Ҡашҡабаш (тау)
Ҡашҡабаш (рус. Кашкабаш, Романов увал) — Рәсәй, Свердловск өлкәһенең Әртә ҡала округындағы тау. Урал Федераль округына инә. Төбәк әһәмиәтендәге геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы[1]
Ҡашҡабаш | |
Категория защищённых зон МСОП | категория МСОП III: памятник природы[d] |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Майҙан | 630 гектар |
Географияһы
үҙгәртергәҠашҡабаш тауы Свердловск өлкәһеның Әртә ҡала округы биләмәһендә, Курки тигән мари ауылынан 2 км алыҫлыҡта[2] Ҡариҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Ҡала округы үҙәге Әртә ҡасабаһына тиклем араһы — 12 км.
Координаттары: оҙонлоҡ — 58.44, киңлек — 56.49 (градустар)
Тарихы
үҙгәртергә1983 йылда тау әртә ҡатламының ҡеүәте 30 м самаһы тәшкил иткән стратотибы өсөн Свердловск өлкәһе Хөкүмәте тарафынан Төбәк әһәмиәтендәге геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә. Тауҙы өйрәнеү күптән башланған, 1874 йылда уҡ Ҡашҡабаш тауын геологик йәһәттән геолог, академик А. П. Карпинский беренсе булып һүрәтләгән, бында ул пермь системаһына ҡараған ҡатламды тикшергән һәм уға әртә ҡатламы тип исем биргән ултырмаларҙы тапҡан[3].
Тасуирламаһы
үҙгәртергәТау ултырмалары А. П. Карпинский һүрәтләгән башаяҡлы моллюскыларҙың — аммониттарҙың ҡалдыҡтары һаҡланған тығыҙ ҡомташ ҡатлауынан ғибәрәт. Өҫтәрәк киҫелеш буйынса конгломераттар күсә барған муртыҡ ҡомташ өйөмдәре ята. Геология йәһәтенән стратиграфик тип (төр) булараҡ баһалана һәм йәше буйынса пермь дәүеренең түбәнге бүлегенә индерелә.
Тәбиғи геологик ҡомартҡы диңгеҙ кимәленән бейеклеге 600—700 м булған бер яҡлы текә тау битенән ғибәрәт. Ҡыра бер-береһе өҫтөнә ҡуйылған ҙур таш блоктарҙан һалынған нығытма диуарына оҡшаған. Геологик киҫем йәшкелт-һоро ҡомташтарҙан, палеозойҙың балсыҡлы һәүерташтарынан, бик ҡеүәтле булмаған мергелдәр һәм эзбизташтарҙан тора.
Этимологияһы
үҙгәртергәҠашҡабаш тауының халыҡ телендә икенсе исеме — Романов вал. Тарихи башҡорт ерҙәренә ингән ҡошсо ырыуы башҡорттары йәшәгән төбәктәге Ҡашҡабаш тауының атамаһы ҡашҡа һәм баш һүҙҙәренән килеп сыҡҡан һәм тауҙың тышҡы күренешен һүрәтләй. Төрки телдәрҙә ҡашҡа һүҙе күсмә мәғәнәлә лә ҡулланыла, уның бер мәғәнәһе — ялтас[4].
Әүәлге сығанаҡтарҙа тауҙы урыҫса Точильная гора тип тә атағандар, сөнки тау итәгенән тирмән таштары, беләү, игәү эшләр өсөн ҡомташ ала торған булғандар[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- А. К. Матвеев. «Географические названия Урала. Топонимический словарь». — Екатеринбург: «Сократ», 2008
- Карпунин А. М. Геологические памятники природы России: Природное наследие России. / А. М. Карпунин, С. В. Мамонов, О. А. Мироненко, А. Р. Соколов / Под ред. академика РАЕН Орлова В. П. — СПб.: изд-во «ЛОРИЕН», 1998. — 356 с.