Ғәҙәт (ғөрөф)
Свод традиционных обычаев у народов Кавказа, Средней Азии и других исповедующих ислам. Противопоставляется официальной правовой системе — шариату. По нормам адата обычно решались дела о кровной мести, умыкании невест и проч., а шариат санкционировал дела гражданские — имущественные споры, дела о земле, наследстве и др. Судили на основе адата родовые старейшины.
Ғәҙәт (ғәр. عادة — йола, ғәҙәт, ғөрөф; рус. адат,ада) — йола, исламға тиклемге, иҫкелектән ҡалған хоҡуҡи комплекстар нормалары, шулай уҡ шәриғәттә сағылыш тапмаған хоҡуҡи нормалар ҡулланылышы. Ғәҙәт төрлө милек, ғаилә һәм быға оҡшаш мөнәсәбәттәр өлкәләрендә ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар һәм халыҡтың юридик практикаһы йыйылмаһынан тора.
Шәриғәт
үҙгәртергәИслам ҡанун белгестәренең эшләнмәләрендә ғәҙәт (адат) төшөнсәһе ғөрөф төшөнсәһен аңлау менән ҡушыла(ғәр. عرف), һәм улар синоним булып тора. Әммә был Мәккә һәм Мәҙинәгә яҡын территорияларға ғына ҡағыла, йола хоҡуғы уларҙа шәриғәт нормаларын формалаштырыуға ҙур йоғонто яһаған һәм ҡануниәттең өҫтәмә сығанағы булараҡ ҡарала. Башҡа мосолман донъяһында ғәҙәт нормалары шәриғәттән башҡа йәшәй.
Был халыҡ исламлашҡан ерҙә һәм шәриғәт судтарында етерлек абруй булмаған, шулай уҡ, исламдың күп быуат йәшәүенә ҡарамаҫтан, ырыу-ҡәбилә мөнәсәбәттәре һәм боронғо хоҡуҡи ҡараштар һаҡланған урындарға; йәнә исламға тиклем халыҡ хоҡуҡи системаһы үҫешкән дәүләттәр составына ингән һәм, исламды ҡабул иткәс, ғәҙәти хоҡуҡ нормаларынан баш тартмаған төбәктәргә ҡағыла[2].
Ҡайһы бер ислам хоҡуҡ белгестәре ғөрөф-ғәҙәткә ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙә билдәле бер роль бирә, әммә ул шәриғәткә ҡаршы килергә тейеш түгел тигән фекерҙә[3]. Ислам дине ҡанундарына ҡаршы килгән ғәҙәттәр, үҙ сиратында, Ҡөрьән аятында кире ҡағылғандар рәтенә инә:
« Әгәр улар берәй боҙоҡлоҡ эшләһә, «Беҙ ата-әсәләребеҙҙе шул хәлдә таптыҡ, һәм Аллаһ беҙгә шулай ҡушты»,— тиҙәр. Әйт: «Ысынлап та, Аллаһ боҙоҡлоҡ эшләргә ҡушмай. Һеҙ үҙегеҙ белмәгән нәмәне Аллаһ тарафына әйтерһегеҙме ни?»» |
Ғәҙәт нормалары, альтернатива булараҡ ҡулланылып, шәриғәттекенән ныҡ айырыла йәки хатта уларҙы ҡыҫырыҡлап сығара ала. Мәҫәлән, туарегтарҙағы ҡатын-ҡыҙҙың мираҫы һәм матриархаль характерҙағы башҡа йолалар, Кавказдың күп халыҡтарында ҡон ҡайтарыу йолалары, Үҙәк Африка мосолмандарының никах мөнәсәбәттәре һәм башҡалар[2].
Практик эшмәкәрлектә ғәҙәт нормалары менән сикләүҙәрһеҙ третей судьяһы ғына (хәким) файҙаланырға мөмкин, уның төп бурысы — яҡтарҙы килешеүгә килтереү. Дини судья (ҡаҙый) йәки хөкүмәт чиновнигы айырым осраҡтарҙа ғына, әгәр шәриғәттең дөйөм рухына ҡаршы килмәгән норма ҡулланылһа, ғөрөф-ғәҙәткә таяна ала[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ "Адат" . Толковый словарь. Российский этнографический музей. Дата обращения: 27 февраль 2010. Архивировано из оригинала 16 апрель 2013 года. 2013 йыл 16 апрель архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Боголюбов, 1991
- ↑ Али-заде, 2007
- ↑ Әл-Әғрәф https://ru.quranacademy.org/quran/7:28-28/kul
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. Адат // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- Боголюбов А. С. ‘Ада // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 13.
- Грабулин Н. М. Географическое описание Нагорного Дагестана и Чечни. — М., 1910.
- Елфимов В. О. Региональные особенности обычного права (адата) чеченцев XV-XX вв. Учёные записки Таврического национального университета им. В. И. Вернадского. — Таврический национальный университет им. В. И. Вернадского. Научно-исследовательская часть, 2008. — Т. 21. — С. 274—276. — (Юридические науки). Архивная копия на Wayback Machine
- Садулаев. М. С. Мифы и обряды чеченцев. — Грозный, 1993.
- Леонтович Ф. И.. Адаты кавказских горцев: Материалы по обычному праву северного и восточного Кавказа. — Одесса: Тип. П. А. Зелёнаго (б. Г. Ульриха), 1882. — 439 с.