Ҡормантау торағы

Археологик ҡомартҡы

Ҡормантау торағы (рус. Курмантауское селище) — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Ҡормантау ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан б.э.т. IV—II быуаттарға ҡараған Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы[1][2].

Ҡормантау торағы
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Урынлашыуы үҙгәртергә

Ҡормантау торағы Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Ҡормантау ауылынан көньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта Ҡормантау һыртында урынлашҡан археологик ҡомартҡы.

Табылдыҡтар үҙгәртергә

Тораҡтың майҙаны яҡынса 27 мең м², археологтар тарафынан 56 м² ере ҡаҙып тикшерелгән.

Ҙур көл өйөмөнән торған беленер-беленмәҫ ур табылған.

Ҡара Абыҙ мәҙәниәтенә ҡараған муйыны һәм яурындары тирәләй бәләкәй генә соҡорло биҙәк, һырҙар, тешле мөһөр баҫылған туҫтаҡ рәүешендәге түңәрәк төплө балсыҡ һауыттар килеп сыҡҡан.

Ананьин мәҙәниәтенә ҡараған муйыны тирәләй бау эҙе менән биҙәлгән туҫтаҡ рәүешендәге түңәрәк төплө балсыҡ һауыттар асыҡланған.

«Ғафури тибындағы» ҡыҫҡа киң муйынлы ҡалын тышлы көршәк рәүешендәге һауыттар ҙа табыштар араһында.

Тораҡта бронза тәңкәләр һәм уҡ башаҡтары, балсыҡ орсоҡбаштар, тимер ҡылыс, һөйәк гарпундар, тишкестәр һәм тире эшкәртеү ҡоралдары, хайуан һөйәктәре табылған.

Табылдыҡтар тораҡтың халҡы малсылыҡ , игенселек, һунарсылыҡ м‑н шөғөлләнгәнен күрһәтә. Башлыса ваҡ мал һәм йылҡы үрсеткәндәр, бурһыҡ, ҡондоҙ, ҡуян, ҡабан, төлкөгә һунар иткәндәр.

Ҡомартҡы Ананьин һәм Ҡара Абыҙ мәҙәниәттәре халҡының үҙ-ара бәйләнеше, Ағиҙел йылғаһы бассейнына күсмә сит ҡәбиләләрҙең килеп ултырыу ағышын сағылдыра.

Ҡорманай торағы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[3]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[4]..

Асыш тарихы үҙгәртергә

Ҡорманай торағы ХХ быуаттың 20‑се йылдарында М. И. Касьянов тарафынан асыла. Ул урындағы газеталарҙа рус һәм башҡорт телдәрендә табыштары тураһында ҡайһы бер мәҡәләләр баҫтыра, шулай уҡ 1935 йылда Башҡортостандың билдәле археология һәйкәлдәре картотекаһына ингән 16 битлек (76 объект тасуирламаһы) археология һәйкәлдәре исемлеген әҙерләй[5]

Артабан 1954—55 йылдарҙа ғалим-археолог, төркиәтсе һәм этнограф, 1952—1958 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре Һ.В.Йосопов, 1979 йылда археолог, тарих фәндәре кандидаты А. Х. Пшеничнюк тикшеренеүҙәрҙе дауам итә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ҡормантау торағы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 13 август архивланған.
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  4. Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
  5. Отделу археологии Национального музея Республики Башкортостан 100 лет 2020 йыл 7 август архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Юсупов Г. В. Древнейшие поселения Гафурийского района БАССР //Башкирский археологический сборник. Уфа, 1959
  • Пшеничнюк А. Х. Новые материалы с поселений Гафурийского района //Поселения и жилища древних племён Южного Урала: сб. науч. тр. Уфа, 1983.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.