Ҡырсынғыр (тау)
Башҡортостандың Ишмебай районындағы тау
Ҡырсынғыр — Башҡортостандың Ишембай районындағы тау. Һыуалышы (Һаралы ҡушылдығы, рус. Суалаше) менән Айыулы (Рәүҙәк ҡушылдығы) араһында ята.
Ҡырсынғыр | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 607,2 метр |
Иң бейек түбәһе — 607,2 м. Битләүҙәре һөҙәк. Тау тоҡомо һәүерташтарҙан, рифей ҡомташтарынан тора. Ҡырсынғырҙан көньяҡ-көнбайыштараҡ Иҫкейорт (608 м), көньяҡта — Биктәр(629 м) тауҙары, төньяҡ-көнбайыштараҡ- Һәйетбашмаҡ (631 м), шифалы һыуы менән дан ҡаҙанған Көгөш (рус. Усолка) йылғаһының инеше (Айыулы тауы итәгендә), төньяҡ-көнсығыштараҡ — Яманташ (588 м) ята.
Битләүҙәрендә һәм тирә-яғында һоро урман тупрағында киң япраҡлы ҡатнаш урмандар үҫә.
«Ҡырсынғыр» атамаһы «ҡырсын» (ваҡ, шыма таштар) һәм ҡыр (һырт, тау) һүҙҙәренән алынған[2].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 336. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ [ https://kitaptar.bashkort.org/storage/books/iVH0prU9PG1vCkam1CLGHljaQSY0QnUJVyc7ck9E.pdf Словарь топонимов Башкирской АССР]