Ҡырымтатар музыкаһы
Ҡырымтатар музыкаһы — ҡырым татарҙарының музыкаль фольклоры, ул XX быуатта милли профессиональ музыка мәҙәниәтенә башланғыс һала[1].
Стилдәре, жанрҙары һәм үҙенсәлектәре
үҙгәртергәҠырымтатар музыкаһының тау һәм дала стилдәре бар. Улар төрлө субэтностар араһында таралған: көньяҡ яр һәм таулы татарҙарҙың йырҙары (түркү) моңло, ҡатмарлы һығылмалы көйлө һәм ярымтондар системаһына эйә, ә дала яҡ көйҙәре (йыр) ябай, улар диатоник нигеҙгә ҡоролған. Ритм йәһәтенән ҡырымтатар музыкаһына 2 һәм 3 өлөшлө ячейкалар өҫтәлгән 5, 7 һәм 9 өлөшлө үлсәм хас[1].
Халыҡ йырҙарын сығарыусылар һәм башҡарыусыларҙы таулы татарҙар — ашиҡ, дала татарҙары кедаи тип йөрөтә. Ҡырымтатар халыҡ музыкаһында эпик йыр төрҙәренән бәйеттәр һәм дастандар бар (мәҫәлән, «Кёр-оғлу», «Әдигә» һәм Әсән Рефатов тарафынан музыкаль драма итеп эшләнгән «Чора батыр»). Ҡырым татарҙарының XVIII быуат аҙағынан күсеп йөрөргә мәжбүр ителеүе һөҙөмтәһендә муаджир түркү һәм көч авасы тигән тарихи йыр жанры барлыҡҡа килә. Көнкүреш жанрҙары араһынан төрлөсә аталып йөрөтөлгән ҡыҫҡа йырҙар (дала татарҙарында — чынъ йәки чины, таулы татарҙарҙа — манә), шулай уҡ маҡъам тигән лирик йыр жанрын айырып ҡарарға була. Фольклорҙа йола йырҙары, түңәрәк ҡороп бейегәндә йырлана торған йырҙар (хоран) бар. Инструменталь бейеү музыкаһы етеҙгә (ҡъайтарма) һәм талғынға (ағъыр ава) бүленә.
Традицион халыҡ музыка ҡоралдарынан ҡырым татарҙарының һуҡма ҡоралдары — давул (ҡарамсанан «ҙур барабан»), дарә һәм дүмбәләк (балсыҡ сүлмәктән тире тарттырып яһалған парлы литавра), тынлы музыка ҡоралдары — зурна, толоп-зурна һәм кавал, ҡыллы ҡоралдары кеманча, саз һәм сантыр бар. XIX быуат аҙағында — кларнет, торба һәм скрипка, унан һуң электр гитараһы һәм аккордеон ҡулланыуға инеп китә. Традицион инструменталь ансамбль давулджылар тип атала һәм 2 зурнанан, давулдан һәм дарәнән тора. Йырсылар ҡушылып йырлай торған камералы ансамблгә дарә, сантыр, бер-ике скрипка, кларнет һәм торба (һуңыраҡ аккордеон да) инә, ул чал йәки кеманеджилер тип атала .
Таралыуы
үҙгәртергәҠырым татарҙарының халыҡ йырҙарын беренсе булып XX быуат башында А. Олесницкий системаға һала һәм баҫтырып сығара башлай, унан һуң был эш менән А. К. Кончевский, М. И. Красев, А. Рефатов, Я. Шәрфединов һәм И. Бахшиш шөғөлләнә. Халыҡ көйҙәрен классик музыкала ҡулланыу миҫалы итеп А. А. Спендиаровтың оркестр өсөн «Крымские эскизы» һәм башҡа әҫәрҙәрен, Глинканың «Руслан и Людмила» операһындағы Шәреҡ күренештәрен, Балакиревтың «Исламей[en]» тигән фортепиано өсөн фантазияһын телгә алырға була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Крымскотатарская музыка // Музыкальный энциклопедический словарь / Гл. ред. Г. В. Келдыш. — М.: Советская энциклопедия. — С. 280—281. — 672 с. — 150 000 экз. — ISBN 5-85270-033-9.