Ҡайын бәшмәге
Ябай ҡайын бәшмәге | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Leccinum scabrum | ||||||||||||||||
|
Ябай ҡайын бәшмәге (лат. Leccinum scabrum) — эшләпәле иренле бәшмәктәр төрөнән, Лекцинум (лат. Leccinum)ырыуынан, болеттар ғаиләһенән булған, ашарға яраҡлы бәшмәк.
Төрҙәре
үҙгәртергәҠайһы бер класификацияларҙа айырым төрсәләргә бүленгән төрҙәре бар:
- Ябай ҡайын бәшмәге (лат. L. scabrum)
- Ҡара ҡайын бәшмәге (лат. L. scabrum f. melaneum, L. melaneum)
- Һаҙ ҡайын бәшмәге(аҡ) (лат. L. scabrum f. chioneum, L. holopus)
- Алһыу(әсеүсән) ҡайын бәшмәге (лат. L. scabrum f. oxydabile, L. oxydabile)
- Һоро ҡайын бәшмәге (лат. Leccinum carpini)
- Ҡатҡыл ҡайын бәшмәге (лат. Leccinum duriusculum)
- Сатрашлы(ҡарайыу)сан ҡайын бәшмәге (лат. Leccinum nigrescens)
- Көл төҫөлө ҡайын бәшмәге (лат. Leccinum leucophaeum)
- Балҡыусан(күп төҫлө) ҡайын бәшмәге (лат. Leccinum variicolor)
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәЭшләпәһе төрлө төҫтә була, аҡтан алып тоноҡ һоро йәки ҡара төҫкә тиклем. Йәш сағында аҫ яҡтан ап-аҡ төҫтә булһа, ҡартая килә тоноҡлана, һоро-бурыл төҫкә инә. Дымлы урындарҙа, бигерәктә, һаҙ ҡайын бәшмәге күп осрай. Уның эшләпәһе аҡ йәки аҡһыл төҫтә була.
Бәшмәктең һабағы аҫҡа табан ҡалын, итләс, аҡ йәки тоноҡ тәңкәләр менән ҡапланған.
Ите аҡ, төҫө бүлгеләгәндә лә үҙгәрмәй. Һаҙлыҡлы урындарҙа алһыу ҡайын бәшмәге (Leccinum oxydabile) осрай. Уны бүлгеләһәң алһыу төҫкә инә.
Таралышы
үҙгәртергәҠайындар аҫтында микоризалар (бәшмәктәрҙең үҫемлек тамырында үҫеүе) барлыҡҡа килтерәләр. Ҡайынлыҡтарҙа, ҡайын урмандарында йыш осрай. Шуның өсөн дә ҡайын бәшмәге тигән исем бирелгән. Йәйҙең беренсе яртыһында сыға башлайҙар һәм көҙгә хәтле үҫәләр.
Ҡайын бәшмәге тундрала һәм урман тундраһында кәрлә ҡайындар янында үҫә. Хатта улар кәрлә ҡайындарҙан да оҙонораҡ булалар.
Евразияның, Төньяҡ һәм Көньяҡ Американың урмандарында ла билдәле.
Ҡулланылышы
үҙгәртергәАшарға яраҡлы, уны ҡыҙҙырып, бешереп һәм тоҙлап ҡулланалар. Шулай уҡ киптереп тә һаҡлайҙар.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Грибы СССР — М.: Мысль, 1980.
- Сержанина Г. И. Шляпочные грибы Белоруссии. — Минск: Наука и техника, 1984. — С. 229—230.