Ҡалыу (тау һырты)
Ҡалыу (рус. Калу, тура тәржемәһе — «тороп ҡалыу») — тау һырты, Көньяҡ Уралдың көнбайыш тау армыттары. Башҡортостанда урынлашҡан.
Ҡалыу | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 26 км |
Киңлеге | 4 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 771 м |
Урынлашыуы | |
55°23′ с. ш. 55°30′ в. д.HGЯO | |
Ил | |
Тау системаһы | Көньяҡ Урал |
Ҡалыу Башҡортостанда (Көньяҡ) Уралдың тау һырттарына ҡарай.
Ҡалыу һырты меридиан йүнәлешендә Ишембай районының Кәбәс ауылы киңлегенән Ялан-Айры йылғаһы тамағы киңлегенә тиклем Ишембай һәм Бөрйән райондарында Нөгөш йылғаһының уң яҡ яры буйынса һуҙылған.
Һырт оҙонлоғо 26 км, киңлеге 4 км, абсолют бейеклеге — 771 м. 700 м-ға тиклем бейеклектәге түбәләре бар.
Төньяҡ өлөшөнөң рельефы тигеҙ; көньяҡ өлөшө — йылға үҙәндәре, биләндәр, һыу ағымы үҙәндәре менән телгеләнгән.
Ҡомташтарҙан, елмәрҙәк свитаһы алевролиттарынан һәм һәүерташтарынан тора.
Оло Нөгөш йылғаһы ҡушылдыҡтарына башланғыс бирә.
Ландшафы — һоро урман тупрағындағы һәм кәҫле-көлһыу тупраҡтағы ҡатнаш урман.
Һырт «Алтын солоҡ» заказнигы биләмәһендә урынлашҡан.
Легенда
үҙгәртергәУрындағы халыҡ араһында һырт атамаһының килеп сығышы тураһында бик күп легендалар яҙылған. Уларға ярашлы, һыртта кемдер ҡалдырып кителгән булған (йәш ҡатыны ташлап киткән ҡарт мулла; ашатырға ризыҡ булмаған бала һәм башҡалар).
Күп атамалар баштағы яңғырашы онотолоп, ҡайһы ваҡыт танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Тикшеренеүселәр «ҡала» һүҙе- «бейек урын», «нығытмалы бейек урын» тигәнде аңлата тип иҫәпләй. Бынан тыш дала яҡтарында «ҡалыу» һүҙе «өҫтәп һалыу, өйөү» мәғәнәһендә ҡулланыла.
Был тирәләге бер нисә ауыл халҡы ике быуын дауамында ер өсөн бөрйәндәр менән һуғышып йәшәгән ҡыпсаҡтар вариҫтары. Ә далала йәшәгән ҡыпсаҡтар (Ҡолғона, Ҡалыу-Айыры һ.б. халҡының ата-бабалары) был яҡтарға монголдарҙан ҡасып килеп сыҡҡан.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- КАЛУ // Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 283. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергәҠалыу (тау һырты) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.