Һарнау

речитатив менән өгөт-нәсихәт уҡыу формаһындағы башҡорт фольклоры жанры

Һарнау — речитатив менән өгөт-нәсихәт уҡыу формаһындағы башҡорт фольклоры жанры[1]

Һарнау
Дәүләт  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Барлыҡҡа килгән Башҡортостан Республикаhы һәм Башҡорт фольклоры

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Һарнау — өгөт-нәсихәтте имләү-өшкөрөү теләктәрен речитатив менән әйтеү формаһындағы башҡорт фольклоры жанры. Исламға тиклемге дини инаныуҙарға барып тоташа.

Шаманлыҡта ҡамлау йолаһын атҡарғанда бакстар әйтелә. Аныҡ ритмлы текст тәнде махсус хәрәкәтләндереү алымдары менән оҙатыла. Дөңгөр, ҡумыҙ йәки ҡыл ҡумыҙ оҙатыуында һамаҡ стилендә көйләп йәки көйләп-һамаҡлап башҡарыла.

Һарнауҙар Тәбиғәт рухын шәфҡәтлеләндереүгә, сирҙең сәбәптәрен асыҡлауға һәм ҡыуыуға һ. б. йүнәлтелгән.

Күк көстәренә, көслө емергес тәбиғәт күренештәренә төбәлгәндәре иң ҙур төркөмдө тәшкил итә. Мәҫәлән, боронғо төркиҙәрҙә беренсе күкрәү күк йөҙөнән Тәңре алыш арбаһында, башҡорттарҙа — Аҡбуҙатта үтеп бара һымаҡ ҡабул ителә. Шуға күрә Күкрәүҙе ҡаршы алыу йолаһы ваҡытында башҡарыусылар, йүгән шылтырата, ҡыңғырауҙар сылтырата, ергә сыбыртҡы менән һуға һәм муллыҡ саҡырыусы һарнау әйтә: «Ҡорайт, Күк! / Уралдан кил — /Һыйырҙар һөтлө булһын, /Ә үләндәр — һутлы булһын! /Ҡорайт, Күк! /Баҫыуҙан кил — / Һөт бейәһе булырға, / Корайт, Күк! //Уралдан кил! /Болондарҙан кил! /Һыйырҙар һөтлө булыр! /Бейәләр һөтлө булыр!»

Һарнау башҡарып ямғыр саҡыралар: «Ямғыр, яу! яу! яу! /Икмәктәр тиҙерәк үҫһен!» һәм йәйғор саҡыралар: «Кил, йәйғор! Кил! / Уңышлы йыл килтер!».

Ҡайһы бер һарнауҙар шифалы һауыҡтырыу йолалар башҡарғанда әйтелә: «Бесәйем, ҡайт! /Ҡорайт, минең Бесәйем! Ағым һыу менән ҡайт, /Ыңғай елдәр менән осоп кил, /Аҡ балыҡтай йөҙөп кил!»".

Һарнауҙарҙа йыш ҡына ата-бабалар (Түлкә, Ҡармҡыт, Ҡорҡот ата) рухына һәм тотем хайуандарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү: «Эй, рух, эй, рух, /Саҡырғанда кил! /Сирҙән яфаланғандарҙың /Эйәңде тап һәм килтер! / Минең рухым бойороғо буйынса /Ҡорҡот ата бойороғо буйынса, / Түлкә ата, һин һауыҡтыр, /Әгәр аяҡҡа баҫтырһаң — мин бындамын!»[2].

Ҡояшҡа мөрәжәғәт итеү формаһындағы имләү:

Эй, Ҡояшым,Эй,Тәңре-Ҡояш!
Яҡты көн бирҙең,Тыныс төн бир!
Ас итмә!Яланғас итмә!
Ҡартлыҡта мохтаж итмө!
Йылыт беҙҙе!
Ирет беҙҙе!
Эй, Тәңре Ҡояш![3]

Һарнауҙар күп төрки телле халыҡтар фольклорында урын алған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998

Башкирское народное творчество. Т.1. Эпос. Уфа, 1987

Һылтанмалар үҙгәртергә

ХАРНАУ

Султангареева, Р. А. Башкирский фольклор : семантика, функции и традиции 2022 йыл 29 декабрь архивланған. :Т. 1 : Миф. Обряд. Танец. Сказительство. Шаманский, религиозный, музыкальный фольклор. Современные традиции. — Уфа : Башк. энцикл., 2018. — 520 с. ISBN 978-5-88185-421-8[2]

Р. Султангареева. К вопросу о тенгрианстве башкир

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. ХАРНАУ
  2. Султангареева, Р. А. Башкирский фольклор : семантика, функции и традиции 2022 йыл 29 декабрь архивланған. :Т. 1 : Миф. Обряд. Танец. Сказительство. Шаманский, религиозный, музыкальный фольклор. Современные традиции. — Уфа : Башк. энцикл., 2018. — 520 с. ISBN 978-5-88185-421-8[1]
  3. Р. Султангареева. К вопросу о тенгрианстве башкир