Ҡолон (ауыл)
Ҡолын[2] (Ҡолон[3]; татар. Колын, рус. Кулуново) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.
Ҡолон | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Староаймановское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423745 |
География
үҙгәртергәАуыл Бәжәнә йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 54 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарих
үҙгәртергәАуылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1701 йылдан билдәле. Ауыл Бүләр улусының Мышыға түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Поисево улусы составына керә[5].
Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[4].
1905 йылда ауылда тимерлек, хужалыҡ магазины, бакалея кибете, мәсет (1837 йылдан билдәле), мәктәп теркәлгән[5].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, ә 1922 йылда Саллы кантоны составына керә. 1930 йылдан Минзәлә районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[4].
Халҡы
үҙгәртергә1816 йылда ауылда 66 башҡорт һәм 35 типтәр, 1834 йылда — 136 башҡорт һәм 55 типтәр, 1870 йылда — 413 башҡорт иҫәпләнгән[5].
1795 | 1834 | 1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
97 | 136 | 386 | 413 | 475 | 694 | 642 | 919 | 854 | 790 | 630 | 377 | 340 | 379 | 286 | 176 | 156 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 380. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 3,0 3,1 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Ҡолон (ауыл) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 365—367. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.