Ҡотоев Хөсәйен Муллаян улы

112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкының взвод командиры, гвардия өлкән лейтенанты. Ҡыҙ

Ҡотоев Хөсәйен Муллаян улы (1923—1945) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкының взвод командиры, гвардия өлкән лейтенанты. Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән[1].

Ҡотоев Хөсәйен Муллаян улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 25 декабрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Балҡандар (Силәбе өлкәһе), Нагайбәк районы, Силәбе өлкәһе
Вафат булған көнө 23 апрель 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (21 йәш)
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Хөсәйен Муллаян улы Ҡотоев 1923 йылдың 25 декабрендә Силәбе өлкәһе (РСФСР) Нуғайбәк районындағы Балҡан ауылында тыуған[2].

Хәрби хеҙмәте

үҙгәртергә

Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылда саҡырыла. Саҡырылыуын төрлө сығанаҡ төрлөсә хәбәр итә: 1941, 1942 йылдың апреле йә 6 декабре тип тә яҙалар[сығанаҡ 1247  көн күрһәтелмәгән]. Баймаҡ район хәрби комиссариаты башта атаһы Муллаян Ҡотоевты, атаһын, һуңыраҡ улы Хөсәйенде фронтҡа оҙата.

Ҡотоев Хөсәйен 1943 йылда 1‑се Атлы армия исемендәге Тамбов кавалерия училищеһын тамамлай.

112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 58‑се гвардия кавалерия полкының элемтә отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә.

1943 йылдың 26-27 сентябрь көндәрендә ҡаҙанған батырлығы өсөн Белорус фронты Хәрби Советының 1943 йылдың 31 октябрҙә сығарылған 22/н ҡарары менән Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың апрелендә фронтта атаһы менән күрешә, икәүләп фотоға төшәләр[сығанаҡ 1247  көн күрһәтелмәгән].

1945 йылдың 23 апрелендә батырҙарса һәләк була. Германияла, Шмахтенхаген ауылында ерләнгән[2].

Наградалары

үҙгәртергә

Ҡотоев Хөсәйен Муллаян улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Баймаҡ районында һәм Силәбе өлкәһе Нуғайбәк районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ЦАМО. Картотека награждений, шкаф 49, ящик 4.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә