Яңы Һамар (Ҡыуандыҡ районы)
Яңы Һамар (рус. Новосамарск) —Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Яңы Һамар | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 534 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462221 |
Географияһы
үҙгәртергәАуыл Бохарсы йылғаһының һул яҡ ярында округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан яҡынса 5 километр алыҫлыҡта төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.
Климаты
үҙгәртергәАуылдың климаты Ҡыуандыҡ районына хас — уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[3].
Тарихы
үҙгәртергәХалыҡ телендәге рәсми булмаған атамаһы — Бохарсы (йылғаһы буйынса). 1901 йылғы исемлектә Һамар губернаһы күскеселәре тарафынан нигеҙ һалынған Һамар утары тип билдәләнгән. Һуңғыраҡ сығанаҡтарҙа Яңы-Һамар атамаһы менән телгә алына[4].
Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмегенә, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[5][6].
2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районының Ҡыҙыл Һаҡмар ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған[7].
Халҡы
үҙгәртергә2002 йылдағы халыҡ иҫәбе буйынса 816 кеше (урыҫ 70 %) даими йәшәгән, 2010 йылда — 534[8].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
- ↑ Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О ПРЕОБРАЗОВАНИИ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ, РАСПОЛОЖЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ»
- ↑ Закон «Об утверждении перечня муниципальных образований Оренбургской области и населённых пунктов, входящих в их состав»
- ↑ Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О преобразовании муниципальных образований, расположенных на территории Кувандыкского района Оренбургской области» (с изменениями на: 12.11.2015)
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.