Ҡаракүл (ҡасаба, Ырымбур өлкәһе)
Ҡаракүл (рус. Каракуль) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районындағы юҡҡа сыҡҡан ҡасаба.
Ҡаракүл | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы һәм Ырымбур өлкәһе |
Географияһы
үҙгәртергәҠаракүл ҡасабаһы Яйыҡ йылғаһының уң ҡушылдығы Киндерле йылғаһы буйында, Ҡыуандыҡ районындағы Һары ауылынан 15 км алыҫлыҡта ята.
Тарихы
үҙгәртергәҠасабаға ХХ быуаттың тәүге тиҫтә йылдарында Һары ауылынан күсеп сыҡҡан крәҫтиәндәр нигеҙ һалған. Яңы торама үҙ белдегенә һалына башланған, шуға күрә уны Самодуровка тип тә йөрөткәндәр.
1970-се йылдарҙа ҡасаба йәшәүҙән туҡтаған.
Климаты
үҙгәртергәБыл төбәктең климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә бер иш. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимум + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына 150 ята[1].
Этимологияһы
үҙгәртергәЫрымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында бәйән иткәненсә, ҡасабаны йыш ҡына Ҡаракүл-Михайловка тип йөрөткәндәр, сөнки унда тәүге булып Михаил Тарасович Вдовин тигән кеше күсеп ултырған. Тәүге өлөшө иһә Ҡаракүл йылғаһынан алынған. Уныһы аңлашылып тора — башҡорт телендәге ҡара һәм күл һүҙҙәренән алынған.
Бынан тыш «халыҡ этимологияһы» ла бар икән. С. М. Стрельниковҡа райондың Подгорный ауылындаатамаға ошондай аңлатма биргәндәр: имеш, Һары ауылының был кешеләре халыҡ менән йәшәргә телмәгән, шуға уларҙы каркули (куркули)[2] тип атағандар[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район . Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
- ↑ Куркуль — Украинала кулак атамаһы — Русско-башкирский словарь. — Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2005. -т.1, с.517
- ↑ Поселок часто называли Каракуль Михайловский, или Каракуль-Михайловка: от имени первопоселенца и названия речки Каракуль — левого притока Коноплянки (Киндерле). Новое место было заселено самоуправно, поэтому, наряду с основным, существовало и неофициальное наименование — Сам одуровка. Аналогичное название — Самодуровка — носит еще и деревня в Альшеевском р-не Башкортостана. Башкирское кара — «черный», куль — «озеро». «Черное озеро». В с. Подгорном записана народная этимология: топоним связывают с тем, что выходцы из Сары «жить вместе с людьми не хотели», за что их якобы именовали каркули (куркули). Это чистой воды вымысел С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географ ических названиях. — КЗлатоуст, 1994. — ISBN ISBN 5-900802-02-7.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географ ических названиях. — КЗлатоуст, 1994. — ISBN ISBN 5-900802-02-7.
- Русско-башкирский словарь. — Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2005