Хужа Али Риза
Хужа Али Риза (1858, Ускюдар — 20[3] март 1930, Ускюдар)[4] — Төркиә рәссамы һәм педагогы, тәү сиратта үҙенең импрессионистик пейзаждары һәм архитектура картиналары менән билдәле.
Хужа Али Риза | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Ғосман империяһы Төркиә |
Тыуған көнө | 1858 |
Тыуған урыны | Үскүдар, Төркиә |
Вафат булған көнө | 20 март 1930[2] |
Вафат булған урыны | Үскүдар, Истамбул, Төркиә |
Ерләнгән урыны | кладбище Караджаахмет[d] |
Туған тел | Төрөк теле |
Һөнәр төрө | рәссам |
Эш урыны | Çamlıca Kız Lisesi[d] |
Уҡыу йорто |
Төркиә хәрби академияһы[d] Военный лицей Кулели[d] |
Әүҙемлек урыны | Истанбул |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Hoca Ali Rıza |
Хужа Али Риза Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәУның атаһы кавалерия майоры һәм каллиграф булған[5]. Башланғыс белем алғандан һуң, Кулели хәрби лицейында уҡый, бында Осман Нури Пашала һәм Сөләймән Сәйеттә һүрәт төшөрөү сәнғәтенә өйрәнә. 1881 йылда ул солтан Ғәбделхәмит II-нән бүләк алған. 1884 йылда лейтенант званиеһында лицейҙы тамамлай һәм Нури Пашаның ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнгән[6]. Ул Неаполдә уҡыуын дауам итергә ниәтләгән, әммә унда холера эпидемияһы тоҡанғас был ниәтенән баш тартҡан [4].
1891 йылда төрөк-мосолман артефакттарын өйрәнеү буйынса хөкүмәт комиссияһы составына ингән. 1895 йылда колгасы (өлкән капитан) званиеһына лайыҡ булған һәм дизайнер булараҡ яңы Император фарфор заводында эшләй башлай. Шулай уҡ Йылдыз һарайында урындағы сановниктың ҡатынына һынлы сәнғәт өйрәтеүсе Фаусто Зонаро менән бергә эшләгән.
Беренсе грек-төрөк һуғышы барышында Ионияла рәссам-баталист була. 1903 йылда Боронғо ҡомартҡылар музейын ойоштороу буйынса комиссияла хеҙмәт итә. 1909 йылда Хәрби баҫмаларҙың офисы башлығы итеп тәғәйенләнә һәм бында ике йыл дауамында хеҙмәт итә. Ошо йылдарҙа ул шулай уҡ Ғосман рәссамдары ассоциацияһының рәйесе булған. 1911 йылда ярбай (подполковник) чинында отставкаға китә.
1914 йылда Нәфис сәнғәттәр мәктәбендә (хәҙерге Мимар Синан исемендәге нәфис сәнғәттәр университеты) пейзаж һынлы сәнғәтен уҡыта ашлаған. Ҡыҫҡартыуҙарҙан һуң Чамлыджала ҡыҙҙар өсөн урта мәктәпкә күскән һәм бында өс йыл булған. Артабан Ускюдарҙа ҡыҙҙар өсөн икенсе мәктәптә эшләгән, ә 1929 йылдан үҙенең үлеменә ҡәҙәр малайҙар өсөн мәктәптә эшләй.
Уның тере сағындағы һуңғы күргәҙмәһе Джелал Эсат Арсевен тарафынан 1928 йылда Парижда ойошторола. Уның эштәре йәш Төркиә Республикаһы осоронда уҡ юғары баһаланған. Үлгәндән һуң күп йылдар үтһәлә уның эштәре дәүләт күргәҙмәләрендә күрһәтелә. 1933 йылда Анкарала Халкевлери йәмғиәте рәссамдың эштәрен үҙенең тәүге күргәҙмәһендә күрһәткән. Бынан һуң йәнә 16 шәхси күргәҙмәләр уҙғарылған, улар уның артынан Төркиәнең иң мөһим пейзажистарының береһе репутацияһын нығытҡан[7].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Türkiye Diyanet Vakfı Türkiye Diyanet Vakfı İslâm Ansiklopedisi (төр.) — Ankara: Türkiye Diyanet Vakfı.
- ↑ TDV İslâm Ansiklopedisi 2016 йыл 3 март архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Biography and appreciation @ Lebriz.
- ↑ Biography and appreciation @ Milliyet.
- ↑ Biography and appreciation @ Turkish Cultural Foundation.
- ↑ Dogan, Cigdem. 2009.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Nurullah Berk: Hoca Ali Rıza’nın Sanatı. In: Arkitekt Dergisi Sayı, Nr. 298, 1960
- Ömer Faruk Şerifoğlu: Hoca Ali Rıza, 1858—1930. (= Türk Ressamları Dizisi, Band 9), Yapı Kredi Yayınları, 2005, ISBN 975-08-0996-3
- Atila Taşpınar: Hoca Ali Rıza Bey. Boyut Yayın Grubu, 2012, ISBN 978-975-230-982-1
- Wendy M. K. Shaw: Ottoman Painting: Reflections of Western Art from the Ottoman Empire to the Turkish Republic. I. B. Tauris, London/New York 2011, S. 91-100