Ҡудашев Шамил Закир улы

шәхес

Ҡудашев Шамил Закир улы (рус. Кудашев ШамильЗакирович; 26 май 1952) — сәйәсмән, уҡытыусы, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры[1]. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Рәсәйҙең Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре[2]. Милләте — башҡорт.

Ҡудашев Шамил Закир улы
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Ауырғазы районы
 Ҡудашев Шамил Закир улы Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Шамил Закир улы Ҡудашев 1952 йылдың 26 майында Ауырғазы районы Мораҙым ауылында тыуған.

Юғары белемле — 1974 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1974 йылдан Ауырғазы районы Семёнкино урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләүҙән башлай.

Ауырғазы районы, 161-се Түрһәгәҙе һайлау округы буйынса ХII саҡырылыш БАССР Юғары Советы халыҡ депутаты итеп һайлана. БАССР Юғары Советының халыҡ мәғарифы, фән, мәҙәниәт, милли һәм интернациональ традициялар, тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы була.[3] Тап ошо саҡырылыш депутаттары 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итә.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та йәш быуын менән эшләүен дауам итә — Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған, шахмат буйынса спорт мастерлығына кандидат, шахмат һәм спорт ориентиры буйынса республика һәм бөтә Рәсәй ярыштары еңеүсеһе һәм призеры[4].

Ауырғазы районының Михайловка ауыл биләмәһе башлығы булараҡ «Мәргән уҡсы» хәрәкәтен башлап йөрөүселәрҙең береһе. Хәрәкәт ағзалары өсөн үткәрелгән семинарҙа башҡорттарҙың традицион кейемдәре, хәрби тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм «Мәргән уҡсы» хәрәкәте хаҡында һөйләй. Хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж үткәрә, уҡтан атыу ҡағиҙәләре һәм техникаһы менән таныштыра. Ауырғазы районы клубы «Мең-Меркет» тип атала[5]

Ғаиләһе үҙгәртергә

Өйләнгән, ҡатыны менән бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы
  • Рәсәйҙең Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре

Ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Спортсмены подвели итоги -Наставник Кудашев Шамиль Закирович завоевал Кубок Республики по итогам сезона(недоступная ссылка)
  2. Приглашаем на зарядку с Чемпионом!(недоступная ссылка)
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв.. — Уфа: Китап, 1994. — С. 14.
  4. Приглашаем на зарядку с Чемпионом!(недоступная ссылка)
  5. 7 созвездий «Мэргэн уксы»

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв.. — Уфа: Китап, 1994. — С. 14. — 104 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә