, и Каипово отмечено в документах как дачный поселок. — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 72-се бит