Ҡыҙыл Вена
Ҡыҙыл Вена — социал-демократтар ҡала парламентында өҫтөнлөк алған, ә ҡала менән беренсе тапҡыр демократтар идара иткән 1918 йыл һәм 1934 йылдар арауығындағы Австрия баш ҡалаһының рәсми булмаған исеме.
Беренсе донъя һуғышынан һуңғы ижтимағи хәле
үҙгәртергәБеренсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң, Австро-Венгрия империяһының тарҡалғанынан һуң һәм Австро-Венгрия империяһын бүлгеләгәндән һуң, 1918 йылдың 12 ноябрендә Габсбургтар династияһының скипетры аҫтындағы элекке рухани Монархия Deutschösterreich (Герман Австрияһы) тип аталған ил Австрия республикаһы тип йөрөтөлә башлай. 1919 йылдың 4 майында үткән гемейндератҡа (ҡала парламентына) һайлауҙа ҡатнашыу өсөн беренсе тапҡыр бөтә бәлиғ булған ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-аттар тауыш биреү хоҡуғына эйә булалар. Һайлауҙарҙа социал-демократик партия күпселек тауыш йыя: социал-демократтарҙың беренсе мэры итеп Якоб Рейман һайлана. 1923 йылдағы муниципаль һайлауҙарҙа уны Карл Зейц алмаштыра.
Был ваҡыт эсендә ҡала бик күп үҙгәрештәр кисерә. Һуғыш ваҡытында Рәсәй армияһы баҫып алған Австрия Галицияһының (хәҙерге Көнбайыш Украина) күп кенә ҡасаҡтары баш ҡалаға килеп төпләнәләр. Һуғыш аҙағында Император һәм Король армияһының бик күп һалдаттары, ваҡытлыса булһа ла, Венала ҡалырға ҡарар итә, шул уҡ ваҡытта Император һәм Король хөкүмәте министрлығының элекке чиновниктары тыуған яҡтарына ҡайтып китә. Хәрби облигация ҡабул иткән урта синыф вәкилдәре хәҙер инде файҙаһыҙ булып сығалар һәм гиперинфляция арҡаһында, фәҡирлеккә дусар булалар. Йөҙәр йылдар һуҙымында Венаны туйындырған Австрия һәм яҡын-тирәләге региондар араһындағы яңы сик һыҙығы, хәҙер килеп, баш ҡаланы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе ҡыйынлаштыра. Фатирҙар шығырым тулы була, һәм унда туберкулёз, испанка һәм сифилис кеүек ауырыуҙар ҡотора. Яңы Австрияла Вена бәләкәй ил өсөн үтә ҙур баш ҡала тип иҫәпләнә, һәм Австрияның башҡа яҡтарында йәшәгән кешеләр уны йыш ҡына Wasserkopf тип атағандар.
Икенсе яҡтан, оптимистар бында ижтимағи һәм сәйәси эшмәкәрлек өсөн киң юл асылыуын күргәндәр. Республика конституцияһын төҙөгән Ганс Кельзен һәм Карл Бюлер кеүек прагматик зыялылыр бик күп уртаҡлыҡтар табалар. Улар өсөн был «уяныу», яңы рубеждар һәм оптимизм осоро була[1].
Ҡыҙыл Венаның интеллектуаль ресурстары бай була: Илона Дучинская һәм Карл Поланьи, һәм ҡайһы бер зыялы-социалистары ҙур теләк менән Венаға күсә йәки Венаның үҫешен һәм модернизацияһын үҙ итә Зигмунд Фрейд, Альфред Адлер, Карлу Бюлер, Артур Шницлер, Карл Краус, Людвиг Витгенштейн, Адольф Лоос, Арнольд Шёнберг һәм башҡа клеркаль консерваторҙар рәтенән социалист та, принципиаль оппозиция вәкиле лә булмаған ғалимдарға, рәссамдарға, нәшриәтселәргә һәм архитекторҙарға өҫтәлеп, унда башҡа региондарҙан ҡыуылғандар ағыла.
Джон Гюнтер ике һуғыш осорондағы Венаның дөйөм ситуацияһын былай тип ҡылыҡһырлай: «Марксистик Вена һәм клерикаль ауылдар араһындағы тигеҙлектең боҙолоуы Адольф Гитлер власына күскәнгә тиклем, Австрия сәйәсәтенең өҫтөнлөклө мотивы һанала. Вена социалистик, антиклерикаль ҡала, ә муниципалитет булараҡ, бай ҙа була. Тарҡалыш хәлендә хәлдә ҡалған, рим-католик консерватив һәм Вена тормошоноң ярайһы уҡ юғары стандарттарына көнләшеп ҡараған ҡала ситендә йәшәүселәр ярлы була»[2].
Дөйөм сәйәсәт
үҙгәртергәГерман Австрияһы беренсе хөкүмәтенең яңы фракцияһындағы Ҡыҙыл-ҡара коалиция инициативаһы менән 1918 йылдың ноябрендә республика иғлан итеүгә бер аҙна үтеү менән үк, һигеҙ сәғәтлек эш көнө иғлан ителә. Бынан тыш, эшһеҙлек буйынса аҡсалата ярҙам түләү системаһы тормошҡа ашырыла һәм эшселәрҙең рәсми Германияла лоббизм сифатында ҡануниәткә нигеҙләнгән Эшселәр палатаһы (Arbeiterkammer, рәсми Kammer für Arbeiter und Angestellte) булдырыла. Беренсе донъя һуғышынан һуң христиандарҙың социалистик партияһы вәкилдәре власта торған ваҡыт эсендә, бындай үҙгәртеүҙәр үткәреү буйынса энтузиазм кәмегәндән кәмей бара.
1920 йылда коалиция тарҡала, ошо ваҡыттан алып 1945 йылға тиклем социал-демократтар — федераль кимәлдә — йә оппозицияла була, йә йәшерен эш итә. Әммә «ҡыҙылдар» 1919 йылдың парламент һайлауҙарында күпселек тауыш йыйып, Вена менән идара итеүҙәрен дауам итә. Венаны сағыу итеү һәм социал-демократик сәйәсәт өлгөһө итеү — уларҙың төп маҡсаты була. Улар күргән саралар ул заман өсөн уңышлылы, хатта мауыҡтырғыс булып тойола һәм бөтә Европа быны күҙәтеп бара. Австрия консерванттары, ҡағиҙә булараҡ, бындай төр сәйәсәткә нәфрәт менән ҡарайҙар, ләкин социал-демократтарҙың Вена һайлауҙарындағы уңыштарына ҡаршы бер нәмә лә эшләй алмайҙар.
Вена ете быуат һуҙымында Түбәнге Австрия еренең үҙәге була. Венала күпселектә һәм Винер-Нойштадтта (округ) урынлашҡан сәнәғәт регионы эшселәренең тауышына эйә булған «ҡыҙылдар», хатта беренсе социал-демократ губернатор, ландсгауптман, һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә, Түбәнге Австрияның «ер капитанын» күрһәтергә хоҡуҡ алалар, һәм 1919 йылда улар Альберт Северҙы һайлайҙар. Ауыл ерендәгеләр, ул ваҡытта «ҡыҙылдарға» буйһонорға теләмәгәнлектән, ә социал-демократтар партияһына уларҙың ҡаланы модернизациялау сәйәсәтенә консерваторҙарҙың ҡыҫылыуы оҡшамағанға күрә, ике ҙур партия «ҡыҙыл Венаны» «ҡара Түбәнге Австриянан» айырырға килешәләр. Бының буйынса 1921 йылда Милли парламент конституцион ҡанун булдыра, һәм 1922 йылдың 1 ғинуарынан Венала федераль Австрия ере барлыҡҡа килә. 1939 йылдан һуң, Гюнтер былай тип билдәләй: «Венала социалистар бик яҡшы администрация әҙерләйҙәр, был уны, ихтимал, донъялағы иң уңышлы муниципалитет иткәндер […]. Социалистарҙың һуғыштан һуңғы осорҙа өлгәшкән уңыштары һәр төрлө Европа илдәрендә ижтимағи хәрәкәттәрҙе иң тулҡынландырған ваҡиға һаналды»[2].
Дәүләт торлағы
үҙгәртергәИмператор һәм король хөкүмәте 1917 йылда фатир алып тороусыларҙы яҡлау буйынса ҡанун ҡабул итә (Mieterschutzgesetz), һәм ул Венала ғәмәлгә ашырылырға тейешле тип иғлан ителә[3]. Инфляцияның юғары булыуына ҡарамаҫтан, был ҡанун фатир алып тороу хаҡын 1914 йыл кимәлендәгесә күтәрмәй ҡалдырыуҙы күҙ уңында тота. Был шәхси торлаҡ проектын үҙ-үҙенә зыянға эшләй торғанға әйләндерә. Һуғыштан һуң һәр кем ала алырлыҡ фатирға ихтыяж саманан тыш арта. Венала йәмғиәт торлаҡ төҙөлөшө булдырыу социал-демократтарҙың төп хәстәрлегенә әйләнә.
1919 йылда федераль парламент эшләп килгән торлаҡ структураларының эффектлылығын күтәреү өсөн, торлаҡҡа талаптар тураһында Ҡанун ҡабул итә (Wohnanforderungsgesetz). Төҙөлөш өсөн ерҙәргә шәхси ихтыяждың түбән булыуы һәм төҙөлөштөң түбән сығымдар талап итеүе ҡала администрацияһының дәүләт торлаҡ төҙөлөшөн ентекле планлаштырыу өсөн ҡулай факторға әйләнә.
1925 йылдан алып (көслө шиллинг валютаһы девальвирләнгән кронаны (аҡса берәмеге) 1934 йылға тиклем гемейндебауҙар («төҙөлөш берекмәһе») ярҙамында 60 000 яңы фатирлы биналар төҙөлә. Ҙур йәшәү урындары үҫеп ултырған ағаслыҡ эргәһендә төҙөлә — мәҫәлән, Карл-Маркс-Хофта (1934 йылғы гараждандар һуғышының иң ҡыҙыу нөктәләренең береһе). Фатир алып тороусылар өсөн һайлау рейтинг системаһы үткәрелә, уның буйынса инвалидтар өҫтәмә «мәрәй» алғандар, шул арҡала, улар алданыраҡ фатир алыу өсөн дә һайланылыу мөмкинлегенә эйә булалар. Төҙөлөш өсөн сығымдарҙың 40 % — Венаның торлаҡ һалымынан, ҡалғандары байлыҡ өсөн һалымдан һәм федераль средствонан алынған. Төҙөлөш сығымдарын ҡаплау өсөн дәүләт средстволарын ҡулланыу фатирҙарҙарға арзан аренда хаҡы ҡуйыуға мөмкинлек бирә: Килемле йорттарҙа фатир алып тороу хаҡы ғаилә килеменең 4 % тәшкил итә, шәхси йорттарҙа торлаҡ алып тороу хаҡы 30 %.була. Бынан тыш, әгәр торлаҡта йәшәүселәр йә ауырып китһәләр, йә эшһеҙ тороп ҡалһалар, уларға аренда өсөн түләүҙе кисектеү мөмкинлеге бирелә.
Медицина хеҙмәте
үҙгәртергәАта-әсәләр һәр балаға «кейем пакеты» ала, был «Венала йәшәгән бер бала ла гәзиткә төрөнөп йөрөмәҫлек» булһын өсөн эшләнелә. Әсәләргә үҙҙәренең эш урынына кире сығырға мөмкинлек бирер өсөн һәм урамдан балаларҙы «алыр» өсөн, балалар баҡсалары, «төштән һуңғы йорттар» һәм балалар курорты асыла. Медицина хеҙмәте бушлай бирелә. Физик әҙерлек кимәлен күтәреү һәм ял итеү өсөн, спорт майҙансыҡтары, йәмғиәт мунсалары һәм спорт ҡоролмалары асыла. Социаль һәм медицина хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса ҡала берләшмәһе ағзаһы [Юлий Тандлер былай тип билдәләй: «Беҙҙең йәштәр йорттары өсөн тотонғаныбыҙ — төрмәләр өсөн китәсәк сығымды экономиялау. Йөклө ҡатындарҙы һәм кесе йәштәге балаларҙы ҡарауға тотонғаныбыҙ — беҙ психиатрик дауаханаларға китәсәк сығымды һаҡлап ҡалабыҙ, тигән һүҙ». Һуғышҡа тиклемге осор менән сағыштырғанда, социаль хеҙмәт күрһәтеү буйынса бюджет сығымдары өс тапҡырға арттырыла. Кесе йәштәге балаларҙың үлем осраҡтары кәмей, ул дөйөм Австрияныҡынан уртаса кимәле түбәнәйә, туберкулез менән ауырыусылар һаны ла 50 %-ҡа кәмей. Муниципалитет ҡарамағындағы газ, электр энергияһына һәм сүп-сарҙы йыйыуға булған арзан тариф ҡаланың санитар хәлен яҡшыртырға ярҙам итә.
Финанс сәйәсәте
үҙгәртергәМуниципаль закон юлы менән социал-демократтарға федераль һалымдарға өҫтәмә булған (тәнҡитселәр уны ҡала берләшмәһенең финанс мәсьәләләре буйынса ағзаһы Хьюго Брейтнер фамилияһына ярашлы «брейтнер һалымдары» тип йөрөткәндәр) яңы төр һалымдар индерелә. Был һалымдар байлыҡҡа ҡарап индерелә: һыбай йөрөрлөк ат, ҙур шәхси автомобилдәр, үҙ хужалығыңда хеҙмәтсе тотоу, шулай уҡ ҡунаҡхана номерҙары өсөн дә һалым түләнергә тейеш була.
Wohnbausteuer (торлаҡ төҙөлөшө өсөн һалым), прогрессив һалым булараҡ индерелә, йәғни ул үҫә барыусы проценттарҙан тотола. Унан алынған килем киң ҡолас алған муниципаль торлаҡ программаһын финанслауға китә. Шуға ла гемейндебау юл менән төҙөлгән биналарҙың күбеһе бөгөн дә элеккесә «Erbaut aus den Mitteln der Wohnbausteuer» (торлаҡ төҙөлөшөнән килгән һалымға төҙөлгән төҙөлөш) тигән яҙыулы табличкаларға эйә.
Муниципалитеттың инвестицион эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә, Австрия һәм Германия менән сағыштырғанда, Венала эшһеҙлек кимәле күпкә түбәнәйә. Бөтә инвестициялар ҙа кредит иҫәбенә түгел, ә һалым иҫәбенә туранан-тура финанслана. Шулай итеп, ҡала администрацияһы кредиттарҙан азат ителә һәм облигациялар өсөн процент түләргә лә тейеш түгел булып сыға.
Хьюго Брайтнер, 1945 йылғы Австрия социал-демократтарынан айырмалы, социаль хеҙмәт күрһәтеүҙе финанслау өсөн кредит алыуҙан эҙмә-эҙлекле баш тарта. Был хеҙмәттәр, билдәле булыуынса, 1930 йылдар башында финанс мәсьәләләрендә федераль хөкүмәте Венаны «быуа» башлағас, туҡтатыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Allan Janik, Stephen Toulmin: Wittgenstein’s Vienna. Simon & Schuster, New York 1973
- ↑ 2,0 2,1 Gunther John. Inside Europe. — 7th, 1940. — New York: Harper & Brothers. — P. 379.
- ↑ Reichsgesetzblatt für die im Reichsrat vertretenen Königreiche und Länder No. 34 and 36/1917, see Austrian National Library, historical laws online
Һылтанмалар
үҙгәртергә- City of Vienna: From «Red Vienna» to the «Ständestaat» (1918 to 1938)
- Virtual Vienna: Red Vienna: A Workers' Paradise. 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
- Encyclopedia of Vienna’s Social Democratic Party, in German 2006 йыл 3 июнь архивланған.
- Eve Blau: The Architecture of Red Vienna. 1919—1934., The MIT Press, 1999
- Helmut Gruber: Red Vienna. Experiment in Working Class Culture, 1919—1934., Oxford University Press, 1991
- Sheldon Gardner: Red Vienna and the Golden Age of Psychology, 1918—1938 , Praeger Publishers, 1992