Ҡаҙағстан-Британия техник университеты
АО "Ҡаҙаҡ-Британия техник университеты " — был фәнни-мәғариф кластер, үҙ составына университет, фәнни-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ институтын алған, инновацион, ғилми-тикшеренеү һәм белем биреү блоктарының тығыҙ бәйләнеш тәьмин итеүсе һәм шулай уҡ етештереү реаль интеграцияһын булдырыусы уҡыу йорто.
Ҡаҙағстан-Британия техник университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 3 август 2001[1] |
---|---|
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
Административ-территориаль берәмек | Алматы |
Рәсми сайт |
kbtu.kz/kz/ kbtu.kz/ru/ kbtu.kz/en/ kbtu.kz/ch/ |
Ҡаҙағстан-Британия техник университеты Викимилектә |
КБТУ тарихы
үҙгәртергәҠаҙағстан-Британия техник университетын (КБТУ)төҙөү идеяһын Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Нурсолтан Назарбаев уйлап тапҡан. Хөкүмәт башлығы Берләшкән Короллек вәкилдәре менән байтаҡ рәсми осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр үткәрә, һөҙөмтәлә улар 2000 йылдың ноябрь айында ике илдең үҙ-ара аңлашыуы тураһындағы меморандумға ҡул ҡуя Университеттың патроны Бөйөк Британияның премьер-министры Тони Блэр була.
Университет 2001 йылдың 3 авгусындағы Ҡаҙағстан Республикаһы Хөкүмәтенең № 1027 ҡарары буйынса Британия менән Ҡаҙағстан Мәғариф һәм фән министрлығы араһында үҙ-ара аңлашыуы тураһында меморандумға ярашлы барлыҡҡа килә.
Ҡаҙағстан яғынан Ҡаҙағстан хөкүмәте һәм уның Мәғариф һәм фән министрлығы — университетты булдырыусы. Университеттың барлыҡҡа килеүендә Президент Хакимиәте, Ҡаҙағстандың Лондондағы Илселеге әүҙем булышлыҡ күрһәтә.
Британия яғынан Бөйөк Британияның Ҡаҙағстандағы илселеге һәм уның төп вәкиле вәкиле булған Британия Советы — университетты булдырыусы. Кәрәкле консультация һәм белем биреү хеҙмәттәрен Абердинский университеты һәм Роберт Гордон исемендәге университет, Эдинбургтың Херриот-Уотт университеты һәм Лондондың Вестминстерский университеты алып бара. Был университеттарҙың «Нефть-газ табыу» һәм «Эшлекле идара итеү» уҡыу программалары бар, улар донъяның нефть һәм газ тармағы баҙарында иң алдынғы урындарҙы биләүселәр.
КБТУ бинаһы
үҙгәртергәХөкүмәт бинаһын 1938 йылда төҙөй башлағандар, эш хаҡы 14 миллион һум тәшкил итергә тейеш була, әммә 1941 йылға бинаның барлығы соҡоро ғына ҡаҙылған була. Һуғыш йылдарында төҙөлөш туҡтала. 1951 йылда ул яңыртыла.
Юғары уҡыу йорто элекке Ҡаҙаҡ ССР-ының Юғары советы бинаһында (Хөкүмәт йортонда) урынлашҡан, ул 1951—1957 йылдарҙа төҙөлә. Бинаның проекты Моспроект архитекторы Б. Р. Рубаненко тарафынан эшләнә, ә эш һыҙмаларын Казгорстройпроект башҡара (етәкселәре П. А. Мамонтов һәм Г А. Калиш).
Бина өс йорттан тора.1972 йылда бинаның ҡабырғалары киңәйтелә. Бина Республика әһәмиәтендәге архитектура һәйкәле тип һанала[2].
1991 йылда был бинала Ҡаҙағстан Республикаһы бойондороҡһоҙлоғо тураһында закон ҡабул итә. 2018 йылда бинаның төп залына реконструкция үткәрелә. Бының өсөн 14 метр бейеклектәге махсус төҙөлөш өсөн кәрәк булған баҫҡыстар күтәрелә[3].
КБТУ бинаһы артында Семиречьела Совет власын урынлаштырыусыларға арналған «Аллея бюстов» мемориаль комплексы бар.
Факультеттары
үҙгәртергәКБТУ үҙ эсенә :
— Геология һәм нефть-газ индустрияһы :
- Нефть-газ эштәре;
- Геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар разведкалау;
— Информацион технологиялар :
- АиУ — автоматлаштырыу һәм идара итеү;
- ВТиПО — иҫәпләү техникаһы һәм программалар менән тәьмин итеү;
- ИС — мәғлүмәт системаһы;
- АЦТ — цифрлы технологиялар академияһы;
- СИБ — информацион хәүефһеҙлек системалары
-Математика һәм кибернетика факультеты: МКМ — математик һәм компьютер моделдәрен әҙерләү;
— Ҡаҙағстан диңгеҙ академияһы:
- Диңгеҙ техникаһы һәм технологияһы;
— Бизнес-мәктәп:
- Менеджмент;
- Иҡтисад;
- Бухгалтер иҫәбе һәм аудит;
- Финанс;
- BEST;
— Халыҡ-ара иҡтисад мәктәбе (Лондон иҡтисад мәктәбе менән хеҙмәттәшлектә):
- Иҡтисад;
- Финанс факультеттарын алған
КБТУ тураһында
үҙгәртергәҠыҫҡа ваҡыт эсендә яңы техник университет Ҡаҙағстан өсөн юғары белем биреү лидеры булып тора, иҡтисад тармаҡтары һәм High-Tech өлкәһендә ғилми-тикшеренеүҙәр үткәрә.
Ҡаҙағстан иҡтисадына инвестициялар ашырған донъяның эре компаниялары өсөн белгестәр әҙерләүҙе тәьмин итә. КБТУ Континет-ара Европа, Америка һәм Азия илдәре кубогының интеллектуаль олимпиадаһында еңеүсе була.
Инглиз телен яҡшы белеү һәм хәҙерге заман мәғлүмәт технологияларына эйә булғанлыҡтан, университетты тамамлаған белгестәр үҙҙәрен бик яҡшы компания-инвесторҙарға күрһәтә ала. Мысырҙа үткәрелгән Invensys ярыштарында КБТУ-ын тамамлаусылар төрлө илдәрҙең нефть-газ объекттарында эшләүсе командалары ярышында беренсе урынды яулай. КБТУ-ның «Logic Ferrum» командаһы РК милли инновацион фонды проекттарында I урын яулай.
Университеттың ҡаҙаныштары Ҡаҙағстан Президенты һәм Бөйөк Британия лидерҙарының ярҙамын алыуға ярҙам итә.
2009 йылда КБТУ Бөйөк Британия инженерлыҡ программалары буйынса халыҡ-ара аккредитация алыусы Ҡаҙағстандың берҙән-бер уҡыу йорто.
КБТУ 2009 йылда «Affiliate London Centre of University» статусын ала һәм Лондон иҡтисад мәктәбе (LSE) уртаҡ программаларын өйрәнгән сығарылыш студенттарына Лондон университетының дипломын биреү хоҡуғын ала (был мәктәпте Джон Кеннеди ,Джордж Сорос, Роман Проди, Пьер Трюдо, Король Маргарет II һәм башҡа билдәле бик күптәр тамамлаған).
2011 йылда КБТУ Ҡаҙағстан юғары уҡыу йорттары араһында берҙән-бер АҠШ-тың абруйлы ABET агентлығы (for Accreditation Board and Engineering Technology) компьютер программаларының халыҡ-ара аккредитацияһын алыусы.
Университет донъя белем биреү арауығында интеграцияға ынтыла һәм белем биреүҙең халыҡ-ара академиялар рейтингында әүҙем ҡатнаша. 2010 һәм 2011 йылдарҙа Ҡаҙағстандың иң яҡшы техник университеты булып, Американың Schools Associationto Collegiate Advance of Business ассоциацияһына ағза булып инә һәм халыҡ-ара иҡтисад һәм финанс өлкәһендә эшләүсе программаларға заявкалар бирә.
КБТУ үҫеш принциптары — университетты тикшеренеү тибындағы уҡыу йортона әйләндереү. КБТУ структураһында А. Б. Бектуров исемендәге химик фәндәр институты һәм Д. В. Сокольский исемендәге органик катализ һәм электр химияһы институты бар. Университетта хәҙерге замандың IBM BladeCentre Суперкомпьютеры бар, уның эшләүе арҡаһында КБТУ технологик кимәлдә Европаның һәм АҠШ-тың 70-тән артыҡ тикшеренеүсе ойошмалары менән интеграцияланған.
КБТУ үҙенең социаль яуаплылығы итеп сығарылыусы студенттарына сифатлы белем биреү генә түгел, ә яңы элиталы техник тулҡынын формалаштырыуҙы һанай.
Сит ҡалаларҙан килгән студенттар өсөн КБТУ магистранттар һәм студенттар йортонда урын бирә. Был йорт 1 га тирәһе һаҡланған территорияла тора. Йорт 671 кешегә тәғәйенләнгән.
Фуад Арсланович Гаджиев 2017 йылдан алып ФИТ деканы вазифаһын биләй.
Университетта ныҡ белемле уҡытыусы-профессорҙар эшләй.
Халыҡ-ара бәйләнештәр
үҙгәртергәИкеләтә диплом программаһы бар
үҙгәртергә- Лондон иҡтисад мәктәбе
- Женева бизнес мәктәбе
- University of Northampton
- IFP Nouvelles Energies, Франция нефть һәм газ институты
Уҡытыусылар һәм студенттар менән алмашыу программалары:
үҙгәртергә- Cambridge University of (Бөйөк Британия)
- Campus Suffolk University (Бөйөк Британия)
- University of Northampton (Бөйөк Британия)
- Soongsil University (Корея)
- Sejong University (Корея)
- Азия-Тымыҡ океан инновациялар һәм технологиялар университеты (Малайзия) Малайзия технология университеты
Донъя кимәлендәге профессор-уҡытыусылар
үҙгәртергә— Дөйөм штаттағы уҡытыусылар составының 30%-ы Бөйөк Британия, Германия, АҠШ, Канада, Венгрия, Корея, Һиндостан һәм башҡа илдәрҙән. 60 проценты бизнес мәктәбе уҡытыусылары, 100 % МБА программаһы уҡытыусылары.
— 40-тан ашыу уҡытыусы йыл һайын сит илдәрҙән саҡырыла.
— 70 процент уҡытыусылар составы рһ.D дәрәжәһенә эйә.
Уҡытыусыларҙың халыҡ-ара стажировкалары һәм фәнни-тикшеренеү проекттары
үҙгәртергә- Мәғлүмәт технологияһы уҡытыусылары University of Antwerpen һәм University Libre of Brusselss уҡыу йорттарында стажировка үтә, тәжрибә менән бүлешә һәм фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре менән алмаша, яңы уҡытыу методикаһы менән таныша.
- «Petroleum Engineering» магистр программалары буйынса уҡытыусылар Эдинбург ҡалаһының Heriot-Watt университетында стажировка үтә, «X-Field» һәм «W-Field» ятҡылыҡтарын эшкәртеү проекттарын булдырыуҙа ҡатнаша.
- .
КБТУ-нын тамалағандан һуңғы карьера
үҙгәртергәКБТУ тамамлаусылары Ҡаҙағстандың иң яҡшы репутациялы нефть һәм газ компанияларына эшкә урынлаша.
Ректорҙары
үҙгәртергә- 2002—2004 — Әхмәтов Адил Курманжанович
- 2004—2017 — Бейсембетов Искәндәр Калыбекович
- 2017 йылдан алып — Ибрашев Кенжебек Ниязович
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://kbtu.kz/en/about-university-2/history
- ↑ Администрация Алмалинского района. Памятники архитектуры . Дата обращения: 7 августа 2008. Архивировано 16 март 2012 года.
- ↑