Ҡырым легендалары
Ҡырым легендалары (рус. Крымские легенды) — тикшеренеүселәрҙе ҡыҙыҡһындырған фольклор текстарының киң корпусы, ләкин совет осорондағы сәйәси хәл арҡаһында аҙ өйрәнелгән.
Ҡырым легендалары |
Тарих башы
үҙгәртергәҠырым легендалары XIX быуаттың беренсе яртыһында уҡ йыйыу һәм өйрәнеү предметы була. Ҡырымға килгән сәйәхәтсе яҙыусылар легендаларҙы яҙып ала һәм уларҙы үҙҙәренең юл очерктарына һәм әҫәрҙәренә индерә. Бындай миҫалдар байтаҡ. Уларҙың иң билдәлеһе- "Баҡсаһарай фонтаны поэмаһы, А. С. Пушкин 1824 йылда Ҡырымға барғандан һуң, ишеткән легенда мотивтары буйынса яҙған.
Ҡырым легендаларының тәүге эре нәшерсеһе, фольклор йыйыу менән системалы шөғөлләнгән, этнограф һәм тарихсы В. Х. Кондараки (1834—1886) була. 1875 йылда ул 17 өлөштән торған «Ҡырымдың универсаль тасуирламаһы» китабын легендалар һәм әкиәттәр текстары менән баҫтырып сығара.. 1883 йылда уның «Ҡырым легендаһы» китабы сыға, уның составына 32 легенда инә.[1]. Баҫылған текстар грек һәм ҡырым-татар легендалары була. Әммә В. Х. Кондараки профессиональ фольклорсы түгел, ә уның легендаларҙы һайлап алыу һәм мөхәррирләү принциптары билдәһеҙ булып ҡала, әммә был китап тикшеренеүсе өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Күренекле Рәсәй төркиәтсеһе, фольклорсы, этнограф, Император фәндәр Академияһы академигы В. В. Радлов (1837—1918) 1886 йылда ҡырым-татар телен өйрәнеү өсөн Ҡырым ярымутрауы буйлап сәйәхәт ҡыла. Ҡырымдың биш өйәҙендә йыйылған фольклор материалы нигеҙендә 1896 йылда Радловтың «Төньяҡ төрки (төрөк) ҡәбиләләренең халыҡ әҙәбиәте өлгөләре» билдәле китабының етенсе өлөшө сыға[2]. Китаптың беренсе бүлегендә ҡырым-татар һәм ҡырым-ноғай халыҡ әҙәбиәте әҫәрҙәре тупланған, иң киң категория (69 өлгө) булып «Әкиәттәр, легендалар һәм риүәйәттәр» тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, легендаларҙың текстарын өйрәнеү ауыр булып ҡала, сөнки, беренсенән, китап библиографик һирәклеккә әйләнә, икенсенән, текстар төп нөсхә телендә тәржемәһеҙ баҫыла.
Билдәле Рәсәй филологы һәм эпиграфисы В. В. Латышев (1855—1921) 1887 йылда Төньяҡ Ҡара Диңгеҙ буйында табылған боронғо грек һәм латин яҙмалары буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, һәм 1893 йылда «Скифия һәм Кавказ хаҡында боронғо грек һәм латин авторҙарының хәбәрҙәре» тигән тәүге сығарылышты баҫтыра. Икенсе сығарылыш 1896 йылда нәшер ителә, ә бөтә баҫмаһы 1906 йылда тамамлана. Асылда иһә был боронғо грек легендалары һәм мифтары йыйынтығы булған, В. В. Латышев үҙенән бер нимә лә өҫтәмәйенсә, антик авторҙарҙың намыҫлы тәржемәһен баҫтырып сығара. Китаптың һул яғында боронғо грек телендәге текст, ә уң яғында Латышевтың тәржемәһе, ҙур булмаған комментарийҙар менән бирелә.
Тарихсы, археолог, палеограф, профессор һәм генерал Н. А. Маркс (1861—1921) , ҡырым-татар телен яҡшы белә, үҙенең имениеһы урынлашҡан Отузы (хәҙер Щебетовка) ауыл тирәһендә легендалар йыя. Маркс легендаларҙы 1912 йыл «Утро России» гәзитендә баҫтырып сығара Легендалар етерлек күләмдә йыйылғас, уларҙы йыйынтыҡтар итеп баҫтырырға ҡарар итә. Беренсеһе 1913 йылда[3], икенсеһе — в 1914 йылда[4] Мәскәүҙә баҫыла, һәм улар 11 легенданан тора. Ике сығарылыш та шунда уҡ, 1914 һәм 1915 йылдарҙа, яңынан нәшер ителә. Ә 1917 йылда Одессала 14 легенданан торған өсөнсө йыйынтығы сыға[5]. Йыйынтыҡтар Н. Маркстың ентекле аңлатмалары менән тәьмин ителә. Маркс, легенданың һәм информанттың йәшәү урынын, уға бәйле йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе лә күрһәтә.
Революциянан алып һуғышҡа тиклем
үҙгәртергәРеволюциянан һуңғы йылдарҙа Ҡырым фольклорына ҡыҙыҡһыныу арта. Ҡырымда 1924—1929 йылдарҙа Ҡырым Халыҡ Мәғариф Комиссариаты етәкселегендәге Баҡсаһарай музейы археологик һәм этнографик экспедициялары ҙур ваҡиға булып тора. 1925 йылғы экспедиция фольклор йәһәтенән иң һөҙөмтәлеһе була. Экспедиция барышында фольклор йыйыу археолог, фольклорсы, тарихсы һәм эпиграфсы О. Н. Аҡсокраклыға йөкмәтелә, уға ярҙамға студент-практикант С. Әбдел-Раһим тапшырыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, экспедиция архивтарының яҙмышы уның ҡатнашыусыларының сәйәси репрессияларға дусар ителеүе менән бәйле билдәһеҙ булып ҡала.
1925 йылда Парижда С. С. Крымдың «Крымские легенды» тигән китабы сыға.[6]Ысынында иһә китап алты ҡырым-татар әкиәтен һәм бер автор легендаһын үҙ эсенә ала. 1930 йылда йырсы, музыкант һәм этнограф А. К. Кончевский (1883—1969) «Физкультура һәм спорт» нәшриәтендә «Ҡырым әкиәттәре, легендалары һәм риүәйәттәре» йыйынтығын сығара.[7] Йыйынтыҡҡа биш ҡырым- татар әкиәте, ун бер легенда һәм өс поэма инә.
Ҡырым-татар әкиәттәрен һәм легендаларын фәнни йыйыу һәм баҫтырыу буйынса етди Алупкин һарайы-музейы тарафынан ынтылыш яһала. 1935—1937 йылдарҙа профессор Н. Л. Эрнст (1889—1956) етәкселегендә тарихи-археологик экспедиция үтә, ләкин унда фольклорға ла урын бирелә. 1936 йылда «Ҡырым татарҙарының әкиәттәре һәм легендалары» китабы нәшер ителә[8]. Йыйынтыҡта 23 әкиәт һәм өс легенда, сәсәндәр тураһында ентекле мәғлүмәт бар.
1941 йылда Ҡырым АССР-ы нәшриәте мөхәррир Роман Вуль етәкселегендә "М. Г. Кустова тапшырыуында Ҡырым татарҙары әкиәттәре"н сығара.[9]Китап составына туғыҙ легенда, өс әкиәт һәм өс көләмәс ингән. Был ҡырым-татарҙарының һуңғы фольклор йыйынтығы була. Бөйөк Ватан һуғышы һәм 1944 йылда бик күп ҡырым халыҡтарын депортациялау ҡырым легендаларын баҫтырыуҙы оҙаҡҡа туҡтата
Һуғыштан һуңғы хәл
үҙгәртергәЕгерме йылға яҡын ваҡыт үткәс, Ҡырым дәүләт нәшриәте Һуғыштан һуңғы «Ҡырым легендалары» йыйынтығын баҫтырып сығара[10]. 1957 йылда уны «Крымиздат» мөхәррирҙәре Р. Н. Вуль һәм С. К. Шляпошников төҙөй. Шул уҡ ваҡытта Г. И. Таран (1930—1999) эшләй, һуңынан ул нәфис әҙәбиәттең баш мөхәррире (1969), ә һуңыраҡ нәшриәт директоры (1972) була. Беренсе баҫмала уның исеме телгә алынмай, әммә ул ошо йыйынтыҡтың артабанғы ун баҫмаһын төҙөүсе һәм мөхәррир вазифаһын башҡарыусы булып тора.
1959 йылда сыҡҡан икенсе баҫмаһы «Ҡырым легендалары» тип атала[11], артабан ул үҙгәрмәй. Икенсе баҫманан башлап, танылған Украина шағиры, СССР Фәндәр академияһы академигы М. Ф. Рыльский (1895—1964) яҙған инеш һүҙ файҙаланыла.
1974 йылда совет власы осоронда баҫылып сыҡҡан "Ҡырым легендалары"ның унынсы, юбилейы, ҡабаттан баҫылып сыға.[12] Егерме йыл эсендә барлығы 59 легенда баҫыла. Нәшриәт өсөн ул ял итеүселәр өсөн тәғәйенләнгән күмәк мәҙәниәт продукты була. Совет осорондағы легендаларҙы нәшер итеүселәрҙе яҡлап, ул ваҡытта Ҡырым легендаларын тик ошо формала ғына баҫтырып сығарырға мөмкин булған, тип әйтергә була.
Үҙгәртеп ҡороуҙан һуң
үҙгәртергәБынан һуң легендалар сығарыу 20 йылға тиерлек туҡтатыла. Үҙгәртеп ҡороуҙан һуң, 1990 йылдар башынан, уларҙы яңынан баҫтырыу мөмкинлеге тыуа. Н. Маркстың репринт баҫмалары һәм 1936 йылда Алупкин һарайы-музейында нәшер ителгән ҡырым татарҙары әкиәттәре һәм легендалары йыйынтығы донъя күрә.Легендаларҙың коммерция баҫмалары ҙур популярлыҡ яулай. Уларҙың авторҙары фәнни алымдарҙы ғына түгел, һайлап алыу һәм классификациялау принциптарын да күҙ уңында тотмай. Революцияға тиклемге осорҙа баҫылған легендалар совет легендалары менән ҡатнаштырып баҫтырыла; атеистик легендалар менән бер рәттән дини легендалар барлыҡҡа килә, шул уҡ ваҡытта лайыҡлы аңлатмалар һәм комментарийҙар булмай.
Шуның менән бергә ҡырым милли йәмғиәттәре әлеге ваҡытта үҙ халыҡтарының мәҙәни хәтерен һаҡлау маҡсатында легендалар йыйынтыҡтарын әүҙем сығара. Нәшриәтселәр араһында М. Х.Фәйзи[13][14], Ю. А. Полканов[15] һәм В. З. Тирияки[16] исемдәре айырылып тора.
Ҡырым яҙыусыһы Е. Г. Криштофтың (1925—2001) был йүнәлештәге әҫәре айырылып тора. 1978 йылда уның «Ҡырым тураһында йөҙ хикәйә» китабы сыға,[17]унда шулай уҡ легендалар ҙа осрай, ә 2001 йылда — «Легенды Крыма в ретелье Елены Криштоф»[18]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кондараки В. Х. Легенды Крыма. М.: Типография Чичерина, 1883. 100 с.
- ↑ Радлов В. В. Образцы народной литературы северных тюркских племен. СПб.: Типография Императорской Академии наук, 1896. Часть VII. Наречия Крымского полуострова. 527 с.
- ↑ Маркс Н. Легенды Крыма. Москва: Скоропечатня А. А. Левенсон, 1913. 44 c.
- ↑ Маркс Н. Легенды Крыма. Москва: Скоропечатня А. А. Левенсон, 1914. 63 c.
- ↑ Маркс Н. Легенды Крыма. Одесса: Типография «Одесские новости», 1917. 62 c.
- ↑ Крым С. С. Крымские легенды. Париж: Книжная торговля Н. Арбузова, 1925. 65 с.
- ↑ Кончевский А. К. Сказки, легенды и предания Крыма. М.; Л.: Физкультура и спорт, 1930. 91 с.
- ↑ Сказки и легенды татар Крыма. Симферополь: Госиздат Крым. АССР, 1936. 376 с.
- ↑ Сказки крымских татар в передаче М. Г. Кустовой. Симферополь: Крымгосиздат, 1941. 119 с.
- ↑ Крымские легенды. Симферополь: Крымиздат, 1957. 148 с.
- ↑ Легенды Крыма. 2-е изд. Симферополь: Крымиздат, 1959. 158 с.
- ↑ Легенды Крыма. 10-е изд. Симферополь: Таврия, 1974. — 176 с.
- ↑ Файзи М. Х. Армяне в легендах Крыма. Симферополь: Амена, 2002. 45 с.
- ↑ Филолог һәм журналист Марат Һаҙый улы Фәйзи (Саркисов) 1925 йылда Симферополдә тыуған.
- ↑ Полканов В. Ю. Легенды и предания караев (крымских караимов-тюрков). Симферополь: [б. и.], 1995. 67 с.
- ↑ Тирияки В. З. Легенды и предания крымских караимов. Евпатория: Оджакъ, 2002. 84 с.
- ↑ Криштоф Е. Г. Сто рассказов о Крыме. Симферополь: Таврия, 1978. 399 с.
- ↑ Криштоф Е. Г. Легенды Крыма. Симферополь: Дар, 2001. 315 с.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Жердева А. М. Ҡырым легендалары донъя мәҙәниәтенең бер өлөшө булараҡ. Симферополь: Таврида, 2017. 247 с. ISBN 978-5-9500280-7-6
- Жердева А. М. Совет идеологияһы координаталарында мәҙәни аңды ремифологизациялау моделе (Ҡырымдың һуғыштан һуңғы ун легенда йыйынтығы миҫалында) // Фәнни альманах. Традицион мәҙәниәт. М., 2010. № 2 (38). С.110127.
- Жердева А. М. Ҡырым легендаларын баҫтырыу һәм өйрәнеүҙең ҡайһы бер проблемалары тураһында // Ҡара Диңгеҙ буйы халыҡтары Мәҙәниәте. 2005. — № 66. С.182184.
- Жердева А. М. Ҡырым легендаларын йыйыу һәм баҫтырыу принциптары // Ҡара Диңгеҙ буйы халыҡтары Мәҙәниәте. 2012. — № 220. С.148156.
- Ҡырымдың легендалары, риүәйәттәр һәм әкиәттәре. Симферополь: Кгму-ның Симферополь нәшриәт үҙәге, 1999. 195 б.
- Ҡырым татарҙарының әкиәттәре һәм легендалары. Симферополь: Дар, 1991. 160 с.
- Темненко Г. М. Ҡырым легендалары һәм хәҙерге мәҙәни аңдың ҡайһы бер һыҙаттары. Материалы и исследования / / ЭТНОГРАФИЯ Крыма XIXXX вв.һәм хәҙерге этномәҙәни процестар. 2002. С.120126.
- Радлов В. В. В. В. Радловтың 1886 йылда ҡырым экспедицияһы барышында йыйған әкиәттәре, легендалары һәм анекдоттары. А.Жердева тәржемәһе. Симферополь: Н.Орианда, 2021. ISBN 9785604550786.