Ҡайраҡлы ауыл Советы (Әлшәй районы)
Ҡайраҡлы ауыл Советы — Әлшәй районы составында булған, 2008 йылда бөтөрөлгән ауыл биләмәһе. Почта индексы — 452130, ОКАТО коды — 80202825000.
Ҡайраҡлы ауыл Советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәк | Ҡайраҡлы |
Административ-территориаль берәмек | Әлшәй районы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2008 |
Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендә ҡабул ителгән 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһындағы» Законы, 1-се статьяһында түбәндәге юлдар бар[1] :
"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
б) Аксёнов һәм Ҡайраҡлы ауыл Советтарын, «Аксёнов» атамаһын һаҡлап, берләштерергә, административ үҙәген Аксёнов ауылына урынлаштырырға. Ҡайраҡлы ауыл Советының Ҡайраҡлы, Андриановка, Биксағыл, Хәнйәр, Ярабайкүл ауылдарын Аксёнов ауыл Советы составына индерергә. Аксёнов ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
Ҡайраҡлы ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға;
Ҡайраҡлы ауыл Советы 2008 йылға түбәндәге муниципаль берәмектәр менән сиктәш була: Ыҫлаҡ ауыл Советы, Аксёнов ауыл Советы, Воздвиженка ауыл Советы, («Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы (ред. 19.11.2008) „Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы“ Законы (Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы, 16.12.2004)»). Ауыл Советы Алдар раъезы тимер юлсылар тораҡ пунктынан 0,39 киломметрҙа урыглашҡан була[2]о[3].
Эре йылғаһы — Ыҫлаҡ.