Ҡот ҡойоу
Ҡот ҡойоу — сирле кешегә тормош ҡотон яңынан ҡайтарыу традицияһы, бағымсының ҡурҡан кешене дауалау ысулы[1].
Ҡот ҡойоу |
Башҡорттарҙа сирҙән арындырыу маҡсатында кешегә ҡот ҡойоу йолаһы башҡарылған[2].
Ҡот — төркисә йән, йәшәү көсө йәки бәхет, уңыш койоу. Башҡорттарҙа ҡот ҡойоу ҡурҡыу сәбәбен асыҡлау һәм унан ҡотҡарыу («ҡот» ҡайтарыу) өсөн ҡулланыла.
Башҡорттарҙың боронғо хөрәфәттәренә ярашлы, кеше «ҡот» менән, һирәк осраҡтарҙа ҡотһоҙ ҙа тыуа. Көслө ҡурҡыу тәьҫирендә йәне кешенән китә — ҡото оса.
"Ҡот"то ҡайтарыу өсөн имсе ауырыуҙы ултырғысҡа ултырта һәм уның башын яулыҡ йәки япма менән ҡаплай. Шунан һауытҡа һыу һалып, уны ауырыуҙың баш осонда тотҡан килеш, иретелгән аҡ ҡурғаш (ҡара ҡурғаш йәки балауыҙ) ҡоя.
Йола имләү һүҙҙәре менән оҙатыла. Уның бер нисә варианты бар:
«Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом! /Ерҙән осһаң — ерҙән кил! /Һыуҙан осһаң — һыуҙан кил! /Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом!»
«Һыйыр булып мөңрәп кил! Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом, Кил, ҡотом, кил, ҡотом! Ишектән дә кил, тишектән дә кил, Кил, ҡотом, кил, ҡотом, кил, ҡотом!»
- «Кил, ҡотом, кил, ҡотом,
- Эйәләрең бында, ҡотом,
- Ағын һыуҙай ағып кил,
- Аҡ балыҡтай йөҙөп кил,
- Эйәләрең бында, ҡотом,
- Кил, ҡотом, кил, ҡотом, кил, ҡотом,
- Ҡорайт, ҡотом, кил, ҡотом.
- Ғазраил фәрештә! Килтер ҡотом!
- Эйәң бында, эйәң бында — Кил, ҡотом!
- Айҙан килдең — айға кит,
- Көндән килдең — көнгә кит,
- Ерҙән килдең — ергә кит,
- Елдән килдең — елгә кит!»
Һыу эсендә ҡатып ҡалған массаның һыҙаттары (эт-ҡош, имәнес йән эйәһе, кеше) буйынса имсе ҡурҡыу сәбәбен билдәләй. Һәм матдә йөрәк формаһына ингәс кенә, уны сепрәккә тегеп, бетеү итеп файҙаланырлыҡ булғансы, ғәмәлдәрҙе ҡабатлайҙар. Артабан ауырыуҙың тәнен ошо һыуға манылған таҫтамал менән һөртәләр, ҡалғанын тупһа төбөнә түгәләр[3].
«Әй һин, ҡотом, кил, ҡотом, Саҡырғанда кил, ҡотом, Ҡаҫта төштө башыма, Эйәһен табып бир, ҡотом!»
«Ҡайт, ҡотом, ҡайт, ҡотом, Ҡайт, ҡотом, ағып ҡайт — Ағын һыуҙы йөҙөп сыҡ, Гөлбикәнең ҡото осҡан, Ҡамышлыҡты йырып сыҡ, Ҡайт, ҡотом! Кил, ҡотом, кил, Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Кил, ҡотом, кил! Мөрйәнән дә кил, Ишектән дә кил, Тишектән дә кил!»

«Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом, Ерҙән осһаң, ерҙән кил, Эттән осһаң, эттән кил, Малдан осһаң, малдан кил. Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом, Илдән осһаң, илдән кил, Һыуҙан осһаң, һыуҙан кил, Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом! Имен бир, йүнен бир, Иҫәнлеген бир. Ҡайт, ҡотом, ҡайт! Ҡайҙа булһаң, шунан ҡайт!»
Имләүҙең һорау-яуап формаһындағы варианттары бар: — Ни ҡояһың? — Ҡот ҡоям. — Ни ҡояһың? — Ҡот ҡоям. — Ни ҡояһың? — Йөрәк эҙләйем. Сәбәп минән булһын, Сихәт Алланан булһын. Көф-көф-көф! Әғүҙү бил-ләһи минәш-шәйтанир-ражим, Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Был имләү Ҡурған өлкәһендә йәшәгән бағымсы Мәһикамал Ғәлимйәнованан (1894 йылда тыуған) 1997 йылда яҙып алынған.
Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылынан информатор И. Сәфиуллина һөйләүенсә, «ҡот ҡойоу» йолаһын үтәгәндә, бағымсы ян-яҡҡа сайҡалған, эйелгән, турайған, башын өҫкә эйгән йәки өҫкә күтәргән, йәғни мәрхүм ата-бабаларыбыҙҙың рухын саҡырған. Был маҡсатта ул махсус йырҙар башҡарған, уларҙы билдәле бер телехәрәкәттәр менән оҙатып барған. Башҡорттарҙа был йырҙар һарнау тип атала: Ҡотом әмере буйынса, Ҡорҡот әмере буйынса. Ҡорҡот атай, ҡотоң бир. Түлкә атай, ҡотоң бир. Ҡотом ҡайҙа — мин шунда, Ҡотом ҡайҙа — мин шунда[4].
«Әй һин, ҡотом, кил, ҡотом, Саҡырғанда кил, ҡотом, Ҡаҫта төштө башыма, Эйәһен табып бир, ҡотом!»
«Ҡайт, ҡотом, ҡайт, ҡотом, Ҡайт, ҡотом, ағып ҡайт — Ағын һыуҙы йөҙөп сыҡ, Гөлбикәнең ҡото осҡан, Ҡамышлыҡты йырып сыҡ, Ҡайт, ҡотом! Кил, ҡотом, кил, Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Кил, ҡотом, кил! Мөрйәнән дә кил, Ишектән дә кил, Тишектән дә кил!»
«Ҡайт, ҡотом, ҡайт, ҡотом, Ҡайт, ҡотом, ағып ҡайт — Ағын һыуҙы йөҙөп сыҡ, Гөлбикәнең ҡото осҡан, Ҡамышлыҡты йырып сыҡ, Ҡайт, ҡотом! Кил, ҡотом, кил, Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Кил, ҡотом, кил! Мөрйәнән дә кил, Ишектән дә кил, Тишектән дә кил!»
«Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом, Ерҙән осһаң, ерҙән кил, Эттән осһаң, эттән кил, Малдан осһаң, малдан кил. Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом, Илдән осһаң, илдән кил, Һыуҙан осһаң, һыуҙан кил, Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом! Имен бир, йүнен бир, Иҫәнлеген бир. Ҡайт, ҡотом, ҡайт! Ҡайҙа булһаң, шунан ҡайт!»[5]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәҒүмәров В. З. Башҡорт халыҡ медицинаһы. Өфө, 1991
Никольский Д. П. Башкиры: этнограф. и санитарно-антрополог. исслед. СПб., 1899.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ КОТ КОЙОУ, способ лечения от испуга
- ↑ Ғүмәров В. З. Башҡорт халыҡ медицинаһы. Өфө, 1991
- ↑ КОТ КОЙОУ, способ лечения от испуга
- ↑ Кот койоу (Ҡот ҡойоу) / ритуальная практика с заговором
- ↑ Кот койоу (Ҡот ҡойоу) / ритуальная практика с заговором