Ҡотлоғужа яланғаслыҡтары

геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы
(Ҡотлоғужа яланғыслыҡтары битенән йүнәлтелде)

Ҡотлоғужа яланғаслыҡтары (рус. Кутлугизинские обнажения верхнемеловых отложений ) — республика әһәмиәтендәге геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965).

Ҡотлоғужа яланғаслыҡтары
урыҫ Кутлугизинские обнажения верхнемеловых отложений
Төп мәғлүмәт
Майҙаны18,0 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты17 август 1963 йыл 
Идара итеүсе ойошмаБашҡортостан Республикаһының айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары Дирекцияһы 
Урынлашыуы
53°50′19″ с. ш. 56°17′17″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Ҡотлоғужа яланғаслыҡтары
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Ҡотлоғужа яланғаслыҡтары

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Ғафури районы Ҡотлоғужа ауылы тирә-яғы геологияла өҫкө аҡбур осороноң фаунистик һүрәтләнгән диңгеҙ ултырмалары (сантон быуаты) ятыуы менән билдәле. Ағиҙел йылғаһының үҙәнендә, Красноусол быяла заводының элекке ҡом карьерында урынлашҡан. Майҙаны — 18 гектар. Башҡортостандың Урал алдында өҫкө аҡбур ултырмалары киң таралған. Өҫкө аҡбур тоҡомдары яланғаслыҡтары — акбурҙың сантон ярусының төп геологик киҫелештәренең береһе, ҡалынлығы 18—20 метр. Кәүшәк конгломераттарҙан һәм глауконит ҡомташтарынан тора. Өҫкө ҡатламында төрлө формала һәм ҙурлыҡтағы спонгиолит ҡомташтарының ҡушымталары күҙәтелә. Уларҙың өҫтөндә неоген осороноң аллювиаль һәм делювиаль ултырмалары ята. Ер ҡабығының түбәнәйеүе арҡаһында диңгеҙ үтеп ингән. Ләкин палеогенда һәм неогенда барған ныҡ йыуылыу арҡаһында улар айырым «утрауҙар» рәүешендә генә һаҡланған. Карст күп осраҡта йыуылыуҙан һаҡланыуға булышлыҡ итә. Өҫкө аҡбур ултырмаларын өйрәнеүҙә Ҡотлоғужа киҫелеше терәк һыҙыҡ булып тора. Был киҫелеште Башҡортостандың әһәмиәтле геологик тәбиғәт ҡомартҡылары иҫәбенә индерергә мөмкинлек бирә.

Ҡотлоғужа яланғаслыҡтары тәүге тапҡыр 1940 йылда Вахрушев Георгий Васильевич тарафынанан тасуирлана[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә