Ҡыуандыҡова Таңһылыу Зәки ҡыҙы

Хаҡлы ялдағы уҡытыусы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1990), "АЛ ДА НУР СӘС ХАЛҠЫҢА" миҙалы (2021) эйәһе.

Ҡыуандыҡова Таңһылыу Зәки ҡыҙы (31 ғинуар 1954 йыл) — хаҡлы ялдағы уҡытыусы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1990), «АЛ ДА НУР СӘС ХАЛҠЫҢА» миҙалы (2021) эйәһе.

Ҡыуандыҡова Таңһылыу Зәки ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 31 ғинуар 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы

Биографияһы

үҙгәртергә

Таңһылыу Зәки ҡыҙы Ҡыуандыҡова 1954 йылдың 31 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында, райондың абруйлы шәхесе, уҡытыусы-новатор Зәки Хаммат улы Сәғитов ғаиләһендә тыуған.

Урындағы 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбендә (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) урта белем ала. 1972 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Уны 1977 йылда математика һәм физика уҡытыусыһы квалификацияһы алып, тыуған яғына ҡайта. Хеҙмәт юлын Яңы Собханғол һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып башлай. 1978 йылда Иҫке Монасип урта мәктәбенә эшкә күсә һәм, хаҡлы ялға сыҡҡансы, ошо мәктәптә математика уҡытыусыһы булып эшләй. 37 йыл хеҙмәт стажының 11 йылында уҡытыу һәм тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара.

Тормош иптәше Ҡыуандыҡов Рафаил Афзал улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкән ҡыҙҙары Гөлназ, райондың иң ҙур Сәғитовтар уҡытыусылар династияһын тулыландырып, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәре ала һәм тыуған мәктәбендә эшләй. Икенсе улы Рәфил шофер һөнәре ала, кесе улдары Ринат информатика уҡытыусыһы һәм экономист һөнәрҙәренә уҡый. Таңһылыу Зәки ҡыҙы әлеге көндә һигеҙ ейән-ейәнсәргә өләсәй.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Таңһылыу Зәки ҡыҙы төп хеҙмәт эшмәкәрлеге менән бер рәттән йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ауыл Советы депутаты, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, мәктәптә профсоюз ойошмаһы рәйесе итеп һайлана. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ауылдың ветерандар советы ағзаһы, ауыл мәсетендә мәхәллә советы ағзаһы, 2016 йылдың 14 майынан Башҡорт Википедияһы ирекмәне, Бөрйән викиклубы ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1990 йыл, Ҡарар № 137, 19.07.1990).
  • «АЛ ДА НУР СӘС ХАЛҠЫҢА» миҙалы (2021 йыл, Ҡарар № 380, 14.01. 2021).
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Маҡтау ҡағыҙы («Башҡорт тарихы йылы» википроекты сиктәрендә ойошторолған сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнашҡаны, интернет киңлегендә башҡорт телендәге сифатлы мәғлүмәттең күләмен арттырыу йәһәтенән әүҙем эшмәкәрлеге өсөн, Бойороҡ № 11 107, 13.12.2021).
  • Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының Рәхмәт хаты (28 июнь 2019 йыл, әүҙем гражданлыҡ позицияһы, күп йыллыҡ йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн).