Ҡырмыҫҡалар
Ҡырмыҫҡалар (лат. Formicidae) — бөжәктәр ғаиләһе, яры ҡанатлылар, күсле бөжәктәр, 3 касталары бар: инә, ата һәм эшсе ҡырмыҫҡалар. Инә, ата ҡырмыҫҡалар — ҡанатлы, эшселәре — ҡанатһыҙ. Мыйыҡтары бөгөлсән, инә һәм эшеселәрҙең мыйығы 11-12 быуынтыҡлы, аталарҙыҡы 12—13-[1], ҡайһы берҙәренең 4, 6 йәки 10 быуынтыҡлы. Мыйығының төп быуынтығы (скапус) ғәҙәттә башҡаларынан оҙонораҡ була. (Мирмицин, понеринһәм башҡа ҡайһы бер ҡырмыҫҡалаҙың ярайһы үҫешкән ҡаяуы бар. Сүп-сарҙан оя өйөп, күс булып йәшәгән ер бөжәге[2]
Ҡырмыҫҡалар күс менән тупраҡҡа, ағас араһына, таш аҫтына һ.б. ерҙәргә оя ҡороп йәшәй. Ҡайһы берҙәре үҫемлек ҡалдыҡтарынан күс ояһы ҡора. Араларында әрәмтамаҡ төрҙәр ҙә бар, улар башҡа ояларға баҫып инә, "ҡол биләүсе"ләр ояларында башҡа төр ҡырмыҫҡаларҙы ҡол итеп тота. Ҡайһы берҙәре кеше йәшәгән йорттарға ла оялай. Бәғзеләре зарарлы бөжәктәрҙең һанын көйләүҙә ярҙамсы булһа, башҡалары үҙҙәре ҡоротҡос булып тора.
Ғәҙәттә үҫемлек һуты менән ,үлән бете кеүектәрҙе, ҡарышлауыҡтарҙы һурып туҡланалар. Орлоҡ (ураҡсы ҡырмыҫҡалар), бәшмәк ашаған (япраҡ ҡырҡҡыс ҡырмыҫҡалар) төрҙәре бар
Антарктиданан һәм бик йыраҡта урынлашҡан утрауҙарҙан башҡа һәр ерҙә йәшәйҙәр. Ер өҫтөндә йәшәгән хайуандарҙың биомассаһының 10—25 % тәшкил итәләр. Улар күс менән йәшәүҙәре, күсеп йөрөй алыуҙары һәм тәбиғәттәге төрлө ресурстарҙы файҙалана алыуҙары арҡаһында шулай ишле.
Донъяла 12 000 төрө бар, күпселеге тропиктарҙа үрсей. Элекке СССР илдәрендә 300-ләп төрө осрай[1].
Ҡырмыҫҡаларҙы өйрәнеүсе фән мирмекология тип атала.
Тасуирлама
үҙгәртергәҠырҡымыҫҡалар күс ояһы яһап йәшәйҙәр. Күстәр төрлө дәүмәлле була. Хәҙер беҙҙең яҡтарҙа ер аҫтында йәшәй торғандары ла килеп сыҡты. Ҡәҙимге ҡырмыҫҡа ояһы ер өҫтөндә өйөм булып күренеп тора, тупраҡтан, ваҡ сыбыҡтан йә ылыҫ энәләренән көмбәҙ рәүешле итеп төҙөлгән була. Был көмбәҙ аҫтында бик яҡшы планлаштырылған юлдар, бушлыҡтар, унда ҡырмыҫҡа йомортҡалары, ҡорттары һәм ҡурсаҡтары һаҡлана. Юлдарҙың тәрәнлеге хатта метр ярымға етеп, бер-береһенә тоташҡан эске ояларҙың береһендә батшабикә йәшәй.
Ояла көслө иерархия, тотош күс батшабикәгә буйһона. Йомортҡаларҙы ул һала. Эшсе ҡырмыҫҡалар ҙа түлле, әммә батшабикә тере сағында йомортҡа һалмайҙар. Батшабикә 15-20, ә эшселәр — 5-7 йыл йәшәй. Иркәктәре бары бер йәй генә йәшәй, улар тоҡом сығарыуҙа ҡатнашыу менән үлеп бөтәләр.
Батшабикәне 10-12 эшсе ҡырмыҫҡа ҡурсый, тәрбиәләй, ашата. Былар йәш ҡырмыҫҡалар, һәр ҡырмыҫҡа башта йә инәне, йә йомортҡаларҙы тәрбиәләү менән ай самаһы шөғөлләнә, унан аҙыҡ эҙләүселәр, ташыусылар «хеҙмәтенә» күсә. Тапҡан емде улар бер урынға туплай, шунан ул тотош оя әһелдәренә таратыла. Батшабикә сығарған махсус матдә — феромен да уларға өҫтәмә ем булып хеҙмәт итә, ул матдә инәнең сәләмәтлеге торошон да, ояның халәте тураһында ла мәғлүмәт бирә икән. Шул рәүешле, күс дөйөм мәғлүмәт киңлегендә йәшәй!
Ҡырмыҫҡаның этимиолигияһы
үҙгәртергәАтаманың урыҫ телендәге этимологияһы
үҙгәртергәМуравей тигән урыҫ һүҙе праслав. *morvь(jь), шулай уҡ ибһе теле *morwis/*mormis, (лат. formica һәм бор. грек. μύρμηξ сығанағына барып тоташа). Фонетик яҡтан урыҫ телендә моровей тип атау дөрөҫөрәк булыр ине. Заманса формаһы мурава һүҙе менән контаминация нигеҙендә барлыҡҡа килгән[3][4][5].
Атаманың башҡорт телендәге этимологияһы
үҙгәртергәҠырмыҫҡа тигән бөжәкте ҡайһы бер башҡорт райондарында (мәҫәлән, Әбйәлил районы) «ҡымыртҡа» тип атауҙары һүҙҙең «ҡымырйыу» тигән ҡылымға барып тоташыуына ишара. Ҡымырйыу — йыбырлау тигәндең синонимы. Оҙаҡ йылдар башҡорт телендә был һүҙҙең ҡымырҫҡа тип яҙылып йөрөүен дә телгә алмай булмай.
Ҡырмыҫҡа тураһында башҡорт әҙәбиәтенән һәм ауыҙ-тел ижадынан өлгөләр
үҙгәртергәКәбән
үҙгәртергәРәми Ғарипов
Ҡырмыҫҡалар, күпме ҡырмыҫҡалар
Ҡанатланып сыҡҡан иләүҙән.
Мыж килә был ҡырмыҫҡалар яуы,
Балаларын сисеп биләүҙән…
Һынамыш
үҙгәртергә- Ҡырмыҫҡа ҡанатлана башлаһа, көн яуынға әйләнә
- Ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тығыу шау-шыу, талашты көсәйтеп ебәреү[6]
Систематика и эволюция
үҙгәртергә
|
Ҡырмыҫҡалар ғаиләһе яры ҡанатлылар отрядына ҡарай, уға шулай уҡ киҫәрҙәр, бал ҡорттары һәм һағыҙаҡ инә һәм һағыҙаҡ инә һәм Vespoidea ғаиләһенә ҡарай йәки айырым Formicoidea таксонына бүленә[8]. Филогенетик анализ мәғлүмәттәре буйынса, ҡырмыҫҡалар аҡбур дәүеренең уртаһында, яҡынса 110—130 миллион йыл элек, элекке суперконтинент Лауразия территорияһында веспоид һағыҙаҡтарҙан барлыҡҡа килә. Ҡырмыҫҡалар ғаиләһенә иң яҡыны — ысын һағыҙаҡтар һәм сколиялар (Scoliidae һәм Pradynobaenidae)[8][9]. Ҡайһы бер заманса филогеномик мәғлүмәттәргә ярашлы, бер нисә йөҙ генды тикшереү нигеҙендә веспоидлы һағыҙаҡтар ҡырмыҫҡаларҙың туғаны түгел, ә һуңғылары йышыраҡ сфекоид һағыҙаҡтарға (Specoidea, Apoidea) яҡынлаша[10][11]. Анатомик һәм ҡылыҡ оҡшашлыҡтарынан тыш, ҡырмыҫҡаларҙың барлыҡҡа килеүен раҫлау, 1967 йылда мезозой ултырмаларында улар араһында күсеү формаһы — Sphecomyrma freyi ҡаҙылма төрҙәре табыла. Был төр ҡырмыҫҡаны ла, һағыҙаҡ һыҙаттарын да берләштерә, һәм аҡбур осороноң аҙағы менән даталана (80 миллион йыл элек). Артабан башҡа төрҙәр ҙә табыла, уларҙы шулай уҡ Sphecomyrminae төрөнә ҡарай, тип билдәләйҙәрSphecomyrma freyi[12].
Докембрий | Фанерозой | Эон | |||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Палеозой | Мезозой | Кайнозой | Эра | ||||||||||
Кембрий | Ордо вик |
Сил ур |
Девон | Карбон | Пермь | Триас | Юра | Мел | Палео ген |
Нео ген |
П-д | ||
4570 | 541 | 485,4 | 443,4 | 419,2 | 358,9 | 298,9 | 252,2 | 201,3 | 145,0 | 66,0 | 23,03 | млн лет ← | |
2,588 |
е
Sphecomyrma freyi, моғайын, ер аҫты фуражиры булғандыр, әммә хәҙерге Leptanillinae һәм Martialinaeзаман төркөмсәһенең ағзаларының төҙөлөшөнә һәм тәртибенә таянып, ҡайһы бер ғалимдар, примитив ҡырмыҫҡалар ер аҫты йыртҡыстары булған, тип иҫәпләй[13]. Өҫтөнлөклө, сәскәле үҫемлектәргә әйләнгәндән һуң, яҡынса 100 миллион йыл элек, төрлө экологик шарттарға яраҡлашып, бик тиҙ үҫешә башлай[14][15][16].
Аҡбур осоронда бөжәктәрҙең һаны бик әҙ була һәм бөжәктәрҙең дөйөм һанының яҡынса 1 процентын тәшкил итә. Өсөнсөл осор башында адаптив нурланыштан һуң ҡырмыҫҡалар өҫтөнлөк итә башлай. Олигоцен һәм миоцен осорҙарындағы бөжәктәрҙең 20—40 проценты ҡырмыҫҡалар була. Эоцен дәүерендә йәшәгән бөтә төрҙәрҙең яҡынса 10 проценты беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡала. Балтик гәрәбәһендә осраған төрҙәрҙең 56 проценты (Олигоцен башына ҡарай) һәм доминикан гәрәбәһендә (иртә Миоцен) табылған ҡырмыҫҡаларҙың 92 проценты бөгөнгө көндә булғандарға тура килә[14][17].
ермиттар, ҡайһы берҙә «аҡ ҡырмыҫҡалар» тип тә атала, ҡырмыҫҡа түгел. Улар Термиттарҙың инфраотрядына (Isoptera) ҡарай һәм тараҡандар һәм суфый сиңерткәләр менән тығыҙ бәйлеләр. Ҡырмыҫҡалар кеүек, термиттар ҙа социаль бөжәк булып тора, әммә улар тулы булмаған үҙгәреш кисерә. Термиттарҙың һәм ҡырмыҫҡаларҙың социаль структураларының оҡшашлығы конвергент эволюция менән аңлатыла[18]. Бәрхәт ҡырмыҫҡалар (Mutillidae) тип аталған ҡырмыҫҡаларға оҡшаһа ла, ҡанатһыҙ ҡырмыҫҡалар[19][20].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Определитель насекомых Дальнего Востока России. Т. IV. Сетчатокрылообразные, скорпионницы, перепончатокрылые. Ч. 1. / под общ.ред. П. А. Лера. — СПб.: «Наука», 1995. — 606 с. — 3150 экз. — ISBN 5-02-025944-6.
- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
- ↑ Фасмер М. Этимологический словарь русского языка. — Прогресс. — М., 1964—1973. — Т. 3. — С. 11.
- ↑ Этимологический словарь славянских языков. — Наука, 1992. — Т. 19. — С. 248—249.
- ↑ J. P. Mallory, Douglas Q. Adams. Encyclopedia of Indo-European culture. — London: Fitzroy Dearborn Publishers, 1997. — P. 24. — ISBN 9781884964985.
- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
- ↑ Brothers D. J. Phylogeny and evolution of wasps, ants and bees (Hymenoptera, Chrysisoidea, Vespoidea, and Apoidea) (инг.) // Zoologica Scripta : journal. — 1999. — Т. 28. — С. 233—249. — DOI:10.1046/j.1463-6409.1999.00003.x
- ↑ 8,0 8,1 Pilgrim Erik M.; von Dohlen Carol D.; Pitts James P. Molecular phylogenetics of Vespoidea indicate paraphyly of the superfamily and novel relationships of its component families and subfamilies // Zoologica Scripta, Volume 37, Number 5, September 2008, pp. 539—560. doi=10.1111/j.1463-6409.2008.00340.x.
- ↑ Debevec A. H., Cardinal S., Danforth B. N. Identifying the sister group to the bees: a molecular phylogeny of Aculeata with an emphasis on the superfamily Apoidea (инг.) // Zool. Scr.. — 2012. — Vol. 41. — P. 527–35.
- ↑ Ward, P. S. The phylogeny and evolution of ants (инг.) // Annual Review of Ecology, Evolution, and Systematics : Журнал. — Пало-Альто (США): Annual Reviews, 2014. — Vol. 45. — P. 2.1-2.21. — ISSN 1545-2069.
- ↑ Johnson B. R., Borowiec M. L., Chiu J. C., Lee E. K., Atallah J., Ward P. S. Phylogenomics resolves evolutionary relationships among ants, bees, and wasps (инг.) // Current Biology : Журнал. — Cell Press, 2013. — Vol. 23. — P. 2058–62.
- ↑ Уилсон Э. О., Карпентер Ф. М., Brown W. L. The first Mesozoic ants (инг.) // Science. — 1967. — Т. 157. — № 3792. — С. 1038—1040. — DOI:10.1126/science.157.3792.1038 — PMID 17770424.
- ↑ Rabeling C., Brown J. M., Verhaagh M. Newly discovered sister lineage sheds light on early ant evolution (инг.) // Proceedings of the National Academy of Sciences U. S. A. : journal. — 2008. — Т. 105. — № 39. — С. 14913—14917. — DOI:10.1073/pnas.0806187105 — PMID 18794530.
- ↑ 14,0 14,1 Grimaldi D., Agosti D. A formicine in New Jersey Cretaceous amber (Hymenoptera: Formicidae) and early evolution of the ants (инг.) // Proceedings of the National Academy of Sciences : journal. — 2001. — Т. 97. — № 25. — С. 13678—13683. — DOI:10.1073/pnas.240452097 — PMID 11078527.
- ↑ Moreau C. S., Bell C. D., Vila R., Archibald S. B., Pierce N. E. Phylogeny of the ants: Diversification in the Age of Angiosperms (инг.) // Science : journal. — 2006. — Т. 312. — № 5770. — С. 101—104. — DOI:10.1126/science.1124891 — PMID 16601190.
- ↑ Wilson E. O., Hölldobler B. The rise of the ants: A phylogenetic and ecological explanation (инг.) // Proceedings of the National Academy of Sciences : journal. — 2005. — Т. 102. — № 21. — С. 7411—7414. — DOI:10.1073/pnas.0502264102 — PMID 15899976.
- ↑ Hölldobler, Wilson, 1990, pp. 23—24
- ↑ Thorne, Barbara L. Evolution of eusociality in termites (инг.) // Annual Review of Ecology, Evolution, and Systematics. — Annual Reviews, 1997. — Т. 28. — С. 27—53. — DOI:10.1146/annurev.ecolsys.28.1.27 Архивировано из первоисточника 30 май 2010.
- ↑ Order Isoptera — Termites (ингл.). Iowa State University Entomology (16 февраль 2004). Дата обращения: 12 июнь 2008. Архивировано 18 август 2011 года.
- ↑ Family Mutillidae — Velvet ants (ингл.). Iowa State University Entomology (16 февраль 2004). Дата обращения: 12 июнь 2008. Архивировано 18 август 2011 года.