Ҡыҙыл күпер (сик буйы)
Ҡыҙыл күпер - (рус. Красный мост, әзерб. Qırmızı Körpü, груз. წითელი ხიდი, Tsiteli Khidi) — мост через реку [[]] в ной приграничной полосе между Грузия һәм Әзербайжан араһындағы нейтраль сик һыҙатында Храми йылғаһы аша һалынған күпер. Тбилиси менән Гәнжә араһындағы юлда урынлашҡан. XVII быуатҡа ҡараған урта быуат архитектураһы булараҡ ҙур әһәмиәткә эйә ҡомартҡы. Күпер 1998 йылда TRACECA программаһы буйынса яңыһы төҙөлгәнгә тиклем файҙаланылған.
Ҡыҙыл күпер | |
груз. წითელი ხიდი әзерб. Qırmızı Körpü | |
Нигеҙләү датаһы | XVII быуат |
---|---|
Дәүләт |
Әзербайжан Грузия |
Өҫтөнән/аҫтынан үтә | Храми[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Оҙонлоҡ | 175 метр |
Ҡыҙыл күпер Викимилектә |
Атамаһы
үҙгәртергәҠыҙыл атамаһын урыҫтар кирбес төҫөнә ҡарап биргән, әзербайжандар Сынык көрпү, грузиндар— Кaатехи хиди , ә әрмәндәр — Каотрац кормунг тип атаған - был Һынған күпер тигәнде аңлатҡан, йәғни элеккеһен емереп һалынғанын күрһәткән[1][2].
Тарихы
үҙгәртергәБилдәле булыуынса, был урында XII быуатта уҡ күпер булған, уның ҡалдыҡтары йылға ағымы буйынса түбәнерәк һаҡланып ҡалған. Ҡыҙыл күпер XVII быуатта грузин батшаһы Ростом хакимлығы ваҡытында төҙөлгән. Күперҙе һалыу, биҙәү техникаһы иртә фарсы күперҙәренә яҡын[3]. 1647 йылда күпер реконструкцияланған[4].
1960-сы йылдарҙа Әзербайжан яғы ярында «Дуҫлыҡ» рестораны төҙөлгән. Грузин яғы ярындағы терәгендә урындағы совхоз эшселәр өсөн ҡаралты эшләп, файҙаланған[2]. 1990-сы йылдарҙа күпер янында ҙур баҙар төҙөлгән[5],ул 2006 йылда ябылған.
Конструкцияһы
үҙгәртергәКүпер дүрт тороҡло, аркалы. Тороҡтар ошолай төҙөлгән: 8,2+16,1+8+26,1 м[6]. Аркалар кирбестән һалынған, терәүҙәренең нигеҙҙәре, аралыҡтағы терәүҙәр юнылған алгет андезиты менән көпләнгән[3][4]. Күперҙең дөйөм оҙонлоғо 175 м, киңлеге: уртаһында — 4,3 м , менгән ерҙә 11,7 м [7][1].
Күпер тимпандары эстән буйлай өс көмбәҙле галерея менән еңеләйтелгән[4]. Уларҙың осондағы терәктәрҙә йылғаға сыға торған балконлы бүлмә бар, унда галереяларҙан баҫҡыстар һалынған. Ул бүлмә йә ҡарауылсыға, йә күперҙән үткәнгә аҡса йыйыусыға тип тәғәйенләнгән булғандыр [8][3]. Күпер терәүҙәре эсендә ике каруанһарай төҙөлгән булған. Сыуаллы бүлмәләрҙең майҙаны 300 кв. м.[7] .
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Черников, 1863, с. 33
- ↑ 2,0 2,1 Квезерели-Копадзе Н. И. Два моста античной эпохи в Грузии = ანტიკური ხანის ორი ხიდი საქართველოში // Дзеглис мегобари. — Тб., 1971. — В. 27—28. — С. 40—41, 108.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 История искусства народов СССР: Искусство XIV-XVII веков / Под ред. Н. А. Езерской и О. И. Сопоцинского. — М.: Изобразительное искусство, 1974. — Т. 3. — С. 273. — 439 с.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Щусев П. В. Мосты и их архитектура. — М.: Гос. изд-во лит. по стр-ву и архитектуре, 1953. — С. 186. — 360 с.
- ↑ Azerbaijan with excursions to Georgia. — third edition. — Trailblazer Publications, 2004. — С. 265. — 368 с. (инг.)
- ↑ Усейнов, Саламзаде, Бретаницкий, 1963, с. 106
- ↑ 7,0 7,1 Беридзе, 1967, с. 65
- ↑ Черников, 1863, с. 34
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Квезерели-Копадзе Н. И. Гатехили хиди (Красный мост) : Ист. и техн. очерк. — Тб.: Техника да шрома, 1956. — 60 с.
- Беридзе В. В. Грузинская архитектура с древнейших времен до начала XX века. — Тб.: Литература да хеловнеба, 1967. — С. 65. — 95 с.
- Усейнов М. А., Саламзаде А. В., Бретаницкий Л. С. История архитектуры Азербайджана. — М.: Госстройиздат, 1963. — С. 106. — 396 с.
- Черников А. В. Древние мосты в Закавказском крае // Журнал Главного управления путей сообщения и публичных зданий. — СПб., 1863. — Т. 41. — С. 32—35.