Ҡарасәс (бейеү)

башҡорт халыҡ бейеүе

«Ҡарасәс» (рус. «Черноволосая») — башҡорт халыҡ ҡыҙҙар бейеүе, яңғыҙ бейеү. Бейеү сюжеты 2003 йылда күренекле ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтовтан Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылында «Салауат йыйыны» халыҡ байрамы ваҡытында Розалиә Солтангәрәева яҙып ала.[1]

Ҡарасәс
Рәсем
Барлыҡҡа килгән Үҫәргән кантоны
Жанр бейеү
Булдырыусы башҡорт

Тарихы үҙгәртергә

Башҡорт халҡы элек йыл һайын йыйын-байрамдар үткәреп килгән. Көрәш, сәсәндәр ҙә һүҙ оҫталығында көс һынаша, шулай уҡ «ырыу йырсыһы», «ырыу бейеүсеһе» исемдәре өсөн көс һынашыу булған. Йыл һайын бейеүселәр араһында төп бүләкте йәм-йәшел күҙле, һомғол буйлы, тубыҡҡа тиклем төшөп торған оҙон ҡара сәсле, ай нурындай балҡып торған битле үҫәргән ырыуы һылыуҡайы Ҡарасэс алып килә. Был һылыуҡайҙы бөтәһе лә хәтерендә ҡалдыра, һәр саҡ уның арбаусы бейеүен көтөп ала. Сираттағы йыйында ул, майҙанды хайран ҡалдырып, төп бүләкте ота һәм «Ырыу бейеүсеһе» исеменә лайыҡ була. Бер ваҡыт үҙе тураһында яуыз телдәрҙән «бейеү менән түгел, матурлығы менән арбай ул», тигән хәбәр ишетә. Ҡарасэс быны ишетеп, йәне көйә: «Киләһе йыйынға „йөҙһөҙ“, битемде күрһәтмәйенсә бейейәсәкмен!» — тигән ҡарар ҡабул итә.[2]

Йылдағыса йыйын ваҡыты етә. Йырсыларҙы, ҡурайсыларҙы барыһы ла иғтибар менән тыңлай. Оҫта башҡарғандарҙы тамашасы һоҡланып алҡышлай. Һомғол кәүҙәле, битен ҙур ҡыҙыл яулыҡ менән йәшергән бер ҡыҙ майҙанға сыға. Һылыуҡайҙың бейеү хәрәкәттәренең нәфислеге, етеҙлеге барса халыҡты хайран ҡалдыра. Уның һығылмалы кәүҙәһе ҡамыш кеүек сайҡала; ҡулдары менән тулҡындарҙы, һыу ағымын күрһәтә; ваҡ таштарҙы ҡуҙғатҡандай, таулы битләү буйлап үҙәнгә тәгәрәй. Башта ҡыҙ яйлап ҡына ҙур түңәрәк яһай, көйҙө ваҡ тыпырҙауҙар менән тамамлай. Унан һуң елдәй осоп, әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа өйөрөлөп-өйөрөлөп ала. Артабан тубыҡланып, битен инештә йыуғанын, ҡоштарҙы шатланып сәләмләгәнен күрһәтә. Ҡарасәстең бейеүенә хайран ҡалып, һәммәһе лә: Кем һуң, кем ул?- ти «Бәлки, бик тә йәмһеҙ ҡатындыр, шуға битен йәшерергә тырышалыр», — тип бышылдаша тамашасы. Ләкин тәжрибәле аҡһаҡалдар Ҡарасәстең бейеү хәрәкәттәрен шунда уҡ таный, сабырлыҡ күрһәтә. Күпмелер ваҡыттан һуң бейеү тамамлана. Тамашасы ҡыҙ бейеүен көслө алҡыштарға күмә. Аҡһаҡалдар «Йыйын бейеүсеһе» исемен иғлан итә, шунда ғына Ҡарасәс битен аса. Был бит Ҡарасәс, тип халыҡ гөж килә, ҡыҙ үҙенең шулай тирә-яҡта оҫта бейеүсе булыуын иҫбатлай, ә ул ижад иткән бейеү «Ҡарасәс» исеме менән халыҡҡа мираҫ булып ҡала.[3]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Р. Султангареева. Танцевальный фольклор башкир. — Уфа: Гилем. НИК "Башкирская энциклопедия", 2013. — 128 с. — ISBN 978-5-88183-125-5.

Һылтанмалар үҙгәртергә