Ҡарабатыр

Ырымбур өлкәһе

Ҡарабатыр (рус. Карабатыр) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы тау.

Ҡарабатыр
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Һарыҡташ районы һәм Ырымбур өлкәһе

Географияһы

үҙгәртергә

Тау урынлашҡан Һарыҡташ районы Ырымбур, Һаҡмар, Төйлөгән, Ҡыуандыҡ, Беляевка райондары һәм Башҡортостан менән сиктәш[1].

Риүәйәттәре

үҙгәртергә

Тау тураһында риүәйәттәр бик күп. Бында Емельян Пугачёв үҙенең ғәскәре менән туҡтаған булған тигән хәтирәләр ҙә бар. Батша ғәскәре менән оло яу тотҡан улар бында. Аҙаҡтан тауҙа Екатерина Икенсе заманындағы боронғо ҡорал:пушкалар, һаймандар (кольчуга), һөңгөләр, ҡылыстар, ҡалҡандар табылып торған.

Әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Ҡарабатыр тураһында ҡыҙыҡлы легенда XIX быуатта яҙыусы П.М. Кудряшёв тарафынан яҙып алынған һәм «Искак» тигән повесында ентекле итеп һүрәтләнелгән.

Ҡарабатыр мөһабәт кәүҙәле, яҡшы ҡоралланған булған, кейеме лә, ҡоралдары ла гел ҡаранан булған. Имештер, ҡара сихыр менән дә шөғөлләнгән, ғәрәсәттәр тыуҙыра алған. Шуға күрә уны Ҡарабатыр тигәндәр ҙә.

Ләкин Ҡарабатыр барыһынан да былай башҡорт халҡының яуыз дошмандары — ҡырғыҙҙар-ҡайсактар менән ҡаты көрәшеүе менән данлы булған. Улар менән ҡаты ҡан ҡойошта һәләк тә булған. Башта ул еңеренә ышанған, ике йөҙләп ҡайсаҡты турап һалған, тик дошман ябырылып килеүен дауам иткән, биш йөҙҙән ашыу юлбаҫар уға ташланған. Уны ат өҫтөнән бәреп төшөрөп, һөңгө менән сәнскеләп бөткәндәр, шунан тәнен ваҡлап турап, ергә таратҡандар.

Батыр үлмәгән, һаман да тере тип ышана башҡорттар — имеш, әле лә уның шәүләһе тау буйлап сабып йөрөгәне күренә, ул ҡысҡырып йырҙар йырлай, көрәшкә әҙер булырға саҡыра. Тауҙы ла уның хөрмәтенә Ҡарабатыр тип атағандар[2].

Фараздар

үҙгәртергә

Ырымбур топонимдар белгесе Б. А. Моисеев «Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки» тигән китабында тау атамаһы нисек барлыҡҡа килгәнен һәм уның тәүҙә билдәләгәнен факттарға таянып аңлатырға тырыша. Батыр һүҙе географик термин булараҡ та ҡулланыла, ти ул. Үҙенең коллегаһы, ҡаҙаҡ топонимсыһы Е. Койчубаев та «Краткий толковый словарь топонимов Казахстана» тигән китабында ошо хаҡта яҙыуын әйтә. Бейеклеге һәм ҙурлығы буйынса башҡа ҡалҡыулыҡтарҙан, ҡурғандарҙан, үҙе тирәһендәге убаларҙан айырылып торғандарын «батыр» тип атайҙар, тигән ул. Ҡара төҫтө генә түгел, насар, яман тигәнде лә аңлата. Тимәк, Ҡарабатыр тауы — яман тау. Бындай тауҙарҙың түбәһендә һәм битләүҙәрендә тупраҡ уңдырышһыҙ (ҡомташ, балсыҡ, таш); ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар үҫмәй; үлән әҙ йәки бөтөнләй юҡ[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Һарыҡташ районы
  2. Чёрный рыцарь больше был знаменит тем, что вёл жестокую борьбу со злейшими врагами башкирского народа — с киргиз-кайсаками. В одном из кровопролитных сражений он погиб в неравной схватке с варварами. В начале этой последней битвы богатырь был уверен, что победит: Карабатыр напал на врагов «с величайшей яростью, острая тяжёлая сабля заблистала, как молния, и киргизская кровь полилась ручьями». Через какие-то мгновенья двести обезглавленных разбойников лежали у его ног. Но враг наступал, более пятисот киргиз-кайсаков навалились на рыцаря, вышибли его из седла и изрешетили копьями. Тело героя изрубили на мелкие кусочки и смешали с землёй. Но не погиб славный рыцарь, он и сейчас живёт среди башкирского народа. Многие башкиры рассказывают, что с тех пор каждую ночь около горы, названной по его имени Карабатыр, появляется тень Чёрного рыцаря, его привидение. Чёрный богатырь не приносит людям ни малейшего вреда. Он только скачет вокруг горы и громким голосом распевает боевые песни, в которых слышится горячий призыв к борьбе с врагами — Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1
  3. Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1

Һылтанмалар

үҙгәртергә