Ҡыҙыл Төбәк — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы. Иркәнәш ауыл биләмәһе составына керә.

Ауыл
Ҡыҙыл Төбәк
татар. Кызыл Төбәк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Минзәлә

Ауыл биләмәһе

Иркәнәш

Координаталар

55°28′51″ с. ш. 53°18′18″ в. д.HGЯO

Халҡы

173 кеше (2002)

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Телефон коды

+7 85555

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

16, 116

ОКАТО коды

92 240 000 022

ОКТМО коды

92 640 428 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡыҙыл Төбәк (Рәсәй)
Ҡыҙыл Төбәк
Ҡыҙыл Төбәк
Ҡыҙыл Төбәк (Татарстан)
Ҡыҙыл Төбәк

География

үҙгәртергә

Ауыл Чүплек буйында (Мышыға йылғаһының һул ҡушылдығы), Минзәлә ҡалаһынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 31 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Ҡыҙыл Төбәк — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Мышыға түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс Поисево улусы составына керә. 1939 йылға тиклем Чүплек тип аталған.

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауыл кешеләре пугачевсылар яғында әүҙем сығыш яһай[1].

ХХ быуат башында һыу тирмәне, мәсет, мәктәп, бакалея кибете, тимерлек теркәлгән[1][2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Мөслим районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1944 йылдан — Матвеево районы, 1954 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы составында була[1].

1795 йылда ауылда ир енесле 38 йән башҡорт һәм 59 типтәр; 1816 йылда — 75 башҡорт (1-һе — ике ҡатынлы) һәм 67 типтәр; 1834 йылда — 167 башҡорт; 1859 йылда — 95 башҡорт һәм 105 типтәр; 1912 йылда — 265 башҡорт, 435 типтәр, 72 татар йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
18591870188418971906191319201926194919581970197919892002
408453402688799822851797507355365287168173

Инфраструктура

үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда башланғыс мәктәп, клуб, мәсет бар[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 138—139. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  • Мензелинский край: История и современность. — Мензелинск, 2006.