Ҡалаҡтау (Медногорск ҡала округы)

Ырымбур өлкәһе

Ҡалаҡтау (рус. Ҡалак-Тау)) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһендәге тау.

Ҡалаҡтау
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе

Географияһы

үҙгәртергә

Ҡалаҡтау Ырымбур өлкәһе Медногорск ҡалаһы ҡала округындағы Рысай ауылы янында урынлашҡан. Тимер юлынан төньяҡтараҡ ята. Рысай ауылы янында шулай уҡ Ҡороған йылғаһы аға[1].

Климаты уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[2].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында атамаға ошондай аңлатма бирә:Топоним башҡорт телендәге ҡалаҡ һәм тау һүҙҙәренән яһалған. Риүәйәтен һөйләгән З. Т. Ҡобағошев, тауҙа борон ҡорбанлыҡ һарыҡтар һуйғандар, ҡорбан ашы ашатҡандар, шуға күрә Ҡалаҡтау, тип аңлатҡан. Икенсе фараздар буйынса, тау үҙе һыҙатланышы менән ҡалаҡты хәтерләткәнгә шундай атама алған[3].

Әйткәндәй, Ырымбур өлкәһендә йәнә бер Ҡалаҡтау бар — уныһы Ҡаҫмарт йылғаһы буйында урынлашҡан Буранғол ауылы янында[3].. Ҡалаҡтау тигән һырт та бар — ул Башҡортостан Республикаһы менән Силәбе өлкәһе араһындағы сиктә ятҡан Көньяҡ Уралындағы тау һырты һәм уның көнбайыш армыты[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Кураганка» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  2. Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
  3. 3,0 3,1 Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  4. Калактау
  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.