Ҡасҡынйылға (Ырымбур өлкәһе)

Ырымбур өлкәһе

Ҡасҡынйылға (рус. Каскын-йылга, Кашкинка) — Рәсәй Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы йылға.

Ҡасҡынйылға
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы һәм Ырымбур өлкәһе

Географияһы үҙгәртергә

Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы һәм «Медногорск ҡалаһы» муниципаль берәмеге аша аҡҡан Һаҡмар йылғаһының ҡушылдығы Ҡороған йылғаһына уң яҡ ярынан ҡоя. Медногорск ҡалаһы ҡала округындағы Беләүтамаҡ ҡасабаһынан 15 км үрҙәрәк ҡушыла. Йылға буйында элгәре башҡорт ауылы Юныс торған, ул шулай уҡ башҡорт ауылы Ибраһимдан[1] 45 км алыҫлыҡта булған, хәҙер инде юҡҡа сыҡҡан. Ауылды халыҡ телендә Ҡасҡын йәки Кашкинка тип йөрөткәндәр[2]

Климаты үҙгәртергә

Был төбәк климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә бер кимәл. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына уртаса 150 көн ята[3].

Этимологияһы үҙгәртергә

Йылға ла, хәҙер юҡҡа сыҡҡан Ҡасҡын (Юныс) ауылы ла тәүге булып исем алған булыуы ихтимал, тип яҙа Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында. Ҡасҡын тигән андронимдан килеп сыҡҡан булыуы бар. Бер риүәйәттә бәйән ителеүенсә иһә, революция осоронда ҡасҡындарҙы урынлаштырған булғандар. Икенсеһендә 1921 йылда тифтан ҡасып килеүселәр төйәкләнгән тип һөйләйҙәр. Үләт был урында ла дауам итә, әммә ауыл һаҡланып ҡала. Ауыл 1968 йылда, ауылдың күп кешеләре Ҡыуандыҡ районындағы Яңы Ракитянка ауылына күсеп киткәс, юҡҡа сыға[4]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое иссле­дование топонимии бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994. — С. 175. — 272 с. — ISBN 5-295-01337-5.
  2. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  3. Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
  4. На речке стояла в прошлом башкирская д. Юнусово (43 км от с. Ибрагимово), которую неофициально именовали Кашкинка или Каскын. Первичным могло быть название как речки, так и деревни. От башкирского мужского личного имени Каскын. Жители ближних селений переводят топоним как «Беглец», «Беглый» (башкирское каскын — «беглец»). В одном предании утверждается, что в деревне селили беглых во время революции. В другом говорится: здесь около 1921 г. поселились те, кто покинул прежнее место жительства из-за вспышки тифа. Эпидемия продолжалась и на новом м есте, но деревня сумела выстоять. Свое существование она прекратила в 1968 г., многие юнусовцы переехали в д. Новая Ракитянка Кувандыкского р-на. Официальное название (Юнусово)Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.