Ҡыйҙыш (Силәбе өлкәһе)

Ҡыйҙыш — Силәбе өлкәһенең Уй районындағы ауыл. Ҡыйҙыш ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Ҡыйҙыш
Нигеҙләү датаһы 1807
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Кидышевское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Кидышевское сельское поселение[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 1337 кеше (2002)[2],
1014 кеше (2010)[3]
Почта индексы 456482
Карта
 Ҡыйҙыш Викимилектә

Географияһы

үҙгәртергә

Райондың көньяҡ өлөшөндә, Ҡыйҙыш йылғаһы буйында (ауыл исеме ошо йылға исеменән алынған), уның Уй йылғаһына ҡойған ерендә урынлашҡан. Яҡын тораҡ пункттар: Әмин ауылы һәм Бирюковский ҡасабаһы. Уй район үҙәгенә тиклем алыҫлыҡ 30 км.

Ҡыйҙыш ауылына 1807 йылда Ҡыйҙыш форты урынында нигеҙ һалына. Быға тиклем фортҡа (ул Петропавловск нығытмаһына буйһонған һәм ҡыҫҡа бағаналар һәм кәртә менән уратылған бер нисә ер өйҙән ғибәрәт булған) ғәҙәттә йәй 100-гә тиклем казак, башҡорт, татар кешеләрен һәм 45-кә тиклем һалдатты командировкаға ебәргән булғандар. Яңы ауылға Ырымбур батальонының һалдаттары һәм офицерҙары һәм Ырымбур казактары киләләр. Хеҙмәт итеүселәрҙең (557 кеше) 101 хужалығы, казактарҙың (407 кеше) — 74 хужалығы була. Ер дачалары 16986 дисәтинә тәшкил итә[4].

1880-се йылдар аҙағында сиркәү төҙөлә, 2 һыу һәм 3 ел тирмәне эшләй. 1890—96 йылдарҙа тәүге ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбе асыла. 1900 йылда 284 хужалыҡ иҫәпләнә. Урындағы күп казактар казак полкы составында Беренсе донъя һуғышында ҡатнашалар, Георгий тәреһе менән бүләкләнәләр. Н. Г. Миронов ҙур батырлыҡ күрһәтә (1937 йылда репрессиялана һәм атып үлтерелә)[4].

1919 йылдың авгусында ауылды ҡыҙылдар утҡа тоталар һәм яндыралар. Халыҡ баҙҙарҙа һәм ашығыс ҡаҙылған ер өйҙәрҙә ҡыш сыға. Ошо ваҡиғаларҙан һуң күпселек ауыл ирҙәре аҡтарға ҡушыла, ауыл тирә-йүндә «аҡ гвардиясылар» булып һанала. 1921 йылғы йотлоҡта халыҡ ныҡ яфа сигә[4].

1919 йылдан Ҡыйҙыш ауылы Уй, Бишкильское, Кочкарский, Колхоз, Сыбаркүл райондарында Ҡыйҙыш ауыл Советы үҙәге, аҙаҡ Степной ауыл Советы үҙәге була. 1930 йылда ауылда «Победа» колхозы бүлексәһе урынлаша[4].

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 114 ауыл кешеһе һәләк була; А. Н. Миронов Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була, Т. Н. Николаев Дан орденының тулы кавалеры. Совет осоронда ауылда «Көньяҡ Урал» совхозының үҙәк усадьбаһы урынлаша (хәҙер уның базаһында «Көньяҡ Урал» асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшләй)[4].

Балалар баҡсаһы, урта мәктәп, китапхана, мәҙәниәт һарайы, балалар сәнғәт мәктәбе, дауахана (унда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән табип Н. Л. Палагина эшләй) бар. Ҡыйҙыш Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Н. Г. Каюкованың һәм Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы В. Н. Соловьёвтың тыуған ауылы. Шағир һәм композитор Н. И. Григорьев оҙаҡ йылдар тыуған ауылында йырҙар һәм шиғырҙар ижад итә[4].

Халыҡ иҫәбе
2002[5]2010[6]
13371014

Халҡы 1337 кеше (1873 йылда — 1340, 1889 йылда — 1740, 1900 йылда — 1960, 1926 йылда −1826, 1995 йылда — 1350 кеше).

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда халыҡ һаны 1014 кеше тәшкил итә (453 ир-ат һәм 561 ҡатын-ҡыҙ).

Урамдары

үҙгәртергә

Ауылдың урамдар селтәре 10 урамдан тора[7].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
  3. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Село Кидыш
  5. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  6. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  7. Регионы России → Челябинская обл. → Уйский р-н → Кидыш с.