Ҡыҙыл балыҡ
Ҡыҙылса | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Hucho taimen (Pallas, 1773) | ||||||||||||||
|
Ҡыҙылса, Ҡыҙылбалыҡ (лат. Hucho taimen, рус. Обыкнове́нный тайме́нь[1]) — ҡараһыу тәңкәле, ҡыҙғылт ҡанатлы йыртҡыс балыҡ[2]; һөмбаш балыҡтар ғаиләһенә ҡарай. Шулай уҡ, урыны менән ҡыҙыл суртан, шүкә һәм крәсүлә тигән атама менән дә йөрөй. «Ҡыҙыл китап»ҡа кергән.
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы популяция ҡыҫҡара | |
Төр тураһында мәғлүмәт Ҡыҙылса ИПЭЭ РАН сайтында |
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәҠиммәтле һөмбаш балыҡтарға ҡарай. Ҡыҙыл төҫтәге балыҡ. Тәне оҙонсай, итләс. Ҙур ауыҙында осло үткер тештәре эс яҡҡа бөгөлөп тора.
Һөмбаштар балыҡтар араһында иң эреһе. Оҙонлоғо 1,5—2 м-ға, ауырлығы 60—80 кг-ға етә.
Суртандыҡына оҡшап, туҡмаҡ башлы. Шуға «ҡыҙыл суртан», «шүкә» тигән исеме лә бар. Арғаяш яҡтарында, Уралда, ҡыҙыл балыҡты крәсүлә тиҙәр.
Ваҡ тәңкәле. Ҡабырға яҡтарында тәңкәләре сағыу көмөш төҫөндә йәки һорораҡ була. Арҡаһындағылары ҡара-һоро булып, ҡорһаҡ яғындағылыр тоноҡ аҡ төҫтә.
Башы, ҡабырғалары, йөҙгөстәре таптар менән ҡапланған. Ҡойроҡ йөҙгөсө ҡыҙыл йәки ҡыҙыл ҡара.
Арҡа, күкрәк һәм ҡорһаҡ йөҙгөстәре ҡара-һоро. Үрсеү осоронда ут ҡыҙыл төҫкә инеп балҡып тора.
Таралыуы
үҙгәртергәУралда ҡыҙыл балыҡтар Ҡариҙел, Ағиҙел, Нөгөш, Еҙем баштарында һәм уларҙың ҡушылдыҡтарының ҡайһы берҙәрендә ҡалған.
Башҡортостан киңлектәренән, Ырымбур яҡтарынан Пермь яҡтарына хәтле таралған.
Яйыҡ йылғаһы тармаҡтарында осрай, ләкин унда ла шаҡтай һирәк. Заманында крәсүлә Кесе Эйектә күренгеләгән.
Миәс йылғаһында (Силәбе өйәҙендә) үтә һирәк булмаған. Бик ҙур балыҡтар шулай уҡ Пермь, Өфө губерналарының ҡайһы бер завод быуаларында осраған.
Ҡыҙыл суртан хатта һирәкләп Волгала (Камар эргәһендә лә) осраштырғылаған. Ул башлыса Себер яҡтарында йәшәүсе балыҡтың иң көнбайыштағы сиген билдәләгән.
Арғаяш яҡтарында, Уралда, ҡыҙыл балыҡты крәсүлә тиҙәр.
Ихтиолог ғалимдар белдереүенсә, ҡасандыр ҡыҙыл балыҡ Ҡара диңгеҙ бассейнынан Себер аша Тымыҡ океан бассейнына тиклем таралған булған. Хәҙер көнбайыштараҡ һыуҙарҙа ул бөткән.
XIX быуат аҙаҡтарында уҡ Кама менән Ҡариҙелдә ҡыҙыл балыҡ һирәк- һаяҡ осраштыра. Ә инде үткән йөҙҙөң 60-сы йылдарында Ағиҙелдә был балыҡ ҡаҙағы бер тәңкәнән һатылған, йәғни мул ауланған.
Беҙҙең көндәрҙә ҡыҙыл балыҡ Иҙел башында әле лә һаҡланып ҡалған. Һирәкләп кенә булһа ла, Ағиҙелдә 8—12 килограмға хәтле тартҡан ҡыҙыл балыҡтар осрай. Әммә бында ла балыҡтың һаны кәмегәндән-кәмей бара.
Һуғыштан элек Бөрйән яҡтарындағы Һеүәнәккә, Көньяҡ Уралдың саф һыулы бәләкәй йылғаларҙың береһенә ыуылдырыҡ сәсергә тип Ағиҙелдән ҡыҙыл балыҡтар күп үрләгән булған. Хәҙер инде Көньяҡ Уралда ҡыҙыл балыҡ тик Ағиҙелдә һәм уның инештәрендә күренгеләй.
Йәшәү рәүеше
үҙгәртергәСөсө һыулы ятҡылыҡтарҙы төйәк итә. Шәп аҡҡан, таҙа, һалҡын һыулы йылғаларҙа йәшәй. Иң ағын урындарҙы һайлай.
Башҡортостанда Ҡариҙел, Ағиҙел, Еҙем йылғаларында осрай. Сөсө һыулы күлдәрҙә лә осраштырғылай.
Йәй осоронда бәләкәйерәк йылғаларға өҫтөнлөк бирә. Кышын ҙур йылғаларға, күлдәргә күсә. Яратҡан урындары шаршыларға, тупһалы ерҙәрҙән алыҫ булмаған ятыуҙар, соҡорҙар, сөңгөлдәр.
Йәш балыҡтар өйөрҙәргә туплана. Олораҡтары, эрерәк балыҡтар яңғыҙ һунар итеүҙе үҙ итә.
Ҡыҙыл балыҡ көслө, сос һәм етеҙ йыртҡыс. Ташбашҡа, сабаҡҡа, маймаға, бәрҙегә һәм башҡа ваҡ балыҡтарға һунар итә.
Һыуҙағы ғына түгел, ярҙағы хәрәкәт итеүсе обьекттарҙы ла һәйбәт күрә. Табыштары араһында һыуҙа йөҙөүсе ваҡ йән эйәләре, ҡоштар, ҡоро ер хайуандары ла бар.
Ҡыҙыл балыҡтың иң әүҙем мәле ыуылдырыҡ сәскәндән һуң башлана һәм яҙ мәленә, йәй башына тура килә. Йәйге эҫе мәлдәрҙә балыҡ һүлпәнәйә. Яңынан әүҙемләшеүе август аҙағына башлана.
Үрсеүе
үҙгәртергәЕнси етлегеү, үрсей башлау мәле 5-7 йәштәренә тура килә. Ҡыҙыл балыҡ ыуылдырыҡ сәсеү өсөн шәп ағымлы йылғалар үренә йөҙәр километрға күтәрелә.
Ыуылдырығын һай урындарҙа, ҡомдарҙан оя өйөп, һала. Ояларының тәрәнлеге яртышар метрға етә яҙа. Үрсем һаны 10—34 мең тирәһендә тирбәлә
Ыуылдырыҡтарын сәсеү менән йәшәгән урындарына кире йүнәләләр.
Яралғы осоро һыу температураһына бәйле һәм 28-38 тәүлек тирәһенә һуҙыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Позвоночные животные России: обыкновенный таймень 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Позвоночные животные России: обыкновенный таймень 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- [1](недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Нафиҡов Шамил. Һыу буйында балыҡсы.— Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997.— 176 бит.