Ҡурлауҙы (күл, Силәбе өлкәһе)
Ҡурлауҙы (Хурлауҙы) - (рус. Курлады́') — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл Армия районындағы (рус. Красноармейский район) Копейск[1] ҡалаһы янындағы күл. Административ йәһәттән муниципаль берәмектәрҙең икеһенә лә ҡарай.
Ҡурлауҙы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Ҡурлауҙы Викимилектә |
Этимологияһы
үҙгәртергәСиләбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә күлдең исемен башҡортса "хурлау" (диалектта "ҡурлау") тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тип яҙа[2].
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҠурлауҙы күле диңгеҙ кимәленән 184 м бейеклектә урынлашҡан[1].
Ҙур сөсө һыу ятҡылығы. Күлдең майҙаны һыу кимәленә бәйле ныҡ үҙгәреп тороуы мөмкин (һыу ныҡ ташҡан йылдары 90 км2 етә). Ярашлы рәүештә тултырып һәм, шуға ярашлы упҡындарының, шулай уҡ ләмле һәм ҡомло һайлыҡтарының майҙандары ла үҙгәреп тора. Копейскиҙың тотонолған һыуҙарын түгеү өсөн ҡулланыла.
Әһәмиәте
үҙгәртергәКүл һыу ҡоштарының оя ҡороу урыны булараҡ ҙур әһәмиәткә эйә[3]. Бында бакландар, пеликандар оя ҡороуы күҙәтелә. Сыпҡайҙар, ҡашҡабаштар, сумғыс өйрәктәр, аҡсарлаҡтар күпләп оялай. Был һыу майҙандары Ҡара сыпҡай, бөҙрә пеликан, оҙонаяҡ сәпсәү, аҡбаш өйрәк һәм бәләкәй аҡсарлаҡ оялай торған урындарҙы һаҡлау өсөн һәм һыу ҡоштарының күсеп йөрөй, көҙҙәрен осоп киткәндә туҡтай торған урыны булараҡ халыҡ-ара әһәмиәткә эйә. Рәсәй ҡоштарҙы һаҡлау союзы ЧЛ-004 номеры аҫтында күлде «Төп орнитологик территориялар» программаһына индергән [4].
Файҙаланыусы - ЯАЙ «Силәбе балыҡсылыҡ хужалығы» («Челябинское рыбоводное хозяйство»).
Иллюстрациялар
үҙгәртергә-
Ҡурлауҙыла бөҙрә пеликандар
-
Ҡурлауҙыла бөҙрә пеликан
-
Ҡурлауҙыла бөҙрә пеликан
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Лист карты N-41-8. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1989 г.
- ↑ Шувалов Н. И. Курлады // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ Ламехов Ю. Г., Лисун Н. М., Серая Е. А. Экологические особенности гнездования птиц в районе очистных сооружений озера Курлады // под ред. А. Ю. Левых Экологические проблемы Зауралья : материалы межвузовской научно-практической конференции. — Ишим: изд-во ИГПИ им. П. П. Ершова, 2006.
- ↑ Программа «Ключевые орнитологические территории России» (КОТР) — ЧЛ-004 2019 йыл 10 ноябрь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. Курлады // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ламехов Юрий Геннадьевич. ПРОСТРАНСТВЕННО–ВРЕМЕННАЯ СТРУКТУРА КОЛОНИЙ ПТИЦ И БИОЛОГИЧЕСКИЕ АСПЕКТЫ РАННЕГО ОНТОГЕНЕЗА . dibase.ru. — Автореферат диссертации на соискание ученой степени доктора биологических наук. Дата обращения: 2013-3-29. Архивировано 9 апрель 2013 года. 2014 йыл 31 март архивланған.