Кәбеҫтә күбәләге

Кәбеҫтә күбәләге — күбәләктәр отрядының аҡ күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк.

Кәбеҫтә күбәләге
Инә кәбеҫә күбәләге
Инә кәбеҫтә күбәләге
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Pieris brassicae Linnaeus, 1758

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  778274
NCBI  7116

Биологик ҡылыҡһырламаҮҙгәртергә

Ҡанаттарының ҡоласы 5,5—6,0 см, өҫ яғы аҡ, алғы ҡанаттарының осонда ураҡ рәүешендәге ҡара ҡайма бар, аҫ яғы йәшкелт һары төҫтә. Инә күбәләктең алғы ҡанаты 2 йомро ҡара таплы (ата күбәләктең аҫ яҡтан ғына). Йомортҡалары һары, ҡырлы, кегля формаһында, әүернәһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәрҙеңяпрағынаһала. Ҡарышлауығының оҙонлоғо 4—4,5 см, һорғолт йәшел, һары һыҙатлы һәм ҡара таплы, йәш ҡарышлауыҡтар — япраҡтың аҫ яғында, өлкәндәре өҫ яғында урынлаша.

ТаралышыҮҙгәртергә

Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Ағаста, ҡыуаҡта, кәртәлә, йорт стенаһында көпһөҙ ҡурсаҡлана. Ҡурсағының оҙонлоғо 2,3—2,5 см, йәшкелт һары, арҡаһы һәм ян‑яғы ҡара таплы.

БашҡортостандаҮҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһы шарттарында йылына 3 быуын үҫә. Ҡурсағы ҡышлай. Күбәләк яҙ көнө сыға, көндөҙ әүҙем; сәскәле үҫемлектәрҙеңнектары, ҡарышлауығы әүернә һымаҡтарҙың япрағы менән туҡлана. Бөтә республикала осрай.

ЗыяныҮҙгәртергә

Йәшелсә культуралары ҡоротҡосо.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

Кәбеҫтә күбәләге // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә