Ҡазыханов Шәйхелислам Ҡазыхан улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры

Ҡазыханов Шәйхелислам Ҡазыхан улы (1912 — 8 сентябрь 1942 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры[1], ҡыҙылармеец[2], сапёр[3].

Ҡазыханов Шәйхелислам Ҡазыхан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1912
Тыуған урыны Ҡашҡа, Асҡын районы, СССР
Вафат булған көнө 8 сентябрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Вафат булған урыны Курск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Ҡазыханов Шәйхелислам Ҡазыхан улы 1912 йылда Асҡын районы Ҡашҡа ауылында тыуған. Асҡын районы Ҡашҡа ауылынан Мәфрузә һәм Ҡазыхан Кәримовтарҙың ғаиләһенән Бөйөк Ватан һуғышына алты ир-егет — улдары Зарифҡан, Фәхрислам, Хәйрислам, Фәтхелислам, Шәйхелислам һәм ейәндәре Мәғәсүм китә. Өс улдары яу ҡырында батырҙарса һәләк була. Иң бәләкәйе, бишенсеһе, Шәйхелислам Ҡазыханов.

Хәрби хеҙмәте

үҙгәртергә

Ҡашҡа моделле китапханаһы Өлкән китапханасыһы Гөлфиә Сабирова Васбиә апай атаһы тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, тип яҙа:

  1941 йылдың октябрендә атайым да һуғышҡа алынды. Ауыл буш ҡалған кеүек тойолдо. Өлкәндәр, шул иҫәптән әсәйем дә, колхоз эшендә мәшғүл булды, ҡунып эшләйҙәр, уларҙы унбишәр көн күрмәй инек. Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙҙең бала саҡ булманы. Ҡара ҡағыҙҙар килеүе, әсәйҙәрҙең күҙ йәше түгеүҙәре йышайҙы. Һуғышҡа киткән ирҙәрҙең күбеһе тейерлек яу яланынан тәрән яралар алып, кем ҡулһыҙ, кем аяҡһыҙ ҡайтты. Атайым легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се полкында хеҙмәт итә. Ул сапёр, разведчик була. Улар бер полкта ауылдашы Мөхәмәт Әжмәғолов менән хеҙмәт итәләр. Бер ваҡыт Шәйхелислам разведкала атын юғалта. Икенсе көндө Шәйхелислам йәйәү барырға приказ ала. Штабтан сыҡҡан ваҡытта, һиҙгән кеүек: «Атымды үлтерҙеләр, сират үҙемә. Сафурам менән кыҙым Васбиә нисек йәшәрҙәр инде?»,- ти. Бер нисә сәғәттән һуң каты алышта танк минаһы шартлауынан һәләк була. Был хәлде полкташы Мөхәмәт Әжмәғол улы Әжмәғолов үҙ ҡүҙҙәре менән күргән, һуғыштан еңеп, иҫән ҡайтҡас, һөйләй ул ғаиләһенә. Был көн 1942 йылдың 8 сентябре була. Курск өлкәһенең Больше – Полянский районы, Тербуны-2 ауылында туғандар кәберлегендә ерләнгән.  

Ғаилә хәле

үҙгәртергә

Сафура Камилйән кыҙы менән Шәйхелислам Ҡазихан улы Ҡазыхановтарҙың берҙән — бер ҡыҙҙары Васбиә 1937 йылда тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға дүрт йәш була. Ул — һуғыш осоро балаһы. Сафура өс мөйөшлө ҡара ҡағыҙ алһа ла, ғүмере буйына ирен көтә. кейәүгә бармай, ҡәйнәһен ҡарай. Һуғыш осоро балаһы Васбиә Феткулова ла 83 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Гөлфия Сабирова. Ышаныч. "Сандыҡ төбөндәге хәтирәләр".. — Асҡын: Асҡын районының ижтимагый – сәяси гәзите, 10 апрель 2015. — №41-42 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә