Ҡоба күбәләктәр
Ҡоба күбәләктәр | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Pyralidae Latreille, 1802 | ||||||||||||
Подсемейства | ||||||||||||
|
Ҡоба күбәләктәр — күбәләктәр ғаиләһе. 20 меңгә яҡын төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған.
Төрҙәре
үҙгәртергәБашҡортостанда 20‑гә яҡын төрө билдәләнгән
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәҠанаттарының ҡоласы 1—3, һирәк 5 см тиклем. Һорғолт көрән, аҡ, йәшкелт көрән, һоро төҫтә. Алғы ҡанаттары тар, өсмөйөшлө йәки оҙонса, 11—12, һирәгерәк 9—10 тамырсыҡлы, артҡылары — киң, түңәрәкләнеп бөтә, ҡыҫҡа сәсәкле; тыныс хәлдә ҡанаттары өсмөйөш рәүешендә йәки кәүҙәһен уратып тора. Мороно ҡыҫҡа (өй күбәләгендә юҡ), мөгөҙ ҡатлаулы. Күҙҙәре ябай. Мыйыҡтары еп рәүешендә, ата күбәләктәрҙеке — керпекле йәки тешле. Аяғы оҙон.
Үрсеүе
үҙгәртергәЙомортҡалары аҡ йәки һарғылт, үҙе туҡланған субстратҡа һала. Ҡарышлауығы ҡара төрткөлө, 16 быуынлы, төкһөҙ. Тупраҡ,япраҡ өҫтөндә көптә ҡурсаҡлана. Республика шарттарында йылына 1—2 быуын үҫә. Ҡарышлауығы ҡурсаҡ көбөндә ҡышлай.
Йәшәйеше
үҙгәртергәЭңерҙә һәм төндә әүҙем. Ҡарышлауығы үҫемлектәрҙең вегетатив өлөштәре һәм емештәре менән туҡлана, имагоһы туҡланмай. Башҡортостан Республикаһында бөтә ерҙә таралғандар. Он күбәләге ондо һәм он аҙыҡтарын боҙа. Амбар күбәләге, кәбеҫтә күбәләге, болон күбәләге һ.б. — ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡоба күбәләктәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был энтомология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |