Ҡырғыҙстанда туризм
Ҡырғыҙстандың тауҙыры һәм күлдәре туристарҙы йәлеп итә тоған төбәк булһа ла,илдә туризм индустрияһы насар үҫешкән, сөнки был өлкәгә инвестициялар бик аҙ.[1] 2000 йылдар башында, башлыса элекке Советтар Союзы илдәренән, йыл һайын илгә уртаса 450 000 турист килгән. 2018 йылда Британияның бэкпэкерҙар йәмғиәте Ҡырғыҙстанды мажаралы сәйәхәт итеү исемлегендә бишенсе урынға ҡуйҙы һәм йәшерен мажаралар булыуын белдерҙе.[2]
Ҡырғыҙстанда туризм | |
Дәүләт | Ҡырғыҙстан |
---|---|
Урын | Ҡырғыҙстан |
Ҡырғыҙстанда туризм Викимилектә |
Ысыҡ-Күл һәм Тянь-Шань тауҙары туристар килә торған популяр урындар булып тора.
Мәҙәни иҫтәлекле урындар
үҙгәртергәҠырғыҙ мәҙәниәте, башлыса, монгол ордаларынан ҡалған күскенсе халыҡ мәҙәниәтенә нигеҙләнгән. Хәҙерге ҡырғыҙҙар шәхси йәки күп фатирлы йорттарҙа йәшәһә лә, йәй көндәрендә тирмәләр ҡороп йәйләүгә сыҡҡан һарыҡ, кәзә, йылҡы малын, ҡайһы ваҡыт як көтөүсе ҡырғыҙҙарҙы күрергә мөмкин. Һәр өлкәле тиерлек туристарға хеҙмәт күрһәтеүсе тирмә-лагерҙар бар, ҡайһы берҙәре Нарон өлкәһе Нарын ҡалаһы янында Таш-Рабатта, Ысыҡ-Күл янында Жжети-Огуз ("ете үгеҙ") районында урынлашҡан.
Эко-туризм
үҙгәртергәХәҙерге ваҡытта Ҡырғыҙстанда «Эко-туризм»ды үҫтереүгә ҙур көс һалына. Швецияның «Helvetas» мәҙәни үҫеш ойошмаһы ошондай бер нисә проектҡа етәкселек итә. Ҡырғыҙстанда күп кенә турстик компаниялар яңғырауыҡлы «эко» һүҙе туристарҙы йәлеп итеү өсөн икәнен аңлай һәм, тирә-яҡ мөхиткә бер ниндәй ҙә йоғонто яһымай торған һәм кемпинг эҙен ҡалдырмай торған йүнәлештә бер ни ҙә эшләмәһәләр ҙә, был һүҙҙе ойошма исемендә ҡулланырға тарыша. Илгә килгән туристарҙы әйләнә тирә-яҡтың матырдығы йәлеп итә. 2010 йылда Ҡырғыҙстан туризм менән бәйле өс төбәкте берләштергән регионал инициативаға (The Region Initiative (TRI)) ҡушылды. TRI ойоштаһы Көньяҡ Азия, Үҙәк Азия һәм Көнсығыш Европа араһында тораштырыусы сылбыр булараҡ эшләй. Был ойошмаға Әрмәнстан, Бангладеш,Һиндостан, Ҡаҙағстан, Пакистан, Непал, Таджикистан, Рәсәй, Шри-Ланка, Төркиә, Украина һәм Үзбәкстан ҡушыла.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡырғыҙстанда туризм Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
- Kyrgyzstan on Globetrooper 2016 йыл 3 март архивланған.
- The Region Initiative (TRI)
- Alpinism, Trekking in Kyrgyzstan (недоступная ссылка)
- Mountain Tourism and Sustainability in Kyrgyzstan and Tajikistan: A Research Review 2017 йыл 17 май архивланған.
- Eight most beautiful places in Kyrgyzstan named National Geographic
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Kyrgyzstan country profile. Library of Congress Federal Research Division (January 2007). This article incorporates text from this source, which is in the public domain.
- ↑ Planet, Lonely Pakistan rated top destination by the British Backpacker Society (ингл.). www.lonelyplanet.com. Дата обращения: 24 май 2018.