Ҡыҙ күләһе (Истанбул)

Ҡыҙ манараһы, Ҡыҙ күләһе, Ҡыҙ башняһы (рус. Девичья башня, Леандрова башня, төр. Kız Kulesi — Кыз Кулеси,) — Истанбулдың Азия өлөшөндә, Үскүдар өлкәһендәге Босфор боғаҙы утрауында урынлашҡан. Манара — ҡала символдарының береһе, атап әйткәндә, Айвазовскийҙың «Константинополдә Леандр манараһы күренеше» (1848) картинаһында һүрәтләнгән [2]

Ҡыҙ күләһе
Нигеҙләү датаһы 1110
Логотип
Рәсем
Принадлежит к Museum Directorate of Galata Mevlevi Lodge[d]
Кем хөрмәтенә аталған Леандр[d]
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Үскүдар һәм Истанбул
Урын Salacak[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Босфор
Высота лампы маяка 11 метр[1]
Дальность видимости маяка 14 морская миля[1] һәм 11 морская миля[1]
Сектор видимости 000°-030°[1] һәм 030°-000°[1]
Маяҡтың яҡтылыҡ ҡылыҡһырламаһы Fl WR 3s[1]
Рәсми сайт kizkulesi.gov.tr
Вид в ночное время
Изображается на Вид Леандровой башни в Константинополе[d]
Карта
 Ҡыҙ күләһе Викимилектә

ХХ быуатҡа тиклем

үҙгәртергә

Башня менән бәйле тәүге тарихи мәғлүмәттәр уның үҙе тураһында түгел, ә ҡаялы утрау тураһында һөйләй. Беҙҙең эраға тиклем 411 йылда Афина һәм Спарта араһындағы һуғыштар ваҡытында Византий спартанлылар яғына сыға. Шулай итеп, Босфор боғаҙының Европа өлөшө — Спартаға, ә Азия боғаҙы Афинаға күсә. Ахыр сиктә афиналар еңә, әммә күпмелер ваҡыт Византияға ҡарата улар бер ниндәй ҙә эш алып бармай. Еңеүселәр Босфор боғаҙын үҙ контроле аҫтына алыуҙы һәм уның аша үткән караптарҙан һалым йыйыуҙы хуп күрә.

Манара төҙөлөшөнөң бер нисә версияһы бар. Бер версия буйынса ҡыҙ башняһын афина полководецы Алкивиад фарсы караптарының килеүен контролдә тотоу өсөн Босфор боғаҙында төҙөгән. Ул ҡаялы ярҙа һалым контораһын төҙөй. Әммә ул ваҡытта башняның барлығы тураһында бер ерҙә лә телгә алынмай.

 
Константинополь (1422 й.) картаһы. Флоренция картографы Кристофоро Буондельмонти һүрәте. Уң яҡта - диңгеҙ уртаһында Ҡыҙ күләһе

Икенсе фараз — башня Бөйөк Константин император хакимлығы ваҡытында төҙөлгән ҡарауыл хеҙмәте сифатында төҙөлә.

1453 йылда төрөктәр Константинополде (хәҙерге Истамбул) яулап алғандан һуң, был ҙур булмаған нығытма һаҡланып ҡалған һәм оборона маҡсаттарында ҡулланыла. Һуңыраҡ, Мәрмәр диңгеҙенә ҡараған ағас маяҡ төҙөлә.

Манара бер нисә тапҡыр ҡаты ер тетрәүҙәрҙән һәм янғындарҙан зыян күрә, һәм 1720 йылда булған бер янғын һүндереү ваҡытында ул нигеҙенә тиклем тиерлек янып бөтә. Бөйөк Вәзир Дамат Ибраһим-паша был юлы таштан башня төҙөп, уға ҡурғаш түбә һәм күп тәҙрәләр һалынған вышка өҫтәгән. 1829 йылда Ҡыҙ манараһы холера ауырыуы ваҡытында изоляция хастаханаһы булып хеҙмәт итә. Оҙаҡламай, 1832 йылда, Мәхмүт II идара иткән ваҡытта, манараға һуңғы капиталь ремонттар үткәрелә. 1857 йылда башня маяҡ менән идара итеү комитеты ҡарамағына эләгә, һәм француз компанияларының береһенә манараны ғәмәли маяҡҡа үҙгәртеп төҙөү йөкләнә, ул 1920 йылда тулыһынса автоматлаштырылған була.Маяҡ булараҡ манара йөҙ йылға яҡын ҡулланыла.

ХХ быуатта

үҙгәртергә

1923 йылдан һуң хөкүмәт башняны үҙ маҡсаттарында ҡулланыуҙан туҡтай һәм ул маяҡ була. Икенсе донъя һуғышының ауыр йылдарында башняны, уның эске конструкцияларын бетон менән нығытып, ремонтлағандар. 1965 йылдан һуң вышка хәрби-диңгеҙ көстәре ҡарамағына тапшырыла һәм күпмелер ваҡыт хәрби элемтә үҙәгенә хеҙмәт итә. Шул замандан, ХХ быуаттың икенсе яртыһында, Босфор боғаҙында донъяның төрлө илдәренән суднолар хәрәкәте көсәйә: бында йөрөүсе суднолар һаны һәм күләме арта.

Шул ваҡыттан Ҡыҙ күләһе өсөн тыныслыҡ осоро тамамлана. 1983 йылдан һуң, Төркиә Диңгеҙ Администрацияһы манараны ике арала боғаҙҙағы суднолар хәрәкәте менән идара итеү пункты итеп ҡуллана. 1989 йылдың башында халыҡ иғтибары Босфор манараһына йүнәлтелә. «Ҡыҙ күләһе ағыуланған» тигән репортаждарҙың берһендә шунда цианид һаҡланыуы, верфтәге караптарҙа паразиттарҙы ағыулауҙары тураһында хәбәр ителә. Докта цианид һаҡланған складты һүткәндә, был ҡурҡыныс ағыуҙы башняға күсерәләр, сөнки «уны һаҡлар урын булмай» . Шулай итеп, Босфор "ҡыҙы" "ағыуланған" була. Репортажда шулай у мөһим проблемаға иғтибар ителә: әгәр был матдә парҙары шартлаһа, Истамбул ҡот осҡос шартлауҙан тетрәнер ине. Һигеҙ ай дауамында матбуғат һәм телевидение был ҡурҡыныс тураһында даими хәбәр итә. Цианид контейнерҙары башҡа урынға күсерелгәс, ахыр сиктә проблема хәл ителә.

1992 йылдың май айында бер төркөм йәш шағирҙарҙың Ҡыҙ күләһенә йүнәлеүе ғәжәп тә түгел (Мэр ярҙамы менән) һәм ташландыҡ манараны мәҙәни үҙәккә әйләндерергә теләүҙәре тураһында белдерәләр. Шуға күрә, башняла сәнғәт күргәҙмәләре, фотогалереялар урынлаштырыла, хатта концерттар үткәрелә башлағас, ул күпмегәлер йәнләнеп ҡала. Был ҡыҫҡа ваҡыт эсендә манара "поэзия республикаһы" тип таныла.

Үҙенең оҙайлы тарихында башня маяҡ, төрмә һәм карантин изоляторы була. 19431945 йылда башня уның XIX быуаттағы күренешенә тап килгән өлгө буйынса тергеҙелә.

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

1999 йылда манараны ҡунаҡтар өсөн асыу маҡсатынан, капиталь ремонт үткәрелә. Бер йылдан һуң, туризм проекты сиктәрендә, манарала ресторан һәм мәҙәниәт үҙәге урынлашыуы иғлан ителә. Хәҙерге көндә манарала туристар һәм башҡа ҡунаҡтар өсөн ресторан, кафе, бар, күҙәтеү майҙансығы һәм сувенир магазины асылған. Ҙур булмаған көймәләрҙә ҡунаҡтар Ҡабаташ (Европа өлөшө) һәм Үскүдәр (Азия өлөшө) причалынан манараға инә ала.

Легендалар

үҙгәртергә

Күлә төҙөлөшө һәм уның урыны тураһында бик күп легендалар бар. Иң билдәле төрөк легендаһы былай бәйән итә: төрөк солтаны үҙенең ҡыҙын үлеп ярата.

Көндәрҙән бер көн күрәҙәсе уның ҡыҙының 18 йәшендә үләсәген әйтә. Солтан ҡыҙының 18 йәшенә тиклем башня төҙөргә бойороҡ биргән. Күлә төҙөлгәндән һуң, батша ҡыҙын үлемдән һаҡлар өсөн, шунда күсерергә бойора. 18 йәшлек тулғас, солтан ҡыҙына емеш-еләк бүләк итә. Ҡыҙы һауытты асҡас, емеш-еләк араһынан ағыулы йылан килеп сығып ҡыҙҙы саға, шулай итеп, күрәҙәлек ғәмәлгә аша. Икенсе риүәйәт буйынса, ҡыҙ иҫән ҡала, уны йылан ағыуын һурып, принц ҡотҡара. Ошонан исеме лә — Ҡыҙ күләһе [3].

Тағы ла бер легенда башняның икенсе исеме — Леандр башняһы тураһында һөйләй. Был легенда буйынса башня боронғо грек мифы геройы — Леандр хөрмәтенә үҙ исемен ала. Ул Афродита жрицаһы Героға ғашиҡ була, уның өсөн никахһыҙлыҡ вәғәҙәһен боҙа, һөйгәне менән осрашыу өсөн, һәр төндө Босфор боғаҙы аша йөҙөп килә. Хәүеф-хәтәр ғашиҡ егетте ҡурҡытмай, һәм һәр төндә ул Геро ҡабыҙған йыраҡ факелдың утына табан йөҙөп бара. Ләкин бер төндө ут һүнә, һәм ҡараңғыла утрауға дөрөҫ юл таба алмаған Леандр батып үлә. Иртә менән тулҡындар уның мәйетен ҡыҙ янына алып сыға. Сараһыҙланып, ҡыҙ манараға менә лә диңгеҙгә ташлана һәм батып үлә [4] [5]..

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә