Ҡансурин Филүс Тәлғәт улы
Ҡансурин Филүс Тәлғәт улы (11 ғинуар 1990 йыл[1]) — Рәсәй хәрби хеҙмәткәре, ефрейтор, Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы[2]. Хәрби хеҙмәтен Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәрендә, Өфө махсус тәғәйенләнештәге «Булат» отрядының 1-се взводы өлкән саперы вазифаһында үтә.
Ҡансурин Филүс Тәлғәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 11 ғинуар 1990 (34 йәш) |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Һуғыш/алыш | Вторая чеченская война[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәФилүс Ҡансурин 1990 йылдың 11 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының Биштирәк ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Сибай педагогия колледжында белем ала.
Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәрендә 2010 йылдың июнендә хеҙмәт итә башлай[3]. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыр алдынан үҙ йәше төркөмөндә өс километрға йүгереү буйынса Башҡортостан чемпионы була[4]. Төньяҡ Кавказға беренсе хәрби командировкаға 2011 йылдың мартында бара. Ошо уҡ йылдың 10 майында Рошни-Чу (Урус-Мартановский районы, Чечня) ауылы районында бандформирование башлыҡтарын эҙләү буйынса махсус операцияла ҡатнаша. Разведка-эҙләнеү хәрәкәте ваҡытында баш дозор составында ҡулдан яһалған шартлау яйланмаһы шартлауынан ҡаты яралана[5] һәм уң аяҡ табанын юғалта. Тәүҙә оператив тәғәйенләнештәге 46-сы бригада ялан госпиталендә дауалана. Ләкин гангрена үҫеше менән бәйле, эске ғәскәрҙәрҙең Баш хәрби клиник госпиталенә (Мәскәү) оҙатыла. 2011 йылдың 10 ноябрендә шәбәйеп сыға һәм хеҙмәтен Эске ғәскәрҙәрҙә бронялы танк һәм автомобиль мөлкәте склад мөдире вазифаһында дауам итә.
2012 йылдың 20 февралендә махсус тәғәйенләнештәге «Булат» отрядының башҡа хәрби хеҙмәткәрҙәре иҫәбендә «Лада-Приора» шәхси автомобиле менән бүләкләнә[6]. Бүләкләү тантанаһы «Аҡбуҙат» (Өфө ҡалаһы) ипподром комплексында үтә; тантанала ҡатнашалар:
- Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре баш командующийының беренсе урынбаҫары генерал-лейтенант Александр Бутин,
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры Азамат Илембәтов,
- Эске ғәскәрҙәрҙең Волга буйы төбәк командованиеһы ғәскәрҙәре командующийы генерал-лейтенант Евгений Зубарев,
- Башҡортостан Республикаһы эске эштәр министры полиция генерал-майоры Михаил Закомалдин,
- Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм башҡалар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Личная страница Филюза Канчурина на сайте ok.ru/profile/510679176922
- ↑ Заметка «Боевое братство» на сайте zori102.ru 2015 йыл 22 ғинуар архивланған.
- ↑ Статья «Стальные парни из Булата» на сайте www.memo.ru
- ↑ Софронов Игорь Сильные духом 2018 йыл 6 июль архивланған. // Братишка : Ежемесячный журнал подразделений специального назначения. — М.: ООО «Витязь-Братишка», 2013. — № 5. — С. 12-15.
- ↑ Сообщение информационного агентства Интерфакс «В Чечне в мае ранены четыре бойца спецназа Внутренних войск МВД из Башкирии» 2021 йыл 24 февраль архивланған.
- ↑ Сообщение «Награды мужественным воинам» на сайте www.bash-portal.ru 2018 йыл 14 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Софронов Игорь Мужество: стальные парни из «Булата» 2018 йыл 29 май архивланған. // Братишка : Ежемесячный журнал подразделений специального назначения. — М.: ООО «Витязь-Братишка», 2012. — № 4. — С. 12—13.
- Игорь Софронов, Николай Петелин. Преодоление. — Москва: «На боевом посту», 2013. — 216 с. — 1000 экз.