Ҡаһарман

Белорет районындағы ауыл, Башҡортостан

Ҡаһарман (рус. Кагарманово) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 432 кеше[1]. Почта индексы — 453522, ОКАТО коды — 8388607.

Ауыл
Ҡаһарман
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Белорет районы

Ауыл советы

Үҙән

Координаталар

53°38′18″ с. ш. 57°47′26″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 211 852 002

ОКТМО коды

80 611 452 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡаһарман (Рәсәй)
Ҡаһарман
Ҡаһарман
Ҡаһарман (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡаһарман

1834 йылда Тамьян улусы Юнай ауылы кешеләре 1786 йылда урядник Юнаев Ҡаһарман Ҡаҙаҡҡол улы етәкселегендә Ҡаһарман (Ҡухтыр, Ҡотҡор) ауылына нигеҙ һала. Юнай ауылынан 17, Амангилденән 5, Ишкилденән 3 йорт яңы урында төпләнә. 1859 йылда 18 йортта 134 кеше йәшәй. 1920 йылда 85 йортта 471 кеше иҫәпләнә. 23 йорттан 18 арба йыл һайын йәйләүгә сыға. 114 кешенең 115 аты, 100 һыйыры, 50 һарығы һәм 15 кәзәһе була. 17 дисәтинә һөрөнтө ерҙәре була, 1843 йылда 24 бот ужым, 80 бот ярауай иген сәселә[2].

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

үҙгәртергә

1900 йылда мәсет теркәлгән.

Бөгөнгө көндә төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 432 205 227 47,5 52,5
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (98 %)[3].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 64 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Үҙән): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорецк): 52 км[4]

Урамдары

үҙгәртергә
  • А. Мөбәрәков урамы (рус. улица А.Мубарякова)
  • Ағиҙел урамы (рус. улица Агидель)
  • З.Вәлиди урамы (рус. улица З.Валиди)
  • М.Гәрәев урамы (рус. улица М.Гареева)
  • М.Ғафури урамы (рус. улица М.Гафури)
  • Кесе Ағиҙел урамы (рус. улица Малая Агидель)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • С.Юлаев урамы (рус. улица С.Юлаева)
  • Ҡояш урамы (рус. Солнечная улица)
  • Т.Кусимов урамы (рус. улица Т.Кусимова)
  • Ш.Шаҡман урамы (рус. улица Ш.Шакмана)
  • Шайморатов урамы (рус. улица Шаймуратова)
  • Ю.Гагарин урамы (рус. улица Ю.Гагарина)[5].

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
 
Шәғәле Шаҡман ҡәбере
  • Тамьян ырыуы башлығы Шәғәле Шаҡмандың тыуған урыны билдәһеҙ. Был ауыл заяратында уның исеме яҙылған ҡәбер ташы һаҡланған. Хәҙерге көндә ҡәберҙе кирбестән һалып, ғәрәпсә яҙылған таҡтаташты беркетеп ҡүйғандар.
  • Ҡотҡор төбәге – тәбиғәт ҡомартҡыһы

Ер-һыу атамалары

үҙгәртергә
  • Оло Ҡотҡор йылғаһы
  • Болашты күле
  • Ҡараташ тауы
  • Бешәтәк тауы
  • Антон мәмерйәһе[6].

Ревизия мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 112. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. Госсправка сайтында урамдар исеме
  6. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә