Ҡаташ-Ҡаран[2] (Иҫке Саҡлау, Ҡаршы-Саҡлы; татар. Катыш Каран, рус. Каташ-Каран) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.

Ҡаташ-Ҡаран
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Янурусовское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423370
Карта

География

үҙгәртергә

Ауыл Ҡаташ йылғаһы буйында, Сарман ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1735 йылдан билдәле. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әлмәт-Мулла улусы составына керә[4].

1864 йылда ер етмәү сәбәпле ауылда йәшәүсе 20 ир затлы аҫаба башҡорттары Бишауыл-Күрпәс-Табын улусының Яңы Аҡташ ауылына күсерелгән[4].

XX быуат башында ауылда һыу тирмәне, 2 мәсет, мәҙрәсә теркәлгән. Мәҙрәсәлә башҡорт шағиры Ғәли Соҡорой белем алған[4].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, ә 1922 йылдан Саллы кантоны составына керә. 1930 йылдан Сарман районы составында була[3].

1795 йылда ауылда 97 башҡорт һәм 83 типтәр; 1859 йылда — 218 башҡорт һәм 174 типтәр; 1912 йылда 501 башҡорт һәм 742 типтәр иҫәпләнгән[4].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3])
1834187018971913192019261938194919581970197919892002
1218371019124311961173980673664646494377402

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 397. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 Татарская энциклопедия.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 179—182. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.